Эстәлеккә күсергә

Зәйет ибн Сабит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зәйет ибн Сабит
ғәр. زيد بن ثابت
Рәсем
Зат ир-ат
Титул Хафиз
Тыуған көнө 611
Тыуған урыны Мәҙинә[1]
Вафат булған көнө 665[1]
Вафат булған урыны Мәҙинә, Хаҡ хәлифәт[1]
Хәләл ефете Умм Джамиль Фатима бинт аль-Муджалляль[d]
Туған тел Ғәрәп теле
Һөнәр төрө Мөфәссир, Ҡаҙый, хәрби хеҙмәткәр, писарь
Эшмәкәрлек төрө тәфсир, Фиҡһ һәм Исламда мираҫ хоҡуғы
Уҡыусылар Ибн Сирин[d]
Кемдә уҡыған Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
Хәрби звание Һалдат
Һуғыш/алыш Ур һуғышы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]

Зәйет ибн Сабит әл-Ансари (ғәр. زيد بن ثابت الأنصاري‎;рус. Зейд ибн Сабит; яҡынса 615(0615), Мәҙинә — яҡын 665, Медина) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең береһе, шәхси сәркәтибе һәм Ҡөрьәнде яҙып барыусыһы була. Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң Ҡөрьәндең тулы тексын төҙөү буйынса комиссияла эшләй.

Зәйет ибн Сабит әл-Ансари яҡынса 615 йылда Мәҙинәлә тыуған. Атаһы хәзрәж ҡәбиләһенән сыҡҡан. Йәше етмәгәнлектән Зәйет Бәҙер һуғышында ҡатнаша алмай, уның беренсе алышы Ур һуғышында була: Мәҙинә тирәләй ур ҡаҙыша [2].

Зәйет уҡый-яҙа белә, бик мәғлүмәтле һәм яҡшы хәтерле булыуы менән айырылып тора. Ул Сүриә, арамей телдәрендә яҙа белгән һәм йыш ҡына Мөхәммәт Пәйғәмбәргә үәхи иңгәндә, яҙа һалып алған. Сәркәтип булараҡ, Зәйет хат алыша һәм уға башҡа телдәрҙә яҙылған хаттарҙы тәржемә итә. Ул тулы Ҡөрьәнде яттан белгән, хафиз һәм мөфассир тип иҫәпләнгән[2].

Хәлифә Усман ибн Әффан идара иткән осорҙа Зәйет Мәҙинәлә судья (ҡаҙый) һәм дәүләт ҡаҙнаһы һаҡлаусыһы була [2].

650 йылда Усман хәлифә идара осорҙа мосолмандар араһында Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡыу буйынса бәхәстәр йыш тыуа башлай, шул ваҡытта хәлиф бойороғо буйынса Зәйет өс мәккәле (Ғабдулла ибн әз-Зөбәйер, Сәғүд ибн әл-Әс һәм Әбдрәхмән ибн Харис) менән Ҡөрьәндең рәсми тексын төҙөйҙәр. Ул бөтә мосолмандар өсөн берҙән-бер тоғро һәм мотлаҡ вариант тип иғлан ителә. Эштең төп башҡарыусыһы Зәйет була һәм йөкмәткенең нигеҙенә Хафса бинт Ғүмәрҙә һаҡланған текст һалына. Рәсми данаһы күбәйтелә һәм Хәлифәттең бөтә төп үҙәктәренә таратыла[2]. Ҡөрьәндең башҡа фрагменттары хәлифә Усман бойороғо буйынса яндырыла.

  • Пиотровский М. Б. Зайд б. Сабит // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 275. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Зейд ибн Сабит // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Zaid b. T̲h̲ābit / Wensinck, A. J. // Encyclopaedia of Islam, First Edition (1913—1936) : [англ.] : in 9 vol. / ed. M.Th. Houtsma et al. — Leiden : E.J. Brill, 1993. — ISBN 90-04-09796-1. (платн.)
  • Zayd b. T̲h̲ābit / Lecker, M. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • ZEYD b. SÂBİT / BÜNYAMİN ERUL // TDV İslâm Ansiklopedisi : [тур.] : 44 c.. — İstanbul : TDV İslâm Araştırmaları Merkezi, 2013.