Хәббаб ибн әл-Әратт
Хәббаб ибн әл-Әратт | |
ғәр. خباب بن الأرت | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Хаҡ хәлифәт |
Тыуған көнө | 587 |
Тыуған урыны | Нәжд, Сәғүд Ғәрәбстаны |
Вафат булған көнө | 658[1] |
Вафат булған урыны | Әл-Күфә, Ираҡ |
Балалары | Q100258532? |
Һөнәр төрө | Һалдат |
Әүҙемлек урыны | Мәккә һәм Мәҙинә |
Һуғыш/алыш | Бәҙер һуғышы, Өхүд һуғышы, Битва при Хайбаре[d] һәм Ур һуғышы |
Хәббаб ибн әл-Әратт Викимилектә |
Әбү Яхъя Хәббаб ибн әл-Әратт әт-Тамими (ғәр. خبّاب بن الأرت; вафаты 658) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәше (сәхәбә). Ҡушаматтары: Әбү Яхъя, Әбү Ғабдулла, Әбү Мөхәммәт йәки Әбү әбд-Раббиһи[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы менән Бәнү Тамим ҡәбиләһенән. Бала сағынан әсирлеккә эләгә, Мәккәгә килтерелә. Өммө Әнмәрҙең ҡол була[3].
Хәббаб 15 йәшендә ислам ҡабул итә. Ул ислам ҡабул иткән алтынсы кеше; хужабикәһе һәм башҡа Мәккә мөшриктәре тарафынан төрлөсә язалауҙарға дусар булған тәүге мосолмандарҙың береһе. Хаббабтың хәле уның кеүек үк Мәккәнән булмаған Сүһәйб әр-Руми, Биләл ибн Рабах, Ғәммәр ибн Йәсир, Сүмәйә бинт Хәйәттең хәле кеүек ныҡ ҡатмарлаша, Мәккәнән һис бер ҡурсалаусы булмай. Уларҙың барыһы ла инаныстары өсөн төрлө ғазаптарға дусар була, ләкин ҡот осҡос яфаланһалар ҙа, диндән баш тартмайҙар. Хәббабтың тәненә ҡыҙған таштар менән тимер баҫҡандар, әммә ул айырыуса сабырлыҡ күрһәтеп, исламдан баш тартмай. Хәббабтың тәне язалауҙарҙан йәрәхәтләнеп бөткән була [3].
622 йылда Хәббаб башҡа мосолмандар менән бергә Мәккәнән Мәҙинәгә күсеп бара (һижрәт). Унда ул мосолман общинаһын нығытыуҙа ҡатнаша. Хәлифәләр Әбү Бәкер һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб идара иткән осорҙа Хәлифәт дошмандары менән һуғыштарҙа ҡатнаша.
Вафаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]658 йылда 63 йәшендә вафат була[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Али-заде А. Хаббаб ибн Арат (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Kister, M.J., 1960—2005
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Али-заде, 2007
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [819 Хаббаб ибн Арат] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- K̲h̲abbāb b. al-Aratt / Kister, M.J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |