Ғәббәд ибн Бәшр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәббәд ибн Бәшр
ғәр. عباد بن بشر
Заты ир-ат
Гражданлығы Black flag.svg Хаҡ хәлифәт
Тыуған көнө 606
Тыуған урыны Мәҙинә
Вафат булған көнө 632
Вафат булған урыны Битва под Акрабой[d]
Үлем сәбәбе яуҙа һәләк була[d]
Һөнәр төрө ғалим

Ғәббәд ибн Бәшр Әл-Әшхали (ғәр. عباد بن بشر‎; рус. Аббад ибн Бишр; вафаты — 634) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең береһе, ансар.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәҙинәлә тыуған. Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мәҙинәгә ебәргән Мусаб ибн Үмәйерҙең вәғәздәре ярҙамында ислам тәғлимәте менән таныша. Ислам динен ҡабул иткәндән һуң заһид (аскет) йәшәү рәүеше алып бара, күп ваҡытын намаҙҙа үткәрә. Ҡөрьәнде бик яҡшы белгән[1].

Ғәйшә бинт Әбү Бәкер «Әбд әл-Әшхәл нәҫеленә ҡараған ансарҙарҙың өсәүһенең тәҡүәлегенә бер кем дә етә алманы: улар Саад ибн Муаз, Усайд ибн әл-Хоҙайр һәм Ғәббәд ибн Бәшр»[2].

Ғәббәд ибн Бәшр Пәйғәмбәр осорондағы бөтә йыһат (ғазауат)тарҙа ла ҡатнаша. 626 йылда Мөхәммәт Пәйғәмбәр Бәнү Мөхәриб һәм Бәнү Сәләбә ҡәбиләләренә ҡаршы йыһат ойоштора. Бер үҙәндә отряд һуғыштан ҡайтышлай йоҡларға туҡтай. Был йыһатта мосолмандарҙың береһе ире өйҙә юҡта ҡатынын әсирлеккә ала. Ҡайтҡас, ҡатынын тапмайынса, ир мосолмандар отрядын ҡыуып етергә һәм ғәйепленең ҡанын түкмәйенсә ҡайтмаҫҡа ант итә.

Ғәббәд ибн Бәшр төнөн отрядты һаҡларға нәүбәттә ҡала. Ҡиблаға ҡарап, ул Әл-Кәһф сүрәһенән аяттар уҡый башлаған. Шул саҡ үҙәнгә бер кеше яҡынлашҡан да, ҡорманынан уҡ сығарып, Ғәббәдкә атҡан.

Ғәббәд тәненән уҡты тартып ала һәм Ҡөрьән уҡыуын һәм намаҙын дауам итә. Төнгө килмешәк тағы ике уҡ тейҙерә, Ғәббәд уларын да шулай уҡ һындыра һәм Ҡөрьән уҡыуын дауам итә. Хәлдән тайғас, яҡында ғына ял итеп ятҡан Ғәммәр ибн Йәсиргә шыуышып барып етә һәм: «Тор, мин яраландым, хәлем бөттө», — тип уята. Ғәммәрҙе күргәс, килмешәк шунда уҡ китеп бара.

Вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәббәд ибн Бәшр Йәмәмәлә ялған пәйғәмбәр Мөсәйлимәгә ҡаршы һуғышта һәләк була[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Али-заде, 2007
  2. Ғәббәд ибн Бәшр (да будет доволен им Аллах). Журнал Аль-Ваъй (Сознание). Дата обращения: 13 апрель 2015.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Али-заде, А. А. Аббад ибн Бишр // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).