Зөлҡәрнәй (персонаж)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зөлҡәрнәй
ғәр. ذو القرنين
Рәсем
Заты ир-ат
Һөнәр төрө полководец
Телгә алынған хеҙмәттәр Ҡөрьән
Эра Древний мир[d]
Враг Йәжүж менән Мәжүж
Commons-logo.svg Зөлҡәрнәй Викимилектә

Зөлҡәрнәй (ғәр. ذو القرنين‎ — «ҡуш мөгөҙлө», «ике мөгөҙлө»[1]) — хаҡ тәҡүә һәм бөйөк батша, халыҡты Йәжүж менән Мәжүждән һаҡлаусы диуар төҙөгән. Зөлҡәрнәй исеме Ҡөрьәндең ун һигеҙенсе сүрәһендә дүрт тапҡыр телгә алына[2].

Исеме һәм прототибы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зөлҡәрнәй ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «ике мөгөҙлө» тигәнде аңлата. Исемдең аныҡ аңлатмаһы билдәһеҙ. Берәүҙәр көнсығыш менән көнбайышты «ҡояш мөгөҙө» тип атай, икенселәре быны Рум менән Фарсы иленең хужаһы булыуы менән аңлата, өсөнсөләр маңлайында оро булғандыр, тип фараз итә[3].

Ҡайһы бер риүәйәттәргә ярашлы, Зөлҡәрнәйҙең исеме «Искәндәр» булған, шуға күрә уны ғәҙәттә Искәндәр Зөлҡәрнәй менән тиңләштерәләр («Ҡуш мөгөҙлө Искәндәр»), етмәһә, ул тәңкәләрҙә мөгөҙлө илаһ Зевс-Амон кәүҙәләнеше булараҡ һүрәтләнгән. Башҡалар Зөлҡәрнәй прототибын Бөйөк Кир II йәки Сөләймәндә күрә ; хәҙерге заман тикшеренеүселәре хатта Византия императоры Ираклий I прототибы булыуы мөмкин тип иҫәпләй.

Бөтә комментаторҙар уны бөйөк батша булған тип таный, Фарсы батшаһы Дарий, Лахмид батшаһы әл-Мүнзир, Йемен батшаһы Әл-Әкрән («мөгөҙлө») йәки башҡалар булыуы ихтимал тип һанай. Ҡайһы бер тарихсылар (әл-Куртуби, әт-Табари, Ибн Асир) Зөлҡәрнәй Ибраһим пәйғәмбәр заманында йәшәгән, хатта уның менән бергә Мәккәгә хаж ҡылған, тип раҫлайҙар[4].

Зөлҡәрнәйҙең ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зөлҡәрнәй Бер Аллаға ышанған һәм башҡа халыҡтарҙы Аллаһ шәриғәтенә эйәрергә саҡырған. Аллаһ уға бөйөк власть биргән, һәм ул мәжүсиҙәргә ҡаршы һуғышҡан, шулай итеп Европала һәм Азияла ҙур территориялар яулап алған.

Шул уҡ ваҡытта, Ҡөрьән Искәндәрҙең яулағандарынан тыш Зөлҡәрнәйҙең башҡа ҡаҙаныштарын бәйән итә (мәҫәлән, Йәжүж-Мәжүж менән һуғыш йәки ҡояш «һаҫыҡ сығанаҡҡа байыған» ерҙәрҙә йәшәүселәр өҫтөнән ойошторолған хөкөм[2]). Зөлҡәрнәй Йәжүж менән Мәжүждең башҡа халыҡтарға ҡарата яуызлыҡ ҡылған ҡырағай ҡәбиләләренә ҡаршы сығыш яһай. Зөлҡәрнәй ике тау араһында диуар төҙөй, ә блоктар араһындағы ярыҡтарға ирегән тимер ҡойҙорта. Был бөгөнгө Бөйөк Ҡытай диуары түгел. Ҡиәмәт көнө алдынан Йәжүж һәм Мәжүж был диуарҙы тишеп сығырға һәм башҡа илдәргә ябырылырға тейеш.

Ҡөрьән хикәйәһенең мәғәнәһе шунда: бөйөк батша Зөлҡәрнәйҙең бөтә ҡаҙаныштарын уға Аллаһы тәғәлә бүләк иткән[5].

Вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, йә Мәккә эргәһендә, йә ҡайҙалыр Сүриә менән Мәҙинә араһында вафат булған һәм Тахам тауында ерләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Искандер Зулькарнайн // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. 2,0 2,1 Зулкарнайн // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
  3. Iskandar // Encyclopédie de l’Islam. 1960—1998.
  4. Али-заде, 2007
  5. Пиотровский, 1991

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]