Хызыр (персонаж)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хызыр
араб. الخضر
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

тәғлимәт таратыусы


Ҡөрьән шәхесе
Категория:

тәҡүәле

Ҡөрьәндә телгә алыу:

1 тапҡыр: 18:60—82

Бәйле персонаждар:

Муса, Ильяс

 Хызыр Викимилектә

Хызыр, Хыҙыр, Хызыр-Ильяс (варианттары: Хидир, Хизир, Хизр, Хызыр; ғәр. الخضر‎ — мәғ. «йәшел»‎ — Яҡын Көнсығыштың Исламға тиклемге төрлө мифологик персонаждарының сифаттарын үҙенә алған образ. Шуға күрә ул Әл-Кәһф сүрәһендәге исемһеҙ «Аллаһ ҡоло» менән тиңләштерелә.

Иран эпосы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Иран халыҡтары» дини эпосында «Хызыр» ярым мифик герой[1], «әхлаҡлылыҡ» нигеҙен йөрөтөүсе, кешеләргә ярҙам итеүсе һәм уларҙы «изгелек ҡылыу» юлына йүнәлтеүсе булып тора. Диңгеҙселәр (моряк), карапсылыҡты (судохотство) ҡурсалаусы илаһ тип, уға айырыуса хөрмәт күрһәткән. Уға һис ҡасан һүрелмәй торған мәңгелек йәшлек хас тип иҫәпләгәндәр. Уның исеме, Фарсы илендә ислам таралғандан һуң да, юғалмаған; мосолмандар араһында ул Хызыр исеме менән билдәле булып киткән. Семит исемен йөрөтөүгә ҡарамаҫтан, кешеләрҙе яуызлыҡтан һаҡлаусы, ҡара көстәр менән көрәшеүсе булараҡ, был илаһтың килеп сығышын дуализм характерына нығыраҡ тура килеүсе итеп танып, Хызыр образының арий сығышлы булыуын фаразларға мәжбүр итә[1].

Күп персонаждар менән:

  • Фарсылар эпосында ул Искәндәр исеме менән булараҡ ҙур роль уйнаған Александр Македонский менән (мәҫәлән, боронғо Фарсияның эпик хикәйәттәрен һүрәтләгән шағир Фирҙәүсиҙең «Шаһнамә»һе, «Батшалар китабы»[2])[3];
  • ғәрәптәрҙе Ирандан ҡыуып сығарыуы менән дан алған фарсы батшаһы Феридундың замандашы менән[3];
  • ислам динендәге хаҡ тәҡүәле Хызыр-Ильяс менән;
  • христиан изгеһе Георгий Победоносец менән[3] тиңләштерелә.

Ҡөрьәндәге хикәйәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хызыр исеме Ҡөрьәндә телгә алынмай, әммә тәфсирләүселәр бер тауыштан уны Муса пәйғәмбәрҙең остазы булған «Аллаһ ҡоло» менән тиңләй. Был турала Изге Яҙма (Ҡөрьән 18:60-82) бәйән итә[4].

Хызырҙың ғәмәлдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Муса менән бергә асыҡ диңгеҙҙә булғанда сүкеш менән кәмә төбөн тишергә тырышыу.
  • Бәләкәй малайҙы үлтереү.
  • Шәфҡәтһеҙ кешеләр өсөн бушлай төҙөлөш эштәрен башҡарыу.

Ғәмәлдәргә аңлатма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хызыр кәмәне залим батша алмаһын өсөн боҙа: «Көймә диңгеҙҙә эшләүсе ярлы кешеләрҙеке ине. Мин уны боҙорға булдым, сөнки яуыз батша уларҙың көймәләрен көсләп тартып алыу менән янай ине» (Әл-Кәһф сүрәһе, 79-сы аят).
  • Хызыр киләсәктә иҫ киткес залим һәм садист булып үҫеп етеү ихтималлығы булған малайҙы үлтерә: «Малайға килгәндә, уның атаһы менән әсәһе диндар булған, һәм беҙ уларға (Аллаһ алдында) уның тыңламауы һәм иманһыҙлығы зыян килтерер тип ҡурҡҡайныҡ. Һәм беҙ Раббының ошо (бала) урынына уларға саф күңелле һәм мәрхәмәтлерәк ул бүләк итеүен теләнек». (Әл-Кәһф сүрәһе, 80-81-се аяттар).
  • Хызыр аҫтында хазина күмелгән диуарҙы йүнәтә. Шулай итеп етемдәргә хазинаны һаҡлап ҡала: «Ул диуар ҡалалағы ике етем малайҙыҡы ине. Әгәр диуар емерелә ҡалһа, яман кешеләр уны үҙләштерер ине. Был балаларҙың атаһы тоғролоҡло кеше (праведник) булды. Һәм Раббы, ул малайҙар бәлиғ йәшенә етһә, аталары мираҫына эйә булыуын теләне. Мин быны үҙ белдегемдән эшләмәнем» (Әл-Кәһф сүрәһе , 82-се аят).

Хызыр һабаҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хызыр Мусаны түҙергә һәм асыуланмаҫҡа, кешеләрҙе мәғәнәһен аңламай башҡарған ғәмәлдәре өсөн хөкөм итмәҫкә өйрәткән. Кешеләрҙең ошо ғәмәлдәргә етди сәбәптәр этәрәлер. Моғайын, улар яҡшы ниәттәр менән эш итәлер һәм яуызлыҡ ҡылырға теләмәйҙер.

  • Үҙ-үҙең менән артыҡ ҡәнәғәт булыу, барыһын да беләм, минән яҡшыраҡ, белемлерәк кеше юҡ, тип иҫәпләү кәрәкмәй. Бары тик бер Алла ғына донъялағы бар нәмәне белә. Аллаһы Тәғәлә кешеләргә күп файҙалы нәмәләр эшләй. Әммә улар, был әйберҙәрҙең асылын белмәгәнлектән, ни өсөн Аллаһы Тәғәлә уларға бындай яҙмыш әҙерләгәне тураһында бер ҡасан да уйланмай. Улар быны ниндәйҙер зыянлы нәмә тип иҫәпләй, әммә ысынында иһә был әйберҙәр файҙалы булып сыға. Мәҫәлән, кәмәләге тишекте, яуыз малайҙың ғүмерен ҡыйыуҙы иҫкә төшөрәйек.
  • Бушлай булһа ла, кеше яҡшылыҡ эшләргә тейеш, сөнки яҡшылыҡ башҡа яҡшы кешеләргә файҙа килтерә. Мәҫәлән, түләү булмаһа ла, Хызыр, емерелергә торған стенаны тәртипкә килтергән.
Пир Хизир Зунджа — Әзербайжандағы Бешбармаҡ тауы янындағы изге урын

Хызыр тураһында риүәйәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Киң таралған легендаларҙың береһе буйынса, Хызыр Зөлҡәрнәй армияһында хеҙмәт итә Һәм уға Урта Азияла тере һыу сығанағын табырға ярҙам итә (икенсе версия буйынса — Әзербайжанда Бешбармаҡ тауы тирәһендә)[5][6]. Алишер Навои версияһы буйынса, Хызыр (Хизр) ысынлап та, Александр Македонскийҙың көрәштәше була, һәм ул ғына тере һыу табыуға һәм үлемһеҙлеккә өлгәшә. Шулай уҡ Хызыр йәшел кейем кейеп йөрөгән[7].
  • Төркиәлә 6 майҙа башлана (Хедерлез) һәм 7 ноябрҙә тамамланған йәйге йылы миҙгелде «Хизир көндәре» (ҡапма-ҡаршыһы — ҡышҡы «Ҡасим Көндәре») тип атайҙар[8][9].
  • Көнсығыш ҡунаҡсыллығы Хызыр тураһындағы легендаларға нигеҙләнә, сөнки ул төрлө ҡиәфәттә килә ала.

Киң таралған легендаларҙың береһе буйынса, Хызыр Искәндәр Зөлҡәрнәй армияһында хеҙмәт иткән һәм уға Урта Азияла тере һыу сығанағын табырға ярҙам иткән (икенсе версия буйынса — Әзербайжанда Бешбармаҡ тауы тирәһендә). Алишер Навои фаразы буйынса, Хызыр ысынлап та Александр Македонскийҙың көрәштәше булған, ләкин ул ғына тере һыу тапҡан һәм үлемһеҙлек һәләтенә эйә булған. Хызыр йәшел төҫтәге кейем кейгән. Төркиәлә (ҡышҡы «Ҡасим көндәре»нә ҡапма-ҡаршы) 6 майҙа башланған һәм 7 ноябрҙә тамамланған йәйге йылы миҙгелде «Хызыр көндәре» (Хедерлёз) тип атайҙар. Ул теләгән ҡиәфәткә инә алғанлыҡтан, Хызыр тураһындағы легендалар көнсығыш ҡунаҡсыллығына нигеҙләнә.

Хызыр мәсеттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙа Хызыр образы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙа Хызыр Ғәлиәссәләм (Хызыр пәйғәмбәр), Хызыр Ильяс исемдәре менән билдәле. Хөрәфәттәргә ярашлы, аҡ кейемле, оҙон таяҡ тотҡан бабай йәки хәйерсе ҡиәфәтендә донъя буйлап сәйәхәт итә һәм кәрәк ваҡытта ярҙамға килә, тип һанала. Сәфәргә йыйынған кешегә: «Хызыр Ильяс юлдаш булһын!» тип теләйҙәр. Хызыр хөрмәтенә доға уҡыла, ҡорбан салына. «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпостарында, «Бабай, Хызыр, батша» әкиәттәрендә Хызыр төп геройҙың ҡурсалаусыһы булып тора[11].

Хызыр, Хадир (ғәр. — йәшел) — мосолман мифологияһында Яҡын Көнсығыштың исламға тиклемге мифологияның төрлө персонаждарының һыҙаттарын үҙ эсенә алған персонаж, әүлиә. Легендаларға ярашлы, тере һыу сығанағын эҙләп таба, һәм уны эскәндән һуң үлемһеҙгә әүерелә. Диңгеҙ сәйәхәтселәрен, тәҡүәле кешеләрҙе, рәнйетелгәндәрҙе яҡлаусы. Хызыр күп пәйғәмбәрҙәрҙең, шул иҫәптән Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең дә, остазы һәм кәңәшсеһе һанала. Йыш ҡына уны ҡоро ер буйлап сәйәхәт иткән үлемһеҙ Ильяс менән тиңләйҙәр. Урта Азияла уны йыш ҡына Хызырҙың үҙен күреүселәргә муллыҡ һәм бәхет бүләк итеүсе диндар аҡһаҡал ҡиәфәтендә күҙ алдына килтерәләр.

Төньяҡ һәм көнбайыш башҡорттарында иһә, исламдағы Хызыр һәм боронғо ер эйәһе образдары ҡушылып, баҫыуҙарҙы ҡурсалаусы эйә образы барлыҡҡа кил­гән. Йәнәһе лә Хызыр, елән салғыйын елберләтеп, ыҙан буйлап башаҡтарға йән өрөп йөрөй: инаныу буйынса, «Хызыр үткән ерҙә иген мул була» тип ышанғандар[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Хидр // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Шах-Наме // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  3. 3,0 3,1 3,2 Хызыр // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Ибн Араби. Дата обращения: 7 апрель 2012. Архивировано из оригинала 29 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
  5. E-Samarkand.Narod.Ru
  6. "КАСПИЙСКИЕ ВОРОТА"НА ВЕЛИКОМ ШЕЛКОВОМ ПУТИ // BR.Az
  7. Фархад и Ширин (поэма Навои), XXIV
  8. Carnevale.Ru. Дата обращения: 7 апрель 2012. Архивировано из оригинала 26 октябрь 2008 года. 2008 йыл 26 октябрь архивланған.
  9. TurkTakvim.Com
  10. Touruz.Narod.Ru
  11. ХЫЗЫР, мифологический персонаж
  12. Хызыр

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хадир / Пиотровский, М. Б. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — С. 576.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]