Тәбиғиндәр
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Тәбиғиндәр, тәбиғун (ғәр. اَلتَّابِعُونَ күплектә — табиғун; рус. Табиины) — сәхәбәләрҙән ҡалған шәкерттәре быуыны. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәштәренең уҡыусылары һәм уларға эйәргән, Аллаһ Рәсүле менән туранан-тура аралашмаған мосолмандар быуыны. Тәржемәһе — дауам итеүселәр, тарафдарҙар.
Билдәләмәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбиғиндәр ваҡыты Пәйғәмбәр вафат булғандан һуң башлана (һижрәнең 11 йылы) һәм һижри 180 йылда тамамлана.
Ислам хоҡуҡ белеме Ҡөрьәнгә нигеҙләнгән, әгәр ҙә бер төрлө генә аңлатма биреп булмаһа, Пәйғәмбәр хәҙистәре, улар булмаһа, тәбиғин ғәмәлдәре (һүҙҙәре) ҡулланыла.
Тәбиғиндәрҙең һөйләгәндәре — ислам хоҡуҡиәтендә — фиҡһ — мөһим этап.
Уларҙан Ҡөрьән, Сөннәт һәм сәхәбәләр һүҙҙәре генә өҫтөнөрәк
Тәбиғиндәр мосолмандар һәм Ислам мәҙәниәте өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, сөнки улар белемде сәхәбәләрҙән алғандар һәм киләһе быуынға тапшырғандар.
Тәбиғиндәр өс категорияға бүленә:
- Мөхәммәт (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) ваҡытында оло йәшкә еткәндә сәхәбәләрҙе күреүселәр.
- Мөхәммәт (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) ваҡытында урта йәшкә еткәндә сәхәбәләрҙе күреүселәр.
- Мөхәммәт (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) ваҡытында кесе йәштә сағында сәхәбәләрҙе күреүселәр.
Шулай уҡ исламға тиклемге дәүерҙә йәшәгән тәбиғиндәр категорияһы ла бар. Улар Аллаһ Рәсүле ваҡытында ислам ҡабул иткәндәр, әммә Уны күрмәгәндәр. Уларҙы мөхәдрәм (ғәр. مخضرم ) тип атайҙар.
Ҡөрьәндәге был аят тәбиғиндәр тураһында тип һанала[1]:
Алдынғылар, йорт-ерҙәренән күсеп китеүселәрҙән һәм ярҙам итеүселәрҙән беренселәр һәм уларға эйәреүселәр -- рәхмәттә. Аллаһ уларҙан ҡәнәғәт һәм улар ҙа Аллаһтан ҡәнәғәт. Ул уларға мәңге йәшәү өсөн аҫтында йылғалар ағып торған йәннәт баҡсалары әҙерләне. Был — оло уңыш! |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Tābiʿūn / Spectorsky, Susan A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |