Сөнниҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сөнниҙәр
Commons-logo.svg Сөнниҙәр Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Сөнниҙәр, әһле әс-сүннә үә-л-жәмә‘ә ( ғәр. أهل السنة والجماعة‎ — «Сөннәт һәм Ижмә кешеләре йәмәғәте») — Исламдағы төп һәм иң киң таралған йүнәлеш вәкилдәре.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сөнниҙәр атамаһы «әһле әс-сүннә үә-л-жәмә‘ә» тигәндән килеп сыҡҡан. Беренсе өлөшө (әһле әс-сүннә ) Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һәм уның сәхәбәләренең тотҡан юлынан барыу тигәнде күҙҙә тота , сөнки сүннә (сөннәт) һүҙенең төп мәғәнәһе — «юл». Сөнниҙәр өсөн Ҡөрьән һәм Сөннәт - Ислам хоҡуҡиәтендә тәүсығанаҡ булып тора, улар Ҡөрьән аяттары һәм хәҙистәр нигеҙендә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итә, ә уларҙа аныҡ яуаптар булмаған осраҡта — аҡылға таянып ("ижтиһад" ) ҡарар ҡыла. Исемдең икенсе өлөшө (үә-л-жәмә‘ә) йәмәғәткә таянып, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һәм уның сәхәбәләренең ғәмәлдәренә эйәреп, проблемаларҙы хәл итеү. Жәмә‘ә (йәмәғәт)термины тәүге тапҡыр Хәсән ибн Ғәли Хәлифәлектә власты Мүәвиә ибн Әбү Суфиян I ҡулына тапшырғанда мәғлүм булды. Беренсе фетнә - граждандар һуғышы туҡтатыла, Ислам тарихына «берҙәмлек йылы» (сәнәт әл-жәмә‘ә) булып инеп ҡала ул [1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәммәт пәйғәмбәр һәм тәүге өс Хаҡ хәлифә осоронда мосолман өммәте берҙәм була. Хәлифә Ғосман (656) үлтерелгәндән һуң мосолман йәмғиәте бүлгеләнә, ул Али ибн Әбү Талип (Ғәли ибн Әбү Талип) менән Мүәвиә араһында тартҡылашыу процесты тағы ла тәрәнерәк ҡаршы әйтә. Элекке инанстарҙы Исламға индерергә тырышыу сектантлыҡ килтерә башлай һәм йәмғиәттең икегә бүленеүенә килтерә. Сиктән сығыуҙар һәм сектантлыҡҡа эйәреүселәргә ҡаршы сәхәбәләр һәм уларға эйәреүселәр (тәбиғиндәр) урталыҡ юлда торалар. ибн Ғүмәр, Ибраһим ән-Нәһаи, Хәсән әл-Басри һәм Әбү Хәнифә һәм башҡа ислам дине белгестәрен ошо юлдың нигеҙ һалыусылары тип һанарға мөмкин [1]

«Әһле әс-сүннә» төшөнсәһе төрлө яҡҡа тарҡатырға тороусыларҙан айырымланырға мөмкинлек бирә. Сөнниҙәр берҙәмлек һаҡлай һәм төрлө бидғәттәргә Ислам тәғлимәтен - ғаҡыданы боҙоуҙарҙан ҡурсып тора. Риүәйәттәргә ярашлы, Мөхәммәт пәйғәмбәр алдан уҡ өммәтенең бихисап секталарға бүленәсәген, шулай уҡ мосолмандар араһында булған был «ҡотҡарыласаҡ» төркөм нәжиә, буласағын, уның вәкилдәре «Әһле әс-сүннә»нән буласаҡ, әйтеп ҡалдырған тип һанала[1]

Шиғыйҙар, харижиҙар, мүтәзилиҙәр һәм башҡа хизбылар менән аяуһыҙ бәхәстәр нигеҙендә Исламда сөнниҙәрҙең инаныстары теоретик нигеҙҙә нығына. Былар барыһы ла сөнни йүнәлешле матуридиҙар, әшәриҙәр һәм әсәриҙәр (сәләфи) инаныстарына инеп ҡалған һәм бөгөнгәсә сөнниҙәрҙең тәғлимәтен тәшкил итә. Уларҙың үҙ-ара артыҡ принципиаль характерға эйә булмаған айырмалары бар.

Ортодоксаль Ислам дине тәғлимәтен үҫтереүсе бөйөк ғалимдар - Әбү Мансур әл-Матуриди, Әбү-л-Хәсән әл-Әшәри, Әбү Хәмит Әл-Ғазали, Ибн Таймия һәм башҡалар. Дингә ҡараштары менән бер үк ваҡытта сөнниҙәрҙең хоҡуҡи мәктәптәре (мәҙһәбтәре лә ) үҫешкән, улар араһындахәнәфи, мәлики, шәфиғи һәм хәнбәли мәҙһәбтәре киң танылыу алған. Хәнәфи мәҙһәбтең күпселек вәкиле матуриди булып тора, күпселек маликиҙәр һәм шәфиғиҙәр — әшәрит, ә хәнбәлиҙәр — сәләфи[1].

Мосолмандар 10 % -тан күберәк — йәшел: сөнниҙәр, шәмәхә: шиғыйҙар, күк: ғибәҙиҙәр.

Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ислам күп таралған төбәктәр.йәшел: сөнниҙәр, ҡыҙыл: шиғыйҙар, шәмәхә: ғибәҙиҙәр.

Сөнниҙәр һаны 1 миллиард 550 миллион самаһы[2]  Ислам динендәгеләрҙең яҡынса 90 % [3].


Сөннилек үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сөнниҙәр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сөннәтенә (ғәмәлдәре һәм әйткәндәренә) эйәреүгә , традицияларға тоғролоҡҡа, Өммәт башлығы — хәлифәне һайлауҙа ҡатнашыуға баҫым яһай.

Сөнниҙәрҙең төп билдәләре:

«Сөннилек» термины ҡасан нығынып киткәне теүәл билдәле түгел, мәгәр шиғыйлыҡ менән сағыштырғанда [4], аныҡ йөкмәткегә эйә: сөннилек — ул Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тормош юлына эйәреү. Шиғыйҙар иһә хәлифә итеп хәҙрәте Али вариҫтарын ғына таный.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]