Лоҡман (дәғүәтсе)
Лоҡман | |
ғәр. لقمان | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1698[1] |
Вафат булған көнө | 1769[1] |
Һөнәр төрө | баснописец, табип |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Luqman |
Лоҡман Викимилектә |
Лоҡман, Лүҡмәән[2] (ғәр. لقمان; беҙҙең эраға тиклем XI быуат[3]), — исламда хаҡ тәҡүә тип хөрмәт ителгән боронғо аҡыл эйәһе («хәким»). Ҡөрьәндең 34 аяттан торған 31-се сүрәһе Лоҡман исеме менән аталған һәм Мәккәлә «Саффат» сүрәһенән һуң иңгән. Ҡөрьән буйынса, Лоҡман бер Аллалыҡты төшөнгән аҡыл эйәһе булған.
Тормош юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лоҡмандың сығышы тураһында ышаныслы мәғлүмәттәр юҡ. Бер риүәйәттәр буйынса, ул үҙенең хужаһынан Исраил кешеһе азат иткән эфиоп ҡоло булған. Башҡаларҙың әйтеүенсә, ул Суданда (Омдурман) балта оҫтаһы һәм тегенсе булған[4].
Ҡөрьәндә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡөрьәндең 31-се сүрәһендә Аллаһ Лоҡманға тәрән аҡыл бүләк итте, тиелә. Улына өгөт-нәсихәттәрендә ул ҡөҙрәтле Аллаһҡа ышанырға һәм Уға ширк тотмаҫҡа, доға ҡылырға, гонаһтан ситтә торорға, яҙмыш һынауҙарына түҙергә, тәкәббер һәм маҡтансыҡ булмаҫҡа васыят итә[5]. Лоҡман улына атлағанда ла, телмәрҙә лә баҫалҡы булырға васыят итә, сөнки «иң йәмһеҙ тауыш — әлбиттә, ишәк тауышы»[6].
Ҡөрьән тәфсирселәре йыш ҡына Лоҡманды Библиялағы Валаам тип таный. Ҡайһы берәүҙәр уны пәйғәмбәрҙәргә индерә, әммә күпселеге уны хаҡ тәҡүә (сәлих) тип һанай[4]. Ислам әҙәбиәтендә Лоҡман исеменә бәйле күп аҡыллы һүҙҙәр һәм әйтемдәр билдәле. Һуңғы урта быуаттарҙа Лоҡманды Эзоп менән тиңләйҙәр, мәҫәлдәр авторы тип иҫәпләп, уны йәмһеҙ ҡара ҡол тип һүрәтләйҙәр[5].
Бик күп ғәрәп йолаларының килеп сығыуы уға бәйле һанала[7].
Версияларҙың береһе буйынса, Лоҡман Дауыт пәйғәмбәр заманында йәшәгән, уның менән осрашҡан, унда уҡыған. Диндең төрлө аспекттарын ул шул тиклем яҡшы белгән, шуға күрә Дауыт уны хатта судья итеп тәғәйенләгән[4].
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лоҡман образына (Луқмон) Алишер Навои ҙа мөрәжәғәт итә. Уныңса был аҡыл эйәһе, фани донъя данын ҡалдырып, харабаларҙа төпләнә һәм әҙ генә менән ҡәнәғәт булып йәшәй[8]. Аҡыл эйәһе Лоҡман образы төрлө халыҡ риүәйәттәрендә, атап әйткәндә, афған риүәйәттәрендә лә осрай[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Luqmān // https://www.bartleby.com/library/bios/3911.html
- ↑ Локман // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ «По Масуди, он был нубийский невольник, живший во времена Давида» / Локман // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Али-заде, 2007
- ↑ 5,0 5,1 Ислам: ЭС, 1991
- ↑ Луҡман https://ru.quranacademy.org/quran/31:12-19/kul
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 147
- ↑ Стена Искандара, LXXVIII
- ↑ Афганские сказки и легенды. — М., 1972. — С. 272—273.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пиотровский М. Б. Лукман // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 147—148. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. Лукман // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).