Хира (мәмерйә)
Хира | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Jabal al-Nour[d] |
![]() |
Хира (араб. حراء — хира́) — Мәккәнән 3,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан ҙур булмаған (яҡынса 3,5 — 2 м) мәмерйә, ауыҙы Ҡәғбәгә табан йүнәлтелгән. Сәғүд Ғәрәбстаны территорияһындағы Жәбәл ән-Нур тауының төньяҡ-көнсығыш битләүендә урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Риүәйәт буйынса, Мөхәммәт Пәйғәмбәр Хира мәмерйәһендә уйланыу өсөн яңғыҙ ҡалырға ярата. Пәйғәмбәр заманында уның янында, Ираҡ хажиҙары йөрөгән юлдың һул яғында әл-Әҡнәс ғаиләһе биҫтәһе (шиб) урынлашҡан булған[1]. Исламға ярашлы, тап ошо мәмерйәлә Ябраил фәрештә (изге яҙмала — Гавриил), Мөхәммәт Пәйғәмбәргә беренсе үәхи — Әл-Ғәләҡ сүрәһенең тәүге 5 аятын тапшыра.
Әл-Ғәләҡ сүрәһенең тәүге 5 аяты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Һине барлыҡҡа килтергән Раббыңдың исеменә уҡы.
|
![]() |

Шулай уҡ, Пәйғәмбәр әт-Таифҡа сәфәрҙән ҡайтҡас, 620 йыл тирәһендә Хирала булған һәм, Мәккәнең хәүефһеҙлегенә инанғансы, шунда көткән, тип хәбәр ителә[1].
Хәҙерге заманда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәмерйә Мина үҙәне буйындағы юл янында урынлашҡан булһа ла, уға барыу бер нисек тә хаж йәки башҡа ғибәҙәт төрҙәре менән бәйле түгел.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ḥirāʾ / Weir T. H., Watt W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле);
- Wüstenfeld F. Chroniken der Stadt Mekka, I (426, 493), III (447), IV (332);
- Ali Bey Travels, II, 65;
- Burckhardt Travels in Arabia, I, 320 f.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |