Мурабаха

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мурабаха — сауҙа килешеүе, һатыусы үҙе һатҡан тауарҙарға тотонолған сығымдарҙы туранан-тура күрһәтеп, беренсе хаҡын алдан белгән һатып алыусыға уларҙы өҫтәмә менән һатыуы.

Рибаһыҙ килешеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Added Murabaha scheme in SVG
Added Murabaha scheme in SVG

Был — ислам илдәрендә банктарҙың процентһыҙ килешеүҙәр үткәреү өсөн ҡулланған иң киң таралған ысулдарының береһе (ислам законы риба эшләүҙе тыя, ссуда проценттарына аҡса алыу-биреүҙе тыя).

Мурабаха һәм ҡулланыусылар ссудаһын сағыштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡулланыусылар ссудаһы саф килеш риба булып һанала[1]. Ссудала көнбайыш банкыларының маҡсаты — тауар түгел, ә аҡса артыуы, шуға күрә ссуданы ҡулланыуҙың теләһә ниндәй төрөнә, ҡулланыу тауарҙарына бирәләр.

Ислам банкының маҡсаты — тауар, аҡса бары тик инструмент ҡына. Тауар әхлаҡи талаптарға яуап бирергә тейеш. Шуға күрә ислам банкылары финанслаған тауарҙар даирәһе көнбайыш ссуда банкылары тарафынан финансланған тауарҙар даирәһенән байтаҡҡа тарыраҡ.

Тағы бер мөһим айырма — ислам банкыһы тауарҙы үҙ аҡсаһына, резервында булған аҡсаға ғына һатып ала.

Көнбайыш банк яңы аҡса булдырыуға дәүләт банк лицензияһы хоҡуғынан файҙалана һәм ссуда биргәндә (ваҡытлыса, ссуданы ҡаплағанға тиклем) әйләнешкә өлөшләтә резервлау ҡағиҙәһенә ярашлы яңы ҡулаҡсаһыҙ аҡса сығара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]