Исламда уң һәм һул яҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исламда уң һәм һул яҡ
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Исламда кеше тәне яғына айырыуса иғтибар бирелә. «Таҙа» әйберҙәр эшләгәндә (ашау, эсеү, кейенеү) өҫтөнлөк уң яғына бирелә, һәм «бысраҡ» эштәрҙе эшләгәндә (истинжә, танау һемгереү, кейенеү) — һул яҡҡа.

Уң яҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уң ҡул менән ризыҡ ашарға кәрәк.

Ғәрәп һүҙе йәмин тура мәғәнәлә «уң ҡул» тигәнде аңлата, ләкин йыш ҡына образлы рәүештә «ант», «вәғәҙә» һәм «килешеүҙәр» мәғәнәһендә ҡулланыла. Йәмин һүҙе ғәрәп йәмғиәтендә контракт төҙөгәндә уң ҡулды ҡыҫыу ғәҙәте булған өсөн антҡа ҡарата ҡулланыла[1] .

Кеше тормошонда уң яҡ йыш ҡына көстө һәм эш башлау һәләтен символлаштыра. Йәмин һүҙе «далан» һәм «бәрәкәт» тигәнде аңлата ала. Йәмин термины ҡулғаҡарата («уң ҡул») киң семантик диапазонды үҙ эсенә ала: көс, ярҙам, ҡеүәт, етешлек, эш итеү һәләте һ.б. Уң яҡ культ мәғәнәһенә лә эйә булырға мөмкин [1] .

Сөннәт ғәмәлдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Риүәйәттәр буйынса, Мөхәммәт пәйғәмбәр уң кулын ашау, эсеү, тәһәрәт алыу алыу, кейенеү һ.б., һул ҡулын истинжә һәм башҡа «йәпһеҙ эштәр» өсөн ҡулланған. Мосолмандарға кейенеү, мәсеткә инеү, тырнаҡ һәм мыйыҡ ҡырҡыу, сәсте тарау, ҡултыҡ аҫтын ҡырыу, доғанан һуң, сәләмләү, бәҙрәфтән сығыу, ҡул ҡыҫыу, Ҡара ташҡа ҡағылыу һәм башҡаларҙы уң ҡул менән башларға кәңәш ителә . Туалетҡа инеү, мәсеттән сығыу, танау һемгереү, истинжә, өҫ һәм аяҡ кейемен сисеү кеүек ғәмәлдәрҙе һул ҡул менән йәки һул аяҡтан башҡарырға кәңәш ителә [2] .

Мосолмандар шулай уҡ әйберҙәрҙе уң ҡулы менән бирергә, алырға һәм уң яғына ятып йоҡларға кәңәш ителә. Туалетта, ванна бүлмәһендә, рибалы килешеүҙәр төҙөлгән урындарҙа, спиртлы эсемлектәр, музыка тауыштары булғанда, һул аяҡ менән кереп, уң менән сығыу кәңәш ителә. [3] .

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең иң яҡын сәхәбәләренән Ғөмәр ибн әл-Хаттаб һүҙҙәре буйынса, " Шайтан һул ҡулы менән ашай һәм уның менән эсә."Ислам уң ҡулда кәртәләр булһа (мәҫәлән, ауырыу йә йәрәхәттәр) һул ҡулды ҡулланырға рөхсәт итә . Яҙғанда һул ҡулды ҡулланырға рөхсәт ителә [2] .

Ғәмәл дәфтәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ислам эсхатологияһы буйынса, барлыҡ кешеләргә Ҡиәмәт көнөндә Ғәмәл дәфтәре биреләсәк. Аллаһҡа ышанған, уға хеҙмәт иткән һәм яҡшы ғәмәлдәр ҡылған дин тотҡан кешеләр Дәфтәрҙе уң яҡтан алырҙар . Был кешеләр әсхәб әл-йәмин икенсе төрлө әйткәндә әсхәб әл-мәймүнә тип атала[4] .

Ҡиәмәт көнөндә гөнаһлыларға һәм иманһыҙҙарға Ғәмәл китабы һул яҡтан биреләсәк . Был кешеләр әсхәб аш-шимәл икенсе төрлө әйткәндә әсхәб әл-мәшәмә тип атала[5] .

Риүәйәттәр буйынса, һәр кешене ике фәрештә оҙатып йөрөй, уларҙың береһе кешенең уң яғында (Рәҡиб), икенсеһе (Атид) урынлаша. Уң яҡтағы фәрештә кешенең яҡшы эштәрен яҙа, һул яҡтағыһы гөнаһтарҙы теркәй [3] .

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Encyclopaedia of Islam, 2002, p. 280
  2. 2,0 2,1 Ислам Сегодня, 2014
  3. 3,0 3,1 Annisa Today, 2014
  4. Али-заде, А. А. [95 Асхаб аль-Йамин] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  5. Али-заде, А. А. [106 Асхаб аш-Шимал] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. всё // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Isaac Hasson. Left Hand and Right Hand // Encyclopaedia of the Qurʾān / General Editor: Jane Dammen McAuliffe. — Georgetown University, Washington DC. Brill Online.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Следуем Сунне: начинайте все дела с правой стороны (неопр.). Ислам Сегодня (14 ноября 2014). Дата обращения: 1 июня 2015. Архивировано 14 мая 2015 года.
  • Важность применения правой руки в повседневной жизни (неопр.) (недоступная ссылка). annisa-today.ru (23 декабря 2014). Дата обращения: 1 июня 2015. Архивировано 14 июня 2015 года.