Зобаный

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зобаный
араб. جبريل
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Ҡушаматы:

Ар-Рух, Рух аль-Кудус, Ар-Рyx аль-Амин, Рух мин амриллах


Ҡөрьән шәхесе
Исеме башҡа телдәрҙә:

йәһ. גַּבְרִיאֵל‎, грек. Αρχάγγελος Γαβριήλ

Категория:

ангел

Ҡөрьәндә телгә алыу:
Бәйле персонаждар:

Ибрахим, Лут, Марьям, Мухаммед

Ваҡиғалар:

наказание народа Лута, рождение Исы, мирадж


Өҫтәмә мәғлүмәт
Разное:

мукаррабун

ғәрәп телендә «әз-Забания»

Зобаный (ғәр. الزبانية‎ — әз-Зәбәниәт, рус. аз-Заба́ния) — ислам эсхатологияһында тамуҡ фәрештәләре (йәһәннәм), йәки үлем мәлендә йәнде алып китә торған фәрештәләр[1]. Ҡөрьәндә Әл-Ғәләҡ сүрәһендә телгә алына: «Беҙ иһә тамуҡ һаҡсыларын саҡырырбыҙ!»[2]. Әт-Тәхрим сүрәһендә тамуҡтағы уҫал һәм көслө фәрештәләр тураһында әйтелә, улар " Аллаһ бойороҡтарынан тайпылмайҙар һәм ни ҡушһа ла үтәйҙәр "[3]. Әл-Мудәҫҫир сүрәһенең 30-сы аятында , әз-Зәбәниә фәрештәләре һаны 19-ға тигеҙ[4].

Ислам риүәйәтенә ярашлы, зобаныйҙар гонаһлыларҙы бығау һәм сылбыр менән ҡаршы аласаҡ. Фәрештәләр уларҙы тимер күҫәктәр менән туҡмап, тегеләр унан сығырға теләгән һайын кире ҡайтарып торасаҡ[5][6][7].

Башҡорт телендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә «зобаный» һүҙе яуыз, уҫал кешегә ҡарата ла ҡулланыла[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Encyclopaedia of Islam, 1960—2005
  2. Әл-Ғәрәк 96:18
  3. Әт-Тәхрим 66:6
  4. «Их (ангелов) над ней — девятнадцать.» Әл-Мудәҫҫир https://ru.quranacademy.org/quran/74:30-30/kul
  5. Абу Ляйс ас-Самарканди. Танбиху аль-гафилин. — С. 264.
  6. ат-Табарани. аль-Аусат (2750).
  7. Абу Дунья. Сыфату ан-Нар (158).
  8. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит — 354-се бит

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • al-Zabāniyya // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • A. Jeffery. The foreign vocabulary of the Qurʾān. — Baroda, 1938. — С. 148.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит — 354-се бит