Эстәлеккә күсергә

Өхүд һуғышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өхүд һуғышы
Рәсем
Урын Өхүд, Мәҙинә һәм Ғәрәп ярымутрауы
Ваҡиға ваҡыты 23 март 625
Карта
 Өхүд һуғышы Викимилектә

Өхүд һуғышы (ғәр.غزوة أحد, транслит. Ġazwat ʾUḥud) — Һижрәттең өсөнсө йылының 3-сө шәүүәл айында (625, 23 март) Мөхәммәт Пәйғәмбәр етәкселегендәге мосолмандар һәм Әбү Суфыян етәкселегендәге ҡорайыштар араһында килеп сыҡҡан һуғыш. Өхүд тауындағы һуғыш ҡорайыштарҙың Бәҙер һуғышында еңеүҙәре өсөн реванш алырға тырышыу булып тора[1][2].

Мөшриктәр 3 мең кешенән, шул уҡ һандағы дөйәнән һәм 200 аттан торған ғәскәр йыялар. 700 һуғышсының көбә кейеме була. Байраҡ тотоусы итеп Ғәбдед-Дар нәҫеле һуғышсыларын билдәләйҙәр. Ғәскәрҙәр юлға ҡуҙғала һәм Мәҙинә тирәһенә етә. Өхүд һәм Ғәйнәйн тауҙары янында лагерь булып урынлашалар. Был ваҡиға 16-сы шәүүәлдә йома көндө була.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр, ҡорайыштарҙың ғәскәрҙәре яҡынлашыуын белгәс, ҡала тирәһенә күҙәтеүселәр урынаштыра, ә улар Ғәйнәйн һәм Өхүд тауҙары янына килеп туҡтағас, кешеләрҙе кәңәшмәгә саҡыра. Мөхәммәд Пәйғәмбәр ҡала ерҙәренән китмәйсә генә һаҡланырға кәрәк тип уйлай, ләкин ул йәштәрҙең һүҙҙәре менән килешә һәм асыҡ ерҙә һуғышырға ҡарар итә.

Мосолмандар ғәскәре өс төркөмгә бүленә: мөһәжирҙәр, аусиҙәр һәм хәзрәжиҙәр. Мөһәжирҙәрҙең байрағын Мусғәб ибн Ғүмәр, аусиҙарҙыҡын — Үсәйд ибне Хуҙәйер, ә хәзрәжиҙәр әләмен — әл-Хәббәб ибнел-Мүнзир тотоп бара. Ғабдулла ибне Ғүбәйй 300 кешеһе менән ғәскәрҙәрҙе ташлап киткәс, мосолман һуғышсыларының һаны 700 ҡала.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ғабдулла ибне Жүбәйер әл-Әнсари етәкселегендә 50 уҡсыны Өхүд тауы битенә урынаштыра. Уларға мосолман ғәскәрҙәренең тылын һаҡларға һәм, һуғыштың нисек барыуына ҡарамаҫтан, урындарын ташламаҫҡа бойороҡ бирелә.

Ғәскәрҙәр осраша. Мөшриктәрҙең байраҡ тотоусыһы Талха Әбу Талха, алға сығып, мосолмандарҙы икәү генә һуғышыуға саҡыра. Уға ҡаршы Зубәйр ибнел-Ғәүүам сыға һәм еңеүгә өлгәшә. Шунан һуң ҡаты һуғыш тоҡана. Ҡорайыштарҙың атлы ғәскәре менән етәкселек итеүсе Хәлит ибн әл-Вәлит өс тапҡыр мосолмандар тылына сығарға теләй, ләкин Өхүд тауы битләүендә урынлашҡан уҡсылар быға юл ҡуймайҙар.

Мосолмандар ҡорайыштарҙың байраҡсыларына төп иғтибарҙы йүнәлтәләр: уларҙан 11 кеше үлтерелә байраҡ һәм ергә төшә. Шунан һуң мөшриктәрҙе бөтә яҡлап ҡыҫыу башлана. Бигерәк тә Әбу Дүжжәнә һәм Хәмзә таҫыллы көрәшәләр. Ҡорайыштар ҡаса, ә мосолмандар уларҙы эҙәрлекләй башлай.

Был ваҡытта, мосолмандарҙың еңеүҙәрен күреп, уҡсыларҙың күбеһе әмерҙе боҙа һәм Өхүд тауынан төшә башлай. Бының менән Хәлит ибн әл-Вәлит файҙалана һәм, ҡалған 10 уҡсыны үлтереп, мосолман ғәскәрҙәренең тылына сыға, уларҙы ҡамап ала башлай. Ҡасып барған мөшриктәр кире боролалар, ә мосолман ғәскәрҙәре ҡаса башлай.

Мөшриктәрҙең еңеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәккә кавалерияһының көтөлмәгән һөжүме мосолмандар сафында буталыш тыуҙыра. Күп кенә мосолмандар үлтерелә, һәм уларға сигенергә тура килә. Мәккәләр мосолмандарҙы эҙәрлекләмәй, ә Мәккәгә ҡайта һәм еңеү тураһында иғлан итә[3] , артабан асыҡланыуынса, Мөхәммәттең с.ғ.с. беренсе һәм һуңғы еңелеүе була.

  1. Watt (1974) pp. 132—135.
  2. Mubarakpuri, The Sealed Nectar, p. 181. (online)
  3. Cambridge History of Islam 1A (1977) pp. 47-48