Бисура
Уҡыу көйләүҙәре
Бисура — башҡорт мифологияһында иң түбән рух. Хөрәфәти хикәйәләр, әкиәттәр («Үгәй ҡыҙ менән бисура» һ. б.) персонажы. Ҡыҙыл кейемдәге бәләкәй кеше образында күҙалланған яуыз һәм хәйләкәр йән эйәһе. Һил урманда, талаш күп булған йортта йәшәй. Төрлө йән эйәләренә — мыраулаған бесәйгә, өргән эткә, илаған балаға һ.б. әүерелә ала. Кешене урманға әүрәтеп индереп, ҡанын һура, аҡылдан шаштыра. Оҡшатҡан кешеһен ул ҡурсалай, байырға ярҙам итә, ауырыуҙан һәм бәләнән ҡотҡара. Башҡа төрки телле халыҡтарҙың мифологияһында ла осрай.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады. 1—16 том.
- Нәҙершина Ф. А. Хөрәфәти хикәйәләр //Башҡорт фольклоры. Өфө, 1993.
- Руденко С. И. Башкирские сказки и поверья //Археология и этнография Башкирии. Т.5. Уфа, 1973
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтангәрәева Р. Ә. Бисура // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.