Ислам һалымдары
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ислам һалымдары — ислам илдәре халҡынан йыйылған түләүҙәрҙең йәки башҡа һалымдарҙың төрлө формалары.
Ислам һалымдар системаһы VII—VII быуаттарҙа ғәрәп баҫып алыуҙары һәм Ғәрәп хәлифәлегенең финанс структураһын формалаштырыу осоронда барлыҡҡа килә[1].
Тәүҙә һалымдар (зәкәт, ғөшөр) мосолмандарҙан ғына алына, сит дин кешеләренән башҡа төрлө йыйымдар (жизйә, хараж) түләтелә. Ислам иҡтисадының хәҙерге концепцияларында һалымдар йәмғиәттә килемде ҡабаттан бүлеү юлы менән социаль ғәҙеллекте тәьмин итеү саралары ролен уйнай.Ҡайһы бер мосолман илдәрендә зәкәт һәм ғөшөр дәүләт һалымы статусына эйә[2].
Мосолмандарҙан һалымдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәкәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәкәт (ғәр. زكاة) — ярлылар, мохтаждар файҙаһына, шулай уҡ ислам динен таратыуға һәм уның тураһында хаҡ белем биреүгә булышлыҡ иткән проекттарҙы үҫтереүгә мотлаҡ йыллыҡ һалым. Зәкәт йәмғиәттә ғәҙеллек принциптарын раҫлауға йүнәлтелгән һәм йәмғиәт эшмәкәрлегенең күп аспекттарына ҡағылышлы мөһим социаль-иҡтисади институт булып тора. Хәҙер мосолмандар өсөн зәҡәт йыйыу һәм таратыу буйынса хәйриә ойошмалары асылған.
Зәкәт — йылына бер тапҡыр һәр мөьмин- мосолман мөлкәтенән мохтаждар файҙаһына мотлаҡ бирелә торған өлөш. Мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең дүртенсеһе.
Ғөшөр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғөшөр (« унынсы өлөш», ғәрәпсә «ғәшүрә» — «ун» тигәндән) — .мосолмандарҙа 1/10 һалым күләмендә йыйым, ярлылар файҙаһына алына торған саҙаҡа. Ул үҫтерелгән йәшелсә -емештән, умарталыҡ тотҡан кешенең балынан алына. Ғөшөр түләү фарызлығы Ҡөрьән, Сөннәт һәм ислам дине ғөләмәләренең бер тауыштан ҡарары (ижмә) менән нығытылған.
Хумс
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хумс («бишенсе өлөш») — төрлө табыш төрҙәренән 1/5 өлөш күләмендә аҡса күсереү. Мөхәммәт Пәйғәмбәр тарафынан хәрби табыштың уға бүленә торған өлөшө булараҡ индерелә; шуғаса юлбашсыға дүрттән бер өлөш бирелә торған булған[3].
Башҡа дин тотоусыларҙан һалымдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Жизйә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Жизйә (ғәр. جزْية) — мосолман дәүләттәрендә сит дин кешеләренән(зимми) йән башына һалым . Ислам ҡанун белгестәре жизйәне яулап алынғанда ғүмерен һаҡлап ҡалынған өсөн түләү тип ҡарай. Жизйә түләүҙән ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар, инвалидтар, ярлылар, ҡолдар, монахтар (VIII быуат башына тиклем) һәм мосолман армияһында һуғышҡан христиандар азат ителә.
Хараж
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хараж (ғәр. خراج) исламда ер менән файҙаланған өсөн түләнгән дәүләт һалымы. Хараж мосолмандар тарафынан яулап алынған ерҙәрҙә сит динлеләрҙән (кафырҙарҙан) түләтелгән. Ислам динен ҡабул иткән башҡа диндәгеләр жизйә түләүҙән азат ителә, әммә хараж түләүен дауам итә[4]. Хәлифәлектең күпселек өлкәләрендә хараж Византия һалым системаһы нормаларына барып тоташа[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гогиберидзе, 2009, с. 149
- ↑ Гогиберидзе, 2009, с. 149—150
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, Хумс, с. 283
- ↑ Али-заде, А. А. [850 Харадж] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ↑ Ислам: ЭС, 1991
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Адамс Ч. Для добра и зла: влияние налогов на развитие цивилизации = For Good and Evil: The Impact of Taxes on the Course of Civilization.
- Али-заде, А. А. [850 Харадж] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Беккин Р. И. Исламские налоги как эффективный инструмент решения социально-экономических проблем в местах компактного проживания мусульман в России // Проблемы современной экономики. — 2009. — № 3 (31).
- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
- [[]]. Ислам һалымдары // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991.