Эстәлеккә күсергә

Зәрҡүм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зәрҡүм

Зәрҡүм — башҡорт мифологияһында яуыз йән эйәһе, ифрат ҙур йылан[1].

«Урал батыр» эпосы персонажы, йыландар батшаһы Ҡәһҡәһәнең улы. Мифик заттарға хас көскә эйә түгел, әммә хәйләкәр һәм мәкерле. Зәрҡүм нисек кенә булһа ла ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙы Һомайҙы яулап алырға тырыша. Ун ике мөгөҙлө боланды йотоп, балыҡ, көшөл, матур егет һ. б. ҡиәфәтенә инә алыу һәләтенә эйә була. Урал батыр уны үлемдән ҡотҡарғас, Зәрҡүм батырҙы һарайға саҡыра һәм ҡотҡарыусыһын йыландарға өҙгөләргә ҡалдыра. Дейеүҙәр батшаһы Әзрәҡәгә Урал батыр менән алышта ярҙам итә, Шүлгәнде ҡустыһына ҡаршы ҡоторта. Шүлгән барлыҡҡа килтергән һыу баҫыу мәлендә Зәрҡүм Һомайҙы урларға маташа. Урал батырҙың алты йәшлек улы Нөгөш тарафынан үлтерелә[2][3].

Башҡорт мифологияһының Зәрҡүм, Ҡәһҡәһә һәм Әзрәҡә исемле персонаждары иран донъяһы менән бәйле. Атап әйткәндә, Әзрәҡә зороастрия текстарында Азарак формаһында теркәлгән, ә Зәрҡүм, фонетик вариантында «Зергам» иран телдәренән «арыҫлан» («лев») мәғәнәһендә тәржемә ителә. Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосындағы был персонаж Арыҫлан йондоҙлоғо символы булып тора. Башҡорт мифологияһындағы Ҡәһҡәһә — аждаһа һымаҡ әшәке һәм зыянлы заттарҙың ун ике башлы батшаһы һәм Ҡош юлын символлаштыра[4].

Фарсы теленән килеп ингән һүҙ. Ике йөҙлө, алдаҡсы мәғәнәһендә[5].

  • Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998
  • Башкирское народное творчество. Т. 1. Эпос. Уфа, 1987.
  • Башҡорт халыҡ ижады. 1-16 томдар
  • Батырҙар тураһында әкиәттәр. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте1992 й.
  • Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Нәҙершина Ф. А. Халыҡ хәтере. Өфө, 2006.
  • Мирбадалева А.С. Башкирский эпос «Урал-батыр» //Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып. 4.
  • Аминев З.Г., Ямаева Л.А. Элементы древних иранских верований в традиционном сознании башкир // Иран-наме. – Алматы, 2010. №4. С. 97-109.
  1. ЗАРКУМ, миф. персонаж
  2. ЗАРКУМ, миф. персонаж
  3. Мирбадалева А.С. Башкирский эпос «Урал-батыр» //Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып. 4.
  4. Элементы древних иранских верований в традиционном сознании башкир
  5. Аминев З.Г., Ямаева Л.А. Элементы древних иранских верований в традиционном сознании башкир // Иран-наме. – Алматы, 2010. №4. С. 97-109.