Эстәлеккә күсергә

Ҡорама (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡорама
рус. Курама
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Учалы

Ауыл советы

Туңғатар

Координаталар

54°38′02″ с. ш. 59°47′16″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Ҡорама

Халҡы

505[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар-сөнниҙәр

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34791

Почта индексы

453710

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 884 006

ОКТМО коды

80 653 484 116

Ҡорама (Рәсәй)
Ҡорама
Ҡорама
Ҡорама (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡорама

Ҡорама (рус. Курама) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 505 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80253884006.

Ҡорама ауылына Муйнаҡ ауылынан сыҡҡан 4-се кантон начальнигы Ҡорама Муйнаҡов нигеҙ һала. Барын-табынлыларҙың торағы булараҡ XIX быуат башынан билдәле була. 1834 йылда 33 йортта 214 кеше, 1859 йылда 57 йортта 451 кеше йәшәй. Ҡораманың Ишнияз (уның улдары Шарияҙ, Юныс, Шаһиәхмәт), Ураҙ (уның улдары Мөхәмәтфәруҡ, Абдуляппар) билдәле. Ҡорама ауылы халҡы — ярым күсмә халыҡ. 33 йорттан йәйләүгә 30 арба менән сыҡҡан. 33 ихатаға 250 ат, 100 һыйыр, 300 һарыҡ, 15 кәзә тура килгән. 214 кешегә (33 йорт) 1040 бот яҙғы иген сәселгән. 1920 йылда 156 ихатала 746 кеше йәшәгән[3].

Ҡорама ауылы Туңғатар ауыл советына ҡарай. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ театры, “Йәшмә” вокал ансамбле), китапхана, мәсет бар[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 505 245 260 48,5 51,5
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (97 %)[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1834 йылда[6] һәм 1859 йылда[7] Ҡорама ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Әсейылға йылғаһы (Уй йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 50 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Комсомольск): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡорама): 0 км[8]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бужин урамы (рус. улица Бужина)
  • Вокзал урамы (рус. Вокзальная улица)
  • Манаш урамы (рус. улица Манаш)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Яңы урам урамы (рус. Набережная улица)
  • Беренсе Май урамы (рус. улица Первое Мая)
  • Ринат Абдуллин урамы (рус. улица Рината Абдуллина)
  • Һандуғас урамы (рус. Соловьиная улица)[10]
  • Көмәс тауы
  • Олотау[11]
  • Ҡорама кантон нәҫелдәре. Яйыҡ гәзите. 27 июль 2010 йыл, №87 (2934)
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 16. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Ҡорама ауылы
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  7. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  8. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  9. Почетные граждане. Абдуллин Ринат Бариевич. Администрация муниципального района Учалинский район. Официальный сайт 2021 йыл 5 июнь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2021)
  10. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  11. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Викидәреслектә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)  (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2021)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2021)