Нәсер (мифология)
Нәсер | |
ғәр. نسر | |
Мифология | |
---|---|
Заты |
ир заты |
Функция |
Джуба оазисының илаһ-ҡанбабаһы, ҡурсалаусыһы һәм хакимы |
Хайуан |
Бөркөт |
Нәсер (ғәр. نسر — «бөркөт», «гриф»; рус. Наср) — Сәба батшалығында һәм Кәтбәнә мәмләкәтендә хөрмәт ителгән боронғо ғәрәп мифологик илаһтарының береһе.
Нәсер — Сәбаның баш ҡалаһы Мәьрибтән көньяҡтараҡ урынлашҡан Джуба оазисының илаһ-ҡанбабаһы, ҡурсалаусыһы һәм хакимы. Нәсер һүрәттәре бөркөт рәүешендә эшләнгән һәм Көньяҡ Ғәрәп сәнғәтендә, декоратив һәм дини-символик функцияла осрай[1]
Ҡөрьәндә Нух пәйғәмбәр[2] халҡы табынған илаһ итеп иҫкә алына:
Ҡөрьәндә Йағуҡ Нух пәйғәмбәр[2] халҡы табынған пот итеп телгә алына:
Ҡәүемдең олуғтары мәкер ҡылдылар һәм әйттеләр: “Үҙ поттарығыҙға табыныуҙы ташламағыҙ! Уад, Суағ, Йәғуҫ, Йағуҡ һәм Нәсер исемле поттарға табыныуҙы ташламағыҙ”. |
Уға һимйәрҙәр, атап әйткәндә, Зү Рүәйн менән Зү-л-ҡәлә ырыуҙары табынған. Риүәйәттәргә ярашлы, Нәсер культын йәһүдилек (йәһүд дине) алмаштырған. Был илаһ һирәк кенә Төньяҡ Ғәрәбстан тураһындағы яҙмаларҙа һәм ҡайһы бер сит ил сығанаҡтарында телгә алына[1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Пиотровский М. Б., 1991, с. 174
- ↑ 2,0 2,1 Лундин, 1988, с. 203
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — 719 с.
- Пиотровский М. Б. Коранические сказания. — Наука, ГРВЛ, 1991.
- Ибн аль-Калби. Аснам.
- Fahd. Le pantheon, с. 132—134.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |