Эстәлеккә күсергә

Ҡолош (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡолош
Ҡолош
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Ураҙ

Координаталар

54°12′40″ с. ш. 58°59′28″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 888 003

ОКТМО коды

80 653 488 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡолош (Рәсәй)
Ҡолош
Ҡолош
Ҡолош (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡолош

Ҡолош (рус. Кулушево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Ураҙ ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 151 кеше[1]. Почта индексы — 453741, ОКАТО коды — 80253888003.

Ҡолош ауылына Верхнеурал өйәҙе Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нгеҙ һалған. Ҡолош — был өйәҙҙә ҡаратабындарҙың иң ҙур торамаһы булып, 1786 йылдан билдәле. 1795 йылда 30 йортта бөтәһе 238 кеше: 120 ир-егет һәм 118 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән. Йәйләүгә 30-ға яҡын арба сыға. 1846 йылда 33 йортҡа (278 кеше) 441 ат, 299 һыйыр, 205 һарыҡ, 25 кәзә тура килә. Бөтә ихаталар ҙа 216 бот ужым һәм 1904 бот яҙғы иген сәскән[2].

X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 52 йорттоң һәр береһенә уртаса 7,7 кеше тура килгән. 1866 йылда 79 хужалыҡта 407 кеше донъя көткән.

1900 йылда 401 кеше, 1920 йылда 116 йортта 547 кеше йәшәгән[3].

Ауылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 547
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 266
1959 йыл 15 ғинуар 192
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 234
2002 йыл 9 октябрь 249
2010 йыл 14 октябрь 151 82 69 54,3 45,7
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Ҡолош ауылында башҡорттар (100 %) йәшәгән[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Миндәк йылғаһы ҡушылдығы Шәгәр йылғаһы буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 48 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ураҙ): 24 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 53 км
  • Аҡташ урамы (рус. улица Акташ)
  • Тау тыҡрығы (рус. Горный переулок)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Йылға тыҡрығы (рус. Речной переулок)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Шәгәр урамы (рус. улица Шагар)[6].

Арҙаҡлы шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хәҙисов Әхмәт Мостафа улы (1905−1938) — журналист, Башҡортостандың күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан өлкә комсомол комитетының беренсе секретары (май 1929—ноябрь 1931). Сәйәси золом ҡорбаны (1938).
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар, күлдәр:

Тарихи ҡомартҡылар
  • Әүлиә зыяраты