Ғәһед
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғәһед (ғәр. العهد — договор; рус. 'Ахд) — исламда — Аллаһ менән кешеләр араһында төҙөлгән килешеү, васыят. Йәһүдиҙәрҙең һәм христиандарҙың изге яҙмалары Иҫке Ғәһед һәм Яңы Ғәһед тип атала. Ғәһед власҡа хоҡуҡты тапшырыу актының төп өлөшөн тәшкил итә. Суфыйлыҡта — үҙенсәлекле ант, ул мөриттең ҡайһы бер тәриҡәттәргә инеү йолаһының бер өлөшө булып тора.
Аллаһ менән кешеләр араһындағы килешеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәһед төҙөп, кешеләр бер Аллаһты һәм уға хеҙмәт итеүҙе таный. Әммә кешелек ваҡыт-ваҡыт, башҡа илаһтарҙы ҡабул итеп, Аллаһҡа ышанмай башлаған. Аҙашҡан кешеләргә иҫтәренә төшөрөү өсөн Аллаһ үҙ пәйғәмбәрҙәрен (нәбиҙәрен) һәм илселәрен (рәсүл) ебәргән, улар ғәһедтең яңынан ҡабатланыуына булышлыҡ иткән[1].
Ҡөрьәндә шулай уҡ Аллаһы тәғәләгә бирелгән ант та Ғәһед тип атала. Был антты үтәргә һәм боҙмаҫҡа кәрәк[2][3][4][5][1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Ахд // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Боголюбов А. С. Ахд // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 26-27. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- ʿAhd / Schacht J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |