Ғүмәр ибн әл-Хәттаб
Ғүмәр ибн әл-Хәттаб | |
ғәр. عُمَرُ بْنُ الْخَطَّابِ | |
Герб | |
![]() | |
![]() | |
Заты | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | яҡынса 585 |
Тыуған урыны | Хижәз,Мәккә |
Вафат булған көнө | 3 ноябрь 644[2] |
Вафат булған урыны | Хаҡ хәлифәт, Мәҙинә |
Үлем төрө | һомицид[d] |
Үлем сәбәбе | колото-резаная рана[d] |
Км үлтергән | Pirouz Nahavandi[d] |
Ерләнгән урыны | Мәсжид ән-Нәбәүи мәсете |
Атаһы | аль-Хаттаб ибн Нуфайл[d] |
Әсәһе | Хинтама бинт Хашим[d] |
Бер туғандары | Зейд ибн аль-Хаттаб[d] һәм Фатима бинт аль-Хаттаб[d] |
Хәләл ефете | Умм Кульсум бинт Али[d], Атика бинт Заид ибн Амр ибн Нуфаил[d] һәм Умм Кульсум бинт Асим[d] |
Балалары | Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр, Асим ибн Умар[d], Хафса бинт Ғүмәр һәм Убайдуллах ибн Умар[d] |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Биләгән вазифаһы | Праведный халиф[d] |
![]() | |
Һуғыш/алыш | Бәҙер һуғышы, Битва при Ухуде[d], Битва у рва[d] һәм Битва при Хайбаре[d] |
Kunya | Abu Hafs[d] |
![]() |
Әбү Хафс Ғүмәр ибн әл-Хәтта́б әл-’Әҙәби әл-Ҡөрәейши (ғәр. أبو حفص عمر بن الخطاب العدوي القرشي; Мәккә — 3 ноябрь 644, Мәҙинә) — икенсе хәлифә (634—644), күренекле дәүләт эшмәкәре. Шулай уҡ Ғүмәр ибн әл Хәттаб әл Фәрүҡ (ғәр. عمر ابن الخطاب) һәм Ғүмәр I исемдәре мәнән билдәле.
Даталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 585 — Тыуған
- 634—644 — идара итеү йылдары.
- 636 — Димәшҡ янында Ярмуҡ һуғышы: византиялыларҙы тар-мар итеү.
- 636 — Ҡәдисия янындағы һуғыш, фарсыларҙы тар-мар итеү.
- 637 — Иерусалимды алыу.
- 639—641 — Мысырҙы яулау.
- 644 — Мәҙинәлә фарсы ҡоло тарафыннан үлтерелә.
Ҡиәфәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ул замандаштары араһында оҙон буйы, тулы һәм баһадир кәүҙәһе менән айырылып торған. Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем һәм унан һуң да бик талапсан, уҫал холҡо менән айырылған[3]. Сығанаҡтар күрһәтеүенсә ул аҡ тәнле, һылыу йөҙлө булған. Мыйығы ҙур булып, тырпайып торған. Йөрөшө етеҙ, тауышы - яңғырауыҡлы, ҡыҙыу, энергиялы, власлы булған.[4]
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғүмәр ибне-Хәттаб башта (Пәйғәмбәрлектең 6-сы йылына тиклем) исламдың һәм мосолмандарҙың ҙур дошманы була. Ләкин ваҡыт үтеү менән, уға Ҡөрьән уҡырға биргән апаһының тәьҫире менән исламды ҡабул итә һәм Пәйғәмбәрҙең иң яҡын сәхәбәләренең берһенә әйләнә.
Мөхәммәт ғәләйһиссәләм үлеменән һуң, вариҫлыҡ һорауы тыуа. Хәлиф урынына 4 иң яҡшы мосолмандар дәғүә итәләр: Әбү Бәкер, Ғүмәр ибне-Хәттаб, Ғосман ибне Ғәффән һәм Ғәли ибн Әбү Талип (радыйаллаһу ғәнһүм). Шунда Ғүмәр төптән уйлай торған кеше кеүек эш итә: ул Әбү Бәкерҙең ҡулын ҡыҫа һәм шуның менән уның хәлифлеген таный. Уның артыннан башҡалар ҙа беренсе хәлифтең ҡулын ҡыҫалар. Ғүмәр хәлифәт кешеләре тураһында ҡайғыртҡан. Төн һайын кешеләр:ең йәшә кимәлен белеү өсөн ҡаланы йәйәүләп урап сыҡҡан. Ғүмәрҙе Ибнел-Хәттаб Әбу-Лүөлүә (фарсы ҡоло) бысаҡ менән ҡаҙап үлтерә. Уны Мөхәммәт Пәйғәмбәр эргәһенә ерләйҙәр.
Ғүмәр (радыйаллаһу ғәнһү) ваҡытындағы яуҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ул исламды таратыу буйынса йыһатты дауам иткән. Шам ерҙәренән ҡурҡыныс тыуҙырлғанға күрә, мосолмандар ғәскәре ярҙамында ул бар иғтибарҙы Фарсы ерҙәрен һәм Ираҡты яулап алыуға бүлгән һәм ошоға ирешкән. Был эште ул бик мөһим стратегик кимәлгә ҡуя, үҙе лә ошо яуҙа ҡатнашырға теләй. Тик мосолмандар быға юл ҡуймай. Йыйында тикшерелеп был эш ышаныслы сәхәбәләргә тапшырыла. Ғәскәр башлығы булып Сәүд Вәкҡас һайлана. 637 йылда Сәүд Вәҡҡас ғәскәрҙәрен Ирак яғына бора. Уларға ҡаршы Фарсы батшаһы 33 хәрби фил булған 80 меңлек ғәскәр ебәрә. Өс көн барған һуғышта мосолман ғәскәре еңеп сыға. Бөтәһе 10 000 самаһы фарсы һәм 2 500 мосолман үлеп ҡала. (Ҡадисиә һуғышы)
Мосолмандарҙың Нам ерҙәренә керәһен белгәс, ошойылды Византия императоры Ираклий мосолмандарҙың еңеүҙәрен күреп, уларға ҡаршы бар ғәскәрен туплай. Был ғәскәрҙе императорҙың ағаһы етәкләй. Ғәскәр Ярмуҡ йылғаһы янына урынлаша. Быляуҙа мосолмандар еңеүгә өлгәшә. (Ярмуҡ һуғышы) Ғүмәр етәкселеге ваҡытында Мысыр яулап алына. Мысыр халҡы византиялылар тарафынан ебәрелгәнгә күрә, улар мосолмандарға ярҙам итәләр. Ил яулап алына һәм ул ислам дәүләтенең бер виләйәтенә әүерелә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ OCLC. VIAF — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ Encyclopædia Britannica
- ↑ DUMSO.Ru
- ↑ islamnaneve.com
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Большаков О. Г. История Халифата. 2. Эпоха великих завоеваний (633—656) — М.: Восточная литература, 1993.
- Али-заде, А. А. Омар ибн Хаттаб (архив ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- Большаков О. Г. ’УМАР (Омар I) б. ал-Хаттаб ал-Фарук // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 241.
- Крымский А. Е. Омар ибн Хаттаб // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Повелитель правоверных Умар ибн аль Хаттаб. Islam Na Neve. Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 сентябрь 2013. 27 сентябрь 2013 тикшерелгән.
- Абдулхаким-хазрат Яфаров Восход и закат халифа Умара (2011-06-21). Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 20 апрель 2013 тикшерелгән.
- Гамзатов, Зайнула Второй праведный халиф Умар ибн аль-Хаттаб. Assalam.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 апрель 2013. 20 апрель 2013 тикшерелгән.