Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр
ғәр. عبد الله بن عمر
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Ҡушаматы:

Ибн Ғүмәр, Әбү Ғабдуррахман

Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

полководец, Мөхәддис, Мөфәссир, Мөфтөй

Тыуған көнө:

610({{padleft:610|4|0}})

Тыуған ере:

Мәккә, Хижәз, Сәғүд Ғәрәбстаны

Үлем көнө:

693[1]

Үлгән ере:

Мәккә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге

Ил:

Black flag.svg Хаҡ хәлифәт
Umayyad Flag.svg Өмәүиҙәр хәлифәлеге

Дине:

ислам

Атаһы:

Ғүмәр ибн Хәттаб[1]

Әсәһе:

Зәйнәб бинт Мәзүн

Ҡатыны

Сафия бинт Әбү Ғүбәйдәт

Балалары:

Салим ибн Абдуллах[d], Хамза ибн Абдуллах ибн Умар[d], Абдуллах ибн Абдуллах ибн Умар[d], Биляль ибн Абдуллах ибн Умар[d], Вакид ибн Абдуллах ибн Умар[d], Obaidullah ibn Abdullah ibn Umar[d] һәм Zaid ibn Abdullah ibn Umar[d]

Бәрелештәр:

Бәҙер һуғышы, Битва при Ухуде[d], Ур һуғышы, битва при Муте[d], Битва при Табуке[d] һәм Мәккәне яулау

Шәкерттәре:

Нафи мауля Ибн Умар[d], Тавус ибн Кайсан[d], Букайр ибн аль-Ахнас ас-Садусси[d], Ибн Сирин[d] һәм Ибрахим ибн Абу Абля[d]

Commons-logo.svg Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр Викимилектә

Әбү Ғабду-р-Рахман Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр әл Ҡорайши, раҙыйаллаһу ғәнһү (ғәр. ابن عمر‎; 614, Мәккә, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны — 693, шунда уҡ)- Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең атаҡлы сәхәбәһе, Хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб раҙыйаллаһу ғәнһүнең улы, Ибн Ғүмәр булараҡ билдәле.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәккәлә 614 йылда тыуған. Бик йәшләй Ислам ҡабул иткән һәм Мәҙинәгә һижрәт ҡылған[2].

Дингә ныҡ биреләнлеге менән айырылып торған. Бик күп хәҙистәр тапшырған мүхәддис (хәҙистәр тапшырыусы). Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә бик тоғро булған һәм уның өлгөһөндә йәшәргә тырышҡан. Ун өс кенә йәшлек үҫмер сағында Үхүд һуғышында ҡатнашырга теләгән,әммә йәше етмәгән тип уны ҡайтарып ебәргәндәр.

Ун һигеҙ йәшендә "ур янында һуғыш"та, Мүтә, Тәбуҡ яуында, Мәккәне яулауҙа ҡатнашҡан.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең вафатынан һуң Хәлифәттең сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡан. Төньяҡ Африканы, Тәбәристанды һәм Хорасанды яулау һуғыштарында ла булған (648)(651)[2].

Бай булһа ла ул бик тыйнаҡ ғүмер иткән һәм малынан ярлыларға саҙаҡа таратҡан.

Хәлифә Усманды үлтерелгәс, Ибн Ғүмәр Али ибн Әбү Талипты хәлифә итеп таный, үҙе Хәлифәткә хәлифә булыуҙан баш тарта. Беренсе Фетнә мәлендә бер яҡҡа ла ҡыҫылмай, әммә Али яҡлы була.

Мүәвиә хакимлыҡҡа килгәс, Истанбулды яулауҙа ҡатнаша. Ираҡта рәхимһеҙ хәлифәһе Әл-Хәжжәжгә ҡаршы сыға[2].

Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр бик белемле, мәғлүмәтле шәхес булған. Ҡөрьәнде һәм уның тәфсирҙәрен яҡшы белгән, Пәйғәмбәр хәҙистәрен тапшырған. Ғабдуллаһ хәҙистәр тапшырғанда һәр һүҙе иҫтә ҡалғанды ғына һөйләгән, ялған инеүҙән бик ҡурҡҡан. Ислам хоҡуҡиәте һәм ҡанундары фикһы белгесе булған [2].

Вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һижри 693 йылда хажға барғанда уны үлемесле яралайҙар. Ихтимал, үлтереүсене әл-Хәжжәж ебәргән булғандыр[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]