Урал федераль университеты
Уҡыу көйләүҙәре
(Урал дәүләт университеты битенән йүнәлтелде)
| Урал федераль университеты | |
| Нигеҙләү датаһы | 1920 |
|---|---|
| Рәсми атамаһы | Уральский федеральный университет имени первого Президента России Б. Н. Ельцина |
| Ҡыҫҡаса атамаһы | УрФУ |
| Эшмәкәрлек төрө | археология |
| Принадлежит к | Арктика университеты |
| Кем хөрмәтенә аталған | Ельцин Борис Николаевич |
| Нигеҙләүсе | Совет народных комиссаров[d] |
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Екатеринбург, Кировский район[d] һәм Свердловск өлкәһе |
| Урынлашҡан урамы | улица Мира[d] |
| Урын | Екатеринбург |
| Ойошма ағзаһы | Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың техник университеттары Ассоциацияһы[d] |
| Уҡыусылар һаны | 57 000 |
| Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2] |
| Хеҙмәткәрҙәр | 5640 кеше |
| Алыштырған | Урал дәүләт техник университеты[d] һәм А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
| Адрес | 620062, Свердловская область, город Екатеринбург, ул Мира, д. 19[3] |
| Рәсми сайт |
urfu.ru/ru/ urfu.ru/en/ |
| Крылатая фраза | Думай, делай, достигай! |
| Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 5789 |
| Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Уральского федерального университета[d] |
Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты — юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт бюджет учреждениеһы.
Донъя фән-мәғариф үҙәктәр араһында алдынғы Рәсәй университеттары конкурентлығын күтәреү проектта ҡатнаша[4]. Ошо юл аша өҫтәмә бюджет аҡса ала.
Университеттың институттары һәм и факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Институттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҡтисад һәм менеджмент Юғары Мәктәбе
- Хәрби-техник белем алыу һәм Именлек институты
- Сәнғәт һәм гуманитар фәндәр институты
- Тәбиғәт фәндәре институты
- Металлургия һәм материалдар институты
- Математика һәм компьютер фәндәре институты
Факультеттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Радиоэлектроника һәм мәғлүмәт технологиялары
- Йәмғиәт һәм сәйәсәт фәндәре
- Эшҡыуарлыҡ һәм дәүләт идараһы
- Йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт
- Фундаменталь мәғариф
- Механика—машиналар эшләү
- Төҙөлөш
- Энергетика
- Физика—технология
- Химия—технология
- Өҫтәмә белем биреү һәм һөнәр үҙгәртеү
Университетты тамамлаған билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баталин, Юрий Петрович — 1986—1989 йылдарҙа СССР-ҙың Дәүләт төҙөлөш комитеты рәйесе, СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары.
- Дурасов, Владимир Александрович — 1986—1989 йылдарҙа СССР-ҙың төҫлө металлургия министры.
- Ельцин Борис Николаевич — Рәсәйҙең беренсе Президенты.
- Ничков Андрей Александрович (1961), матбуғат ветераны, журналист. 2004 йылдан «Республика Башкортостан» гәзитенең төньяҡ-көнбайыш төбәк буйынса үҙ хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2008) һәм Башҡортостан Журналистар союзы премияһы (1997) лауреаты.
Университетҡа мөнәсәбәтле исемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Моисеева Светлана Алексеевна (19.12.1968) — фольклорсы, филология фәндәре кандидаты (2006), Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск техник университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Екатеринбургтағы Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университетының фольклор һәм боронғо әҙәбиәт кафедраһында ғилми эштәр менән шөғөлләнә. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан һәм Көньяҡ Урал урыҫ тау сәнәғәте ауылдарының календарь-йола, туй фольклорына арналған. 40-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 2012 йылдан башлап «Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты» юғары белем биреү учреждениеһының Тарихи антропология һәм филология ғилми-тикшеренеү институтының халыҡ мәҙәниәте лабораторияһында өлкән ғилми хеҙмәткәр.[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Directory of Open Access Journals — 2003.
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ https://www.rusprofile.ru/id/125810
- ↑ Подробнее о Проекте. www.5top100.ru. 2015 йыл 24 октябрь архивланған.
- ↑ МОИСЕЕВА Светлана Алексеевна
