Исрафил

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Исрафил
ғәр. إسرافيل
Рәсем
Заты ир-ат
Commons-logo.svg Исрафил Викимилектә

Исрафи́л (ғәрәп. إسرافيل — исра́фи́л) — Ислам эсхатологияһында ҡиәмәт хөкөмө хәбәрсеһе. Дүрт фәрештәнең береһе (Ябраил, Микаил һәм Ғазраил менән бер рәттән) — мөҡәррәбүн фәрештәләрҙең береһе. Иерусалим тауында тороп, Исрафил борғо ҡысҡыртып, үлгәндәрҙең ҡиәмәт хөкөмө өсөн терелеүе тураһында хәбәр итер. Торбаһын ҡысҡыртыу арҡаһында Исрафилды ҡайһы берҙә «музыка фәрештәһе» тип тә атайҙар. Исрафил ҙур кәүҙәле, дүрт ҡанаты бар, кәүҙәһе йөн, ауыҙҙар, тештәр менән ҡапланған. Исрафил Аллаһ бойороғон башҡа фәрештәләргә тапшыра. Исрафил көн дә өс тапҡыр, төнөн бер тапыр тамуҡта гонаһлыларҙың ғазаптарын күреп, илай[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Гладкий В. Д. Исрафил // Древний мир. Энциклопедический словарь в 2-х томах. — М.: Центрполиграф, 1998.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аваддон

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]