Эстәлеккә күсергә

Сүмәйә бинт Хәйәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сүмәйә бинт Хәйәт
араб. سمية بنت خياط
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Сүмәйә бинт Хәйәт

Тыуған көнө:

550

Тыуған ере:

билдәһеҙ

Үлем көнө:

615

Үлгән ере:

Мәккә, Хижәз

Милләте:

ғәрәп

Дине:
Ағымы:


Атаһы:

Хәйәт

Ҡатыны

Ясир ибн Амир[d], аль-Азрак ибн Утба[d] һәм Ясир аль-Азрак[d]

Балалары:

Ғәммәр ибн Йәсир[1] һәм Саляма ибн аль-Азрак[d]

Ваҡиғалар:

Гонения мусульман в Мекке


Өҫтәмә мәғлүмәт
Разное:

исламда беренсе мөслимә-шәһит

Сүмәйә бинт Хәйәт (ғәр. سمية بنت خياط‎;рус. Сумайя бинт Хайят; вафаты 615, Мәккә — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең береһе, Ислам динен ҡабул иткән тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.

Сүмәйә бинт Хәйәттең ире Йәсир ибн Әмир ағалары менән Йәмәндән Мәккәгә бер ағаһын эҙләп килгән. Мәккәлә ҡалғас, ул Әбү Хүзәйфә менән дуҫлаша һәм Әбү Хүзәйфәнең ҡоло Сүмәйәгә өйләнә. Улдары Ғәммәр ибн Йәсир тыуғандан һуң Әбү Хүзәйфә Сүмәйәне азат итә. Һуңынан Сүмәйәя Йәсир әл-Әзрә әр-Румиға кейәүгә сыға [2].

Сүмәйә һәм уның ғаилә ағзалары асыҡтан-асыҡ ислам динен тота башлағас, Мәккә мөшриктәре, исламдан ваз кистерергә тырышып, уларҙы мыҫҡыл итергә тотона. Уларҙы көн ҡыҙыуында сүллеккә сығаралар, тимер күлдәк (һайман) кейҙерәләр, әммә ғаиләһе һынауҙарҙы сабырлыҡ менән үтеүен дауам итә һәм буйһонмай. Хатта ире Йәсирҙең үлеме лә уны һындырмай, һәм ул үҙен әл-Мүғира менән Әбү Йәһел ғаиләләренә ҡарата бик уҫал тота башлай. Бер ваҡыт Әбү Йәһел Сүмәйәгә: "Ул Мөхәммәткә тик уның матурлығы арҡаһында ғашиҡ булғанға ғына ышана! " — тип әйткән, әммә ҡатын уға ҡаты телләнеп яуап бирә. Асыуланған Әбү Йәһел Сүмәйәнең йөрәгенә һөңгө ҡаҙап үлтерә[2]. Шулай итеп ул ислам хаҡына мөслимәләр араһынан беренсе шәһит булып сыға.