Зәбур

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Зәбур - (Псалти́рь, Псалты́рь) - (Ҡалып:Lang-chu; грек. ψαλτήριον, псалтерий тигән музыка ҡоралы атамаһынан — Иҫке Ғәһедтең Библия китабы. Зәбур 150 йәки 151 псаломдан — мәдхиәнән тора, улар тормоштоң төрлө һынауҙары ваҡытында диндарҙарҙың илаһи кисерештәрен сағылдыра.Иҫке йәһүд теленән тәржемә ителгән. Библияла Зәбур Иов Китабынан һуң һәм Сөләймән (Исламда - пәйғәмбәр) Риүәйәттәре Китабы алдынан тора. Күпмелер милли Библияларҙа Зәбур китабы «Псаломдар» тип атала, мәҫәлән, грек. Ψαλμοί, ингл. Psalms.

Йәһүдиҙәрҙә был китап йәһ. תהלים‎ (тəhилим, «маҡтауҙар») тип атала[1].

Зәбурҙың («Псалтирь») нәсраниҙар ғибәҙәте ваҡытында ҡулланыла торған айырым баҫмалары ла Псалтирь тип атала.

Зәбур тураһында Ислам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Забу́р (ғәр. زبور‎) — Илаһи Китап, Ислам пәйғәмбәре Дауытҡа иңгән. Ҡөрьәндә телгә алына[2].

Забур Аллаһы тәғәләнең Тәураттан һуң ебәргән икенсе Китабы. Ислам ғөләмәләренең күбеһе Зәбур тип Псалтирҙе атай. Зәбур күләме буйынса Илаһи Китаптарҙың иң бәләкәйе. Таурат менән Ҡөрьәндән айырмалы, Зәбурҙа яңы дини күрһәтмәләр юҡ[3]. Дауыт Пәйғәмбәр Муса тәғлимәтенә таяна, ә Зәбур Муса пәйғәмбәр шәриғәтен артабан да нығытыуға хеҙмәт итергә тейеш булған. Мәдхиәләр (псаломдар) Зәбурҙа шиғри тел менән бирелгән һәм уға тәрән мәғәнәле һүҙҙәр, тәҡдимдәр һәм нәсихәттәр ингән [4].

Псаломдар (мәдхиәләр) нумерацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тексты псаломдарға бүлеү ( нумерация ла) Библияның йәһүди ( масорет) телендәге боронғо грек телендәгенән айырыла.

Зәбур боронғо йәһүд теленән тәржемә (масорет) Боронғо грек теленән тәржемә(Septuaginta)
1–8 1–8
9-10 9
11-113 10-112
114-115 113
116:1-9 114
116:10-19 115
117-146 116-145
147:1-11 146
147:12-20 147
148-150 148-150

Псаломдар (мәдхиәләр) сәнғәттә һәм әҙәбиәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Псалом яҙылған кувшин. Билдәһеҙ француз эшләгән, биҙәктәрҙе лә билдәһеҙ американ эшләгән. Бруклин музейы,Нью-Йорк- NY - DSC08371

Һанс Кристиан Андерсендың "Кейек аҡҡоштар" тигән әкиәтендә ошондай эпизод бар

«

Элиза үҙе тирәләй ҡулға-ҡул тотоношоп баҫҡан ағаларын күрә; яҡшылап аяҡ терәр ер ҙә юҡ ине хатта. Диңгеҙ ярһып ҡаяға һуғыла, барыһын да һыуға ҡойондора; ялағай ялтырауынан күкте ялҡын ялмап алған төҫлө, туҡтауһыҙ күк күкрәй, әммә туғандар ҡулға-ҡул тотоноп, Аллаға ялбарып мәдхиәләр (псаломдар) йырлайҙар, был уларға сабырлыҡ һәм ғәйрәт бирә.

»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исчерпывающую библиографию русских исследований, толкований и переводов Псалтири см. в книге:

  • Книги Ветхого Завета в переводе П. А. Юнгерова. Учительные книги. М., 2012, с.164-175 (библиография составлена и частично отреферирована А. Г. Дунаевым).
  • Немировский, Е. Л., История славянского кирилловского книгопечатания XV — начала XVII века. Том II, часть 2: Начало книгопечатания у южных славян. М.: Наука, 2005. ISBN 5-02-032678-X (вся серия), ISBN 5-02-033223-2 (конкретно том II, часть 2).
  • Никольский, Н. М., Царь Давид и псалмы. Спб., 1908.
  • Полный православный богословский энциклопедический словарь, т. 2. Спб.: изд-во П. П. Сойкина, 1913.
  • Розов, Н., Древнерусский миниатюрист за чтением псалтири // Труды отд. древнерус. литературы. Т. 22. М. — Л., 1966.
  • Употребление книги Псалтырь в древнем быту русского народа // Православный собеседник. Кн. 4. Казань, 1857.
  • Успенский, Н. Д., Древнерусское певческое искусство (2-е изд.). М., 1971.
  • Ellis, P., The men and the message of Old Testament. N. Y., 1963.
  • Lods, А., Histoire de la littérature hébraique et juive depuis les origines jusqu'à la ruine de l'état juif. Paris, 1950.
  • Али-заде, А. А. Забур (архив ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
  • Kraus H.-J. Psalmen. 5., grundlegend überarbeitete und veränderte Aufl. Neukirchen-Vluyn: Neukirchener Verlag des Erziehungsvereins, 1978 (Bd. 1 Psalmen 1-59; Bd. 2. Psalmen 60-150; Bd. 3. Theologie der Psalmen)
  • Hossfeld F.-L., Zenger E. Psalmen 51-100. Freiburg: Herder, 2000; 3. Aufl., 2007. 727 S. (Herders theologischer Kommentar zum Alten Testament). ISBN 3-451-26826-4.
  • Hossfeld F.-L., Zenger E. Psalmen 101—150. Freiburg: Herder, 2008. 912 S. (Herders theologischer Kommentar zum Alten Testament). ISBN 3-451-26827-2.
  • The Bible and the Dead Sea Scrolls, ed. by James H. Charlesworth. Leiden: Brill, 2005, p. 93-97.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

на русском языке
  • Али-заде, А. А. Забур (архив ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
на других языках