Әбү Әйүп әл-Ансари
Әбү Әйүп әл-Ансари | |
ғәр. أبو أيوب الأنصاري | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Хаҡ хәлифәт Өмәүиҙәр хәлифәлеге |
Тыуған көнө | билдәһеҙ |
Тыуған урыны | Мәҙинә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге[1] |
Вафат булған көнө | 674 или 672[1] |
Вафат булған урыны | Константинополь[d], Византия империяһы |
Ерләнгән урыны | Әйүп Солтан мәсете |
Һөнәр төрө | Сәхәбәләр |
Һуғыш/алыш | Осада Константинополя[d], Өхүд һуғышы, Бәҙер һуғышы һәм Ур һуғышы |
Әбү Әйүп әл-Ансари Викимилектә |
Әбү Әйүп Хәлит ибн Зәйд әл-Ансари (ғәр. أبو أيوب الأنصاري; рус. Абу Айюб Халид ибн Зейд аль-Ансари; 576, Мәҙинә, хәҙ. Сәғүд Ғәрәбстаны — 674[2], Константинополь, хәҙ. Төркиә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәше, ансар.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбү Әйүп әл-Ансари 576 йылда Мәҙинәлә (Йәсриб) тыуған. Ул бәнү Нәжәр ырыуынан булған. Тәүге мосолман мөһәжирҙәренең Мәҙинәгә күсенеүҙәренә тиклем ислам динен ҡабул итә, Ғәкәбә эргәһендәге икенсе антта ҡатнаша[3].
Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мәҙинәгә килгәс, ундағы бөтә мосолмандар үҙ өйөндә хөрмәтле ҡунаҡ сифатында ҡабул итеү хөрмәте ҡаҙанырға тырыша. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм үҙенең дөйәһе ҡайҙа тубыҡлана, шундағы йортта туҡталасағы тураһында иғлан итә.[3] Шунан ул дөйәне үҙ ыңғайына ҡуя һәм малҡай, бер аҙ ара үтеп, Әбү Әйүп әл-Ансари йорто эргәһендә тубыҡлана[3]. Әбү Әйүп өйөндәге беренсе ҡатта Пәйғәмбәр 7 ай буйы йәшәгән[4].
Әбү Әйүп Бәҙер, Өхүд, Ур һәм башҡа йыһаттарҙа ҡатнаша[5]. Дүртенсе хәлиф хәҙрәти Али хакимлыҡ иткән осорҙа уның ғәскәрендә хәүәриждәргә ҡаршы һуғыша [3].
Мысырҙы яулап алыуҙан һуң Фустатҡа күсеп, Ғәмр ибн әл-Әс мәсете янына урынлаша[6].
Ибн Жәрир әт-Тәбари әйтеүенсә, Әбү Әйүп әл-Ансари, ҡартайғас, Константинополде ҡамауҙа ҡатнашҡан. Әбү Әйүп яраланғас, уны ғәскәр башлығы Йәзид килеп күрә, нимәгә мохтаж икәнен һорай. Әбү Әйүп уға: «мосолмандарға минең сәләмемде еткер һәм уларға әйт: „Әбү Әйүп дошмандың ерен мөмкин тиклем алыҫыраҡ барып алырға һәм тупраҡтарын Константинополь диуарҙары янында аяҡ остарығыҙға һалып ерләргә үҙегеҙ менән алып килергә васыят итә“». Әт-Тәбари һүҙҙәре буйынса, Әбү Әйүп Константинополь стеналары янында ерләнгән[7].
Константинополде төрөктәр баҫып алғандан һуң Әбү Әйүп әл-Ансари ҡәбере өҫтөндә кәшәнә һәм мәсет төҙөлгән. Әбү Әйүп исемен йөрөткән Истанбул районы төрөктәр өсөн изге урынға әйләнә һәм күп кенә осман түрәләре уларҙы ошо урынға яҡын ерләүҙәрен һорай башлай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Али-заде А. Абу Аййуб аль-Ансари (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — С. 25.
- ↑ Philip K Hitti, A History of the Arabs, London, 1951 revised edition, p.202
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Али-заде, 2007
- ↑ Narrated Anas bin Malik, Sahih Bukhari, Volume 5, Book 58, Number 269
- ↑ Muhammad ibn Sa’d, Kitāb at-Tabāqat al-Kabīr (The Great Book of Generations)
- ↑ Masud ul-Hasan, Hadrat 'Umar Farooq, Islamic Publications Ltd. Lahore 1982
- ↑ A History of the Arabs, pp.201-202
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [25 Абу Аййуб аль-Ансари] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |