Әл-Ғүззә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әл-Ғүззә
ғәр. العزى
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Алла ... ҡарай Арабская мифология[d]
 Әл-Ғүззә Викимилектә

Әл-Ғүззә (ғәр. العزى‎ — ҡеүәтле, рус. Аль-Узза) — Венера планетаһының алиһәһе. Исламға тиклемге ономастикала осрай.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьәндә Ән-Нәджм сүрәһендә ошондай аят бар:

« Видели ли вы ал-Лат, ал-'Уззу и ещё эту третью — Манат? Неужели у вас [дети] — мужского пола, а у Него — женского? Ведь подобное деление [детей] было бы несправедливым. Они (т. е. божества) — всего лишь имена, которыми нарекли их вы и ваши отцы, и Аллах не ниспослал насчёт них никакого доказательства. Они следуют только догадкам и тому, чего жаждут их души. А ведь к ним пришло наставление на прямой путь от их Господа.
»

Әл-Ғүззә Синайҙа, Нәбатиә, Лихйән дәүләттәрендә Хан-Ғүззәй исеме менән билдәле булған. Шулай уҡ Ҫамуд ғәрәптәре, Көньяҡ Ғәрәбстан ғәрәптәре һәм Ираҡта билдәле. V—VI быуаттарҙа ул Ғәрәбстандың, атап әйткәндә, Үҙәк Ғәрәбстан ғәрәптәренең (Хижәз, Хира, Нәбатиә) юғары илаһтарының береһенә әйләнә. Үҙәк Ғәрәбстандың көньяғында әл-Ғүззә әл-Лат һәм Мәнәттең әсәһе тип һанала[1].

Сүриәгә һәм Ираҡҡа сауҙа юлы башы, Мәккә эргәһендәге Хурад үҙәне әл-Ғүззәгә табыныуҙың төп үҙәге була. Мәккә менән Таиф араһында, әл-Ғүззәнең ғибәҙәтханаларының береһе (әл-Ғүззә әс-Сәғидә) була. Ул өс изге ағас — самураның (акация) өҫтө япма менән ҡапланған ҡаралтынан һәм шунда һалынған изге таштан торған.

Унда даими ғибәҙәт ҡылалар һәм ҡорбан килтерәләр[2]. Мәккәне яулап алғандан һуң Мөхәммәт Пәйғәмбәр Хәлид ибн әл-Вәлидкә был һынташты емерергә бойора[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Узза / Лундин, А. Г. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — С. 545.
  • Али-заде, А. А. Узза // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Пиотровский М. Б. ал-Узза // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 239. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.