Эстәлеккә күсергә

Сүһәйб әр-Руми

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сүһәйб әр-Руми
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Сәсәниҙәр дәүләте
Византия империяһы
 Хаҡ хәлифәт
Тыуған көнө 587
Тыуған урыны Ираҡ, Сәсәниҙәр дәүләте
Вафат булған көнө 1 март 659
Вафат булған урыны Мәҙинә, Хижәз, Хаҡ хәлифәт
Ерләнгән урыны Әл-Баҡый
Туған тел Ғәрәп теле
Һөнәр төрө сауҙагәр, Һалдат, Имам
Эшмәкәрлек төрө Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәскәре[d]
Әүҙемлек урыны Мәккә һәм Мәҙинә
Һуғыш/алыш Мөхәммәттең ғазауаттары һәм Бәҙер һуғышы

Әбү Яхъя Сүһәйб ибн Синан әр-Руми (ғәр. صهيب الرومي‎;рус. Сухайб ар-Руми; 587, Ираҡ, Сәсәниҙәр Дәүләте — 659, Медина, Хаҡ хәлифәт) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәше. Бала сағында византиялыларға әсирлеккә эләгә, шуның өсөн әр-Руми («римле») ҡушаматы тағыла.

Атаһы Синан ибн Мәлик сығышы менән ғәрәптәрҙең Бәнү Нүмәйр ҡәбиләһенән була. Фарсы батшаһы Хосров II Парвиз Синанды Басраға ҡараған иҫке әл-Үбүл ҡалаһына хаким (сатрап) итеп тәғәйенләй. Әсәһе Сәлимә, сығышы менән Бәнү Тамим ырыуынан була[1].

Иран-Византия һуғышы ваҡытында әсәһе менән бергә Ираҡта булған. Ауылға византиялылар отряды һөжүм итеп, һаҡсыларҙы үлтерә, мөлкәтен талай һәм балаларҙы әсирлеккә ала, улар араһында биш йәшлек Сүһәйб тә була. Уны Византияла ҡоллоҡҡа һатып, ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөгән[1]. Шуға күрә Сүһәйб грек телен яҡшы белә һәм ғәрәп телен саҡ онотмай ҡала[2].

Күп йылдар үткәс, уны Мәккәгә алып киләләр (икенсе версия буйынса ул Византиянан ҡаса)[1], уны Ғабдуллаһ ибн Жүдән һатып алып, азат итә. Ғабдуллаһ уны сауҙаға йөрөтә башлай, һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Сүһәйб байып китә[2].

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең миссияһы башланыуы тураһында ишеткәс, Сүһәйб әл-Арҡамдың өйөнә килә һәм ислам ҡабул итә. Ул тәүге мосолмандарҙан була. Ислам динен тотҡан өсөн ҡорайыштар уны ҡыҫырыҡлауҙарға һәм хатта язалауҙарға дусар итәләр[2].

Мосолмандар күпләп Мәҙинәгә күсә башлағас ((һижрәт)), Мәккә халҡы Сүһәйбкә ҡаланан сығырға мөмкинлек бирмәй, күҙәтеп тора[2]. Сүһәйб соҡор ҡаҙып, байлығын шунда күмеп, юлға сыға. Мәҙинәгә юлда бағауылдар уны эҙләп таба, Сүһәйбкә иреккә сығыр өсөн хазинаһының ҡайҙа икәнен әйтергә тура килә[3]. Сүһәйб Ҡубаға еткәс, пәйғәмбәр уны күреп, шатланып: «Табышлы булды сауҙаң, әй, Әбү Яхъя… Сауҙаң килемле булды», — ти. Ҡайһы бер мөфәссирҙәр фекеренсә , Әл-Бәҡара сүрәһенең 207-се аяты Сүһәйбкә ҡарата төшөрөлгән[4].

Һижрәттән һуң Сүһәйб мосолман дәүләтселеген нығытыуға көс һала. Ул мосолмандарҙың бөтә төп алыштарында ла ҡатнаша. Уҡ атыуҙа мәргәнлеге менән айырылып тора[2].

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң тәүге хаҡ хәлифәләрҙең яҡындарынан була. Вафат булыр алдынан хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб Сүһәйбкә алты кандидат араһынан яңы хәлифә һайланғансы Пәйғәмбәр Мәсетендә өс көн буйына йәмәғәт намаҙы имамы булырға васыят итә[2].

Сүһәйб әр-Руми 658 йылда Мәҙинәлә яҡынса 70 йәшендә вафат була[2].

  1. 1,0 1,1 1,2 аль-Ваъй
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Али-заде, 2007
  3. Анвар аль-Авляки. Создание исламского государства // Жизнь Мухаммада.
  4. «Среди людей есть и такой, который продает свою душу, надеясь снискать довольство Аллаха. Аллах снисходителен к рабам.» Әл-Бәҡара https://ru.quranacademy.org/quran/2:207-207/kul
  • Али-заде, А. А. [723 Сухайб ар-Руми] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).