Эстәлеккә күсергә

Әжер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әжер
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Әжер (ғәр. أجر‎ — башҡарылған эш өсөн түләү‎) — Ислам динендә: Аллаһ үҙенең тәҡүә бәндәләренә фани донъялала ла, ахирәттә - мәңгелек донъяла ла биргән яҡшылыҡтар, әжер; ислам хоҡуҡиәтендә (фиҡһ): берәй әйбер алып тороп файҙаланған йәки хеҙмәт күрһәткән өсөн түләү.

Фиҡһ һәм аҡыда буйынса Аллаһ был донъяла ла, ахирәттә лә үҙенең тәҡүә бәндәләренә биргән мәрхәмәте (ул матди булмаҫҡа ла мөмкин). Намаҙ, доғалар, ураҙа, иманлылыҡ, сабырлыҡ, Аллаһ юлына матди сығымдар һалған, йыһат өсөн әжер сауаптары бирелә[1].

Әжер тураһында Ҡөрьәндең бер нисә аятында әйтелә[1]:

« Был эшем өсөн мин һеҙҙән бер ниндәй ҙә әжер һорамайым, миңә тигән бүләк бары тик Ғаләм​дәрҙең хужаһы булған Аллаһ хозурында ғына.
»
« Унан һуң Беҙ кешене барса түбәнлектәрҙең дә түбәнерәк хәленә ҡайтарҙыҡ.Йәғни көфөр әһелен тамуҡҡа индерҙек. Әммә иман килтергән һәм изге ғәмәлдәр ҡылған бәндәләргә бөтмәй торған әжер буласаҡ
»
« Ә инде ахирәт көнөнөң әжере — иман килтергән һәм тәҡүәле булған кешеләргә яҡшыраҡ
»

Фиҡһ буйынса әжер (ижәрр, ижәрә) термины ялланыу килешеүенә мөнәсәбәтле ҡулланыла. Яллаусы (эшкә алыусы) мөжир, әжир йәки мүкәри тип атала.[2].

Ижәрә — берәй әйберҙе биреп тороу йәки түләү алыу өсөн берәй хеҙмәт күрһәтеү тураһында килешеү. Ике төр ижәрә була: әйбер биреп тороу (ижәрә әл-ә’йән)һәм хеҙмәт күрһәтеүгә яллау (ижәрә әл-ә’мәл)[2].

Башҡорт телендә лә был һүҙ берәй эшкә, мөнәсәбәткә яуап итеп эшләнгән эш, бирелгән хаҡ, түләү мәғәнәһендә ҡулланыла. Әжерен ҡайтарыу - эшләнгән эшкә хаҡ түләү генә түгел, шундай уҡ ғәмәл менән яуап биреүҙе лә аңлата. Был иһә яҡшылыҡҡа ғына ҡағылмай. Мәҫәлән, "ҡылған этлегенең әжерен ҡайтарыу" [3]

  1. 1,0 1,1 Али-заде, А. А., 2007
  2. 2,0 2,1 Tyan E., 1986
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993. - 738-се бит
  • Али-заде, А. А. Аджир // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Ҡалып:ЭИ/2