Эстәлеккә күсергә

Мәлик (фәрештә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Мәлик
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Noor[d]
Һүрәтләнгән объект Хизб Аллах[d]

Мәлик (ғәр. مالك‎) — исламда 18 зобаный (ғәр. الزبانية‎) менән бергә тамуҡ (йәһәннәм) ялҡынын һаҡлаусы фәрештә. Ҡөрьәндә малик фәрештә Әз-Зухруф (Биҙәктәр) сүрәһенең 77-се аятында телгә алына. {{Коран/Цитата|Язаны еңеләйттерә алмағас, гонаһлылар ут һаҡсыһы Мәликкә инәлә башлай: «Раббыңдан беҙгә үлем ебәреүен һора, беҙ тамуҡ уттары ғазабынан арынырбыҙ»
Ә Мәлик уларға: «Һеҙ тамуҡ ғазаптарында мәңге йәшәйәсәкһегеҙ», — тип яуап бирер.

Мәлик тамуҡ утын һаҡлаусы 19 зобаныйҙың етәксеһе булап тора.

Ислам риүәйәтенә ярашлы, Мөхәммәт пәйғәмбәр күккә олғашҡас, унда уға ожмах (йәннәт) менән тамуҡ (йәһәннәм) күрһәтелгән. Шунда Ул мәлик фәрештәне һәм кафырҙарҙың тамуҡ ғазабын күргән. Ҡөрьәндең үҙендә был фәрештә тураһында бер ниндәй ҙә ентекле мәғлүмәт юҡ. Шулай уҡ Миғраж ваҡытында бөтә фәрештәләр, мәликтән башҡаһы, илсене сәләмләгән, тип хәбәр ителә. Тамуҡ һаҡсыһы бер ҡасан да йылмаймаған тип һанала, сөнки Аллаһы тәғәләнең яуаплы ролен иҫәпкә алғанда, был ғәжәп тә түгел.[1]

Әл-Бохари хәҙистәр йыйынтығында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Миғраж кисендә Мәлик фәрештәне күреүе тураһында бәйән ителә[2].

  1. Малик: ангел, который никогда не улыбался. 17 июнь 2017 тикшерелгән.
  2. аль-Бухари «Сахих» — хадис № 1308 (3239).