Ябраил

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ябраил
араб. جبريل
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Ҡушаматы:

Ар-Рух, Рух аль-Кудус, Ар-Рyx аль-Амин, Рух мин амриллах


Ҡөрьән шәхесе
Исеме башҡа телдәрҙә:

йәһ. גַּבְרִיאֵל‎, грек. Αρχάγγελος Γαβριήλ

Тиңләнә:

Гавриил Архангел (Ябраил фәрештә)

Категория:

ангел

Ҡөрьәндә телгә алыу:
Бәйле персонаждар:

Ибрахим, Лут, Марьям, Мухаммед

Ваҡиғалар:

наказание народа Лута, рождение Исы, мирадж


Өҫтәмә мәғлүмәт
Разное:

мукаррабун

Commons-logo.svg Ябраил Викимилектә
Мөхәммәт пәйғәмбәр һәм Мүҡәрәбүн фәрештә. (Сиер-и Неби, 1595 й.)

Ябраил (ғәр. جبريل‎) — Джибрии́л, (ғәр. جبرائيل‎) — Джибраи́л, рус. Джибрил; Ҡаһирә Ҡөрьәнендә[1]) — Аллаһы тәғәләгә айырыуса яҡын дүрт фәрештә-мүкәрәбүндәрҙең береһе. Библияла архангел Гавриилға тиңләштерелә[2].

Джибрил (Ябраил) һүҙе ике боронғо семит һүҙенән тора — джибр («ҡол», «хеҙмәтсе») һәм ил («Аллаһ») тигәнде аңлата. Тимәк, «Аллаһтың ҡоло» [3].

Ябраилдең шулай уҡ ошондай исемдәре бар:

Әмин әл-Вәхи (вәхиҙең тоғро илсеһе),

Рух әл-Әмин (рухы тоғро),

Рух әл-Ҡодос (изге рух),

Намыҫ Әкбәр (иң юғары дәрәжә эйәһе)

һәм Тауис Мәләикә (фәрештә-тауис).

Ҡөрьән[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ябраил Аллаһы тәғәлә менән пәйғәмбәрҙәр, шул иҫәптән Мөхәммәт пәйғәмбәр[4][3] араһындағы аралашсы. Ҡөрьәндә ул Аллаһтың ҡушыуы буйынса Мөхәммәттең ҡурсалаусыһы, уны кафырҙарҙан яҡлаусы булараҡ телгә алына. Ябраил аша Аллаһ Мөхәммәткә Ҡөрьән ебәргән[5][6][7].

Мөфәссирҙәр (Ҡөрьәнде аңлатыусылар) Ябраилде «рух» тип тә атайҙар (әр-pyx)[8] «изге рух» (рух әл-ҡодос)[9], «тоғро рух» (әр-pyx әл-әмин)[10] «Аллаһтың әмере рухы» (рух мин әмр Аллаһ)[11][12][13]. Ғайса пәйғәмбәр[14][15][16], уның әсәһе Мәрйәм Инә тураһындағы бәйәндәрҙә лә шундай уҡ һүҙҙәр ҡулланыла[17][18]; Ҡөрьән уларҙы Ябраил менән дә бәйләй тип һанала[7].

Ябраил Мәрйәмгә улының тыуасағы тураһында хәбәр итер өсөн килә[19].

Хәҙистәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙистәрҙә Мөхәммәт Пәйғәмбәр тормошонда Ябраилдең роле ентекле тасуирлана. 23 йыл дауамында ул Мөхәммәткә Ҡөрьән өлөштәрен тапшыра. Ябраил Пәйғәмбәрҙе һаҡлай һәм өйрәтә, Ҡотдосҡа сәфәре — Миғраж кисендә оҙатып йөрөй. Ул шулай уҡ дини бәхәстәрҙә һәм Мәккә мәжүсиҙәренә ҡаршы һуғышта Уға ярҙам итә.

Риүәйәт буйынса, Ябраилде Аллаһ Әҙәмде яралтыр өсөн балсыҡ алып килергә ебәргән. Әҙәмде ожмахтан ҡыуғандан һуң Ябраил уны ҡурсалай. Ябраил Нухты һәм Ибраһимдың улы — Исмәғилде ҡотҡарған, Йософты — күп телдәргә, Дауытты һайман яһарға өйрәткән; Сөләймәнгә ярҙам иткән, Яхъяға Зәкәрийәнең тыуыуын хәбәр иткән һ. б.[7].

Риүәйәт буйынса, Ябраил ергә күп тапҡырҙар төшә:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Али-заде, А. А. Джибрил // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
  • Пиотровский М. Б. Джибрил // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 64. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.