Эстәлеккә күсергә

Мөхәммәт мөһөрө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәммәт мөһөрө
Рәсем
Хужаһы Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
 Мөхәммәт мөһөрө Викимилектә

Мөхәммәт мөһөрө (ғәр. ختم الرسول‎; рус. Печать Мухаммеда) — ғосман солтандарының Топҡапы һарайында һаҡланған ҡомартҡылар коллекцияһының бер өлөшө — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡомартҡыларының береһе. Ул сит ил чиновниктарына ебәрелгән бер нисә хатта Мөхәммәт Пәйғәмбәр тарафынан файҙаланылған мисәт күсермәһе тип иҫәпләнә.Ислам пәйғәмбәре Мөхәммәттең мөһөрөндә ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә «Мөхәммәт — Аллаһтың илсеһе» тигәнде аңлатҡан محمد رسول الله тигән яҙыуы булған

Жан-Батист Тавернье 1675 йылда мисәттең Топҡапылағы ҡомартҡылар бүлмәһендә эбен ағасынан эшләнгән бәләкәй генә ҡумтала һаҡланыуы тураһында хәбәр итә. Мөһөр үҙе яҡынса 7,5 × 10 см дәүмәлле кристаллға һалынған һәм фил һөйәге менән ситләнгән. Ул XVII быуатта ла документтарҙы раҫлау өсөн ҡулланылған.

Мосолман тарихнамәһе традицияһына ярашлы, Мөхәммәттең тәүге мөһөрө Әбү Бәкер, Ғүмәр һәм Усман тарафынан мираҫ итеп алынған, әммә Усман уны Мәҙинәлә ҡоҙоҡҡа төшөрөп ебәреп юғалта. Усман мисәттең күсермәһен эшләгән тип иҫәпләнә, һәм был мисәт, йәнәһе, Бағдадты алғанда табылған (1534) һәм Истанбулға килтерелгән.

Джордж Фредерик Кунц һүҙҙәре буйынса, Мөхәммәт император Ираклийға хат ебәрергә йыйынғанда, Унан ебәрелгәнен раҫлау өсөн мисәт кәрәк, тип әйтәләр. Мөхәммәттең «Мөхәммәт — рәсүл Аллаһ» тигән һүҙҙәр яҙылған көмөш мисәте була. Был өс һүҙ балдаҡта өс юл менән яҙылған, һәм Мөхәммәт дубликаттар эшләмәҫкә ҡушҡан була. Уның вафатынан һуң балдаҡ Усманға күсә, ул осраҡлы рәүештә балдаҡты төшөрөп ебәрә. Ҡоҙоҡ шул тиклем тәрән була, һәм балдаҡ юғала. Шул саҡта күсермә яһала, әммә тәүге мөһөрҙө юғалтыуҙы киләсәктә бәхетһеҙлек билдәһе тип ҡабул ителә[1]

Сэр Ричард Фрэнсис Бёртон «пәйғәмбәр традицияһы» буйынса, мөһөрлө балдаҡ өсөн иң яҡшы таш аҡыҡ тип һаналған, һәм был традиция кәм тигәндә 1868 йылға тиклем һаҡланып ҡалған, тип яҙа. Аҡыҡ шулай уҡ «фәҡирлектән ҡурсыусы» тип иҫәпләнә.

Мөхәммәт с.ғ.с. мөһөрөнөң икенсе варианты түңәрәк формаһында, һәм ғосман дәүерендә Мөхәммәт хаттарының ҡулъяҙма күсермәләренә нигеҙләнеп эшләнгән. Әммә был хаттарҙың һәм мөһөрҙөң дөрөҫлөгөнә шик бар, һәм улар табылғандан һуң шунда уҡ бәхәстәр башлана, әммә был турала тикшеренеүҙәр бик аҙ.

Нёльдеке (1909) кеүек ҡайһы бер ғалимдар беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған күсермәне ялған тип иҫәпләй, ә Орнберг (2007) фекеренсә, Мөхәммәттең Мукаукисҡа яҙған хаты «бер ниндәй ҙә тарихи ҡиммәткә эйә түгел». Уның әйтеүенсә, палеографик мәғлүмәттәр мөһөрҙөң ялған икәнен күрһәтә: унда яҙыу стиле анахроник һәм ғосман сығышлы булыуына ишаралай.

Мөһөрлө балдаҡтан тыш, Мөхәммәт с.ғ.с., бәлки, үҙенең документтарының дөрөҫлөгөн раҫлауҙың башҡа ысулдарын да ҡулланғандыр. Мәҫәлән, Ул Мысырҙағы Изге Екатерина монастырына яҡлау һәм өҫтөнлөк биреүсе фарманға ҡара менән буялған ҡулын ҡағыҙға баҫып ҡул ҡуйған.

Мөхәммәт мөһөрө «Ислам дәүләте» террористик ойошмаһы флагында бар.