Дауыт
Дауыт (йәһ. דָּוִד; һөйөклө) — Талуттан (рус. Саул) ҡала Исраил халҡының икенсе батшаһы, Бет-Ләхәмдә тыуып үҫкән Йишайҙың (рус. Иессей) кинйә улы. Библияға ярашлы (Батш. 2-11), ҡырҡ йыл батшалыҡ итә: ете йыл да алты ай — Йәһүҙиәнең (баш ҡалаһы — Хеврон), унан һуң утыҙ өс йыл берләшкән Исраил менән Йәһүҙиә батшалығының (баш ҡалаһы — Йәрүсәлим) батшаһы була. Төрлө хронологиялар буйынса, хакимлыҡ итеү даталары: беҙҙең эраға тиклем 1055—1015 йылдар[16], беҙҙең эраға тиклем 1012—972 йылдар [17], беҙҙең эраға тиклем 1005—965 йылдар[18], традицион йәһүд хронологияһы буйынса, беҙҙең эраға тиклем 876—836 йылдар тирәһе[19][20][21]. Дауыт иң камил хаким итеп һүрәтләнә. Дауыттың тарихта булыу-булмауы фәнни бәхәстәр уртаһында ҡалыуын дауам итә.
Библиялағы пәйғәмбәрлек итеүҙәргә ярашлы, Дауыт ырыуынан Мәсих (ивр. Машиах, рус. Мессия) сығырға тейеш. Йәһүд традицияһы буйынса Мәсих киләсәктә килергә тейеш, ә христиан Яңы Ғәһеде буйынса, Мәсих күптән килгән, ул — Ғайса Мәсих.
Изге Яҙмаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы һәм батшалыҡ ителеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауыт Йәһүҙә (рус. Иуда) ырыуынан Бет-Лехемдә йәшәгән Йишайҙың (рус. Иессей) һигеҙ улының иң кесеһе була[22], шулай уҡ ул — Боаз (рус. Вооз) менән моав ҡыҙы Рутты (рус. Руфь) бүләһе [23].
Дауыт аҡһыл сәсле[24], янып торған яңаҡлы, көслө, һылыу, оҫта телле була һәм лирала һәйбәт уйнай. Көтөүсе булараҡ (атаһының һарыҡтарын көтә) үҙен ышаныслы, ҡыйыу егет итеп күрһәтә, һарыҡтарын һаҡлап, арыҫлан менән айыуҙы еңә [25].
Шунлыҡтан Алла киҫекһеҙ Талут (рус. Саул) батшанан баш тарта һәм Шемуел (рус. Самуил) пәйғәмбәргә, шул саҡтағы йолаға ярашлы, Дауытҡа изге май һөртөп, уны батша итеп ҡуйырға ҡуша. Изге май һөрткәс тә Дауытҡа Алла Рухы иңә (1Батш. 16:1-13).
Талут батша һарайында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүҙә Дауыт Талут батша янына эләгә. Ул киннор тигән музыка ҡоралында уйнап, Талуттың күңелен яулай[26], моңо менән уны тынысландыра. Исраил ғәскәренә ағаларын күрергә килгән Дауыт пелешти бәһлеүәне Ғолъяҫ (рус. Голиаф, ғәр. Йалут) менән алышҡа сыға һәм уны һапҡыны менән еңеп, исраилдарҙың еңеү яулауына булышлыҡ итә. Был ваҡиғанан һуң Талут уны һарайына ала (1Батш. 16:14 — 24).
Батшаның яҡынцы һәм яугир булараҡ Дауыт батша улы Йонаҫан (рус. Ионафан) менән дуҫлаша, ә ҡыйыулығы, даланлылығы менән пелештиҙәр алдында Талуттың үҙенән дә данлыраҡ булып китә. Батша көнләшә һәм Дауыттан хәүефләнә, шөбһәләнә башлай (1Батш.18:7-9). Шиктәре нығына бара, хатта Дауытты ике тапҡыр үлтерергә тырыша. Ниәте барып сыҡмағас, Талут бик һаҡ эш итергә була. Ләкин Дауытты хәүеф-хәтәр эсенә этәргәндә Талут дошмансыллығын йәшерә алмай. Дауыт Рамаға Шемуел эргәһенә ҡаса.
Ҡасып сығып китеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауыт Ғатҡа (рус. Геф) пелешти батшаһы Анхус янына килә. Дауытты эләктерә яҙалар, ул аҡылдан яҙғанға һалышып ҡына ҡотолоп ҡала (1Батш. 21; Зәб. 33:1; Зәб. 55:1).
Шунан Дауыт Адуллам мәмерйәһенә йәшенә, эргәһенә туған-тыумасаһын, фетнәселәрҙе, ризаһыҙлыҡ күрһәтеүселәрҙе йыйып ала, ата-әсәһен Моав батшаһы янына оҙата. Дауыттың ары һуғылып, бире һуғылып йөрөүенә Ғад пәйғәмбәр аша еткерелгән Алла бойороғо сик ҡуя. Уға Йәһүҙә еренә барырға ҡушыла (1Батш. 22:1-5). Раббы уны ары алып китә, Дауыт Кеиланы пелештиҙарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Ошонда уның янына Әвйәтәр (рус. Авиафар) килә. Әвйәтәр Талуттың үсенән ҡасып ҡотолған берҙән-бер Номва ҡаһины/священник була. Дауыттың Кеилала икәнлеген белеп ҡалған Талут уны йәнә эҙәрләй башлай (1Батш. 23). Тик Дауыт уның ҡулына эләкмәй. Уның ике тапҡыр Талутты үлтереү мөмкинлеге булһа ла, Алланың ҡәһәре төшөп ҡуймаһын тип, Алла ихтыяры менән тәхеткә ултырған батшаның йәнен ҡыймай (1Батш. 23; 24; 26).
Пелештиҙәрҙә хеҙмәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Талуттың нәфрәтенә тарыған Дауыт үҙе яҡлылар менән (600 ир) күптән түгелге дошманы пелештиҙәргә ялынырға мәжбүр була (1Батш. 27:1). Пелешти батшаһы Анхус Дауытҡа сик буйындағы Секелаг ҡалаһын (Негев сүлендә урынлашҡан) биреп ҡуя (1Батш. 27:6). Дауыттың отрядтары ерле халыҡты (амаликтарҙы) талай, табышының бер өлөшөн Анхус батшаға ебәреп тора (1Батш. 27:9). Пелештиҙәр Исраилға ҡаршы яу сәфәренә юлланырға булғас, Дауыт беҙҙе һатып ҡуйыр, тип кенәздәренең хәүефләнеүе генә уны пелешти ғәскәре менән тыуған яғына һөжүмгә барыуҙан ҡотҡара (1Батш. 28:4).
Батша Хевронда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ул арала пелештиҙәр Гелбоағ (рус. Гелвуй) эргәһендәге һуғышта исраилдарҙы ҡыйрата (1Батш. 31:6). Илдең ваҡытлыса власһыҙ ҡалыуынан файҙаланып, Дауыт ҡораллы отряд менән Йәһүҙиәнең Хеврон ҡалаһына килә, Йәһүҙә ырыуының йыйынында уны Йәһүҙиә батшаһы итеп иғлан итәләр (2Батш. 2:4), был Йәһүҙиәнең ғәмәлдә Исраилдан айырылыуын аңлата. Исраил батшаһы итеп Талуттың улы Иш-Бошеҫ (рус. Иевосфей) ҡуйыла (2Батш. 2:10). Ике йәһүд дәүләте бер-береһенә ҡаршы һуғыш аса, һуғыш ике йыл дауам итә (сөнки Иш-Бошеҫ ике йыл тәхеттә ултыра) һәм Дауыттың еңеүе менән тамамлана (2Батш. 3:1). Исраил аҡһаҡалдары Хевронға килә лә Дауытты бөтә Исраилдың батшаһы тип иғлан итә (2Батш. 5:3). Дауыт Алла менән килешеү һандығын кире ҡайтарырға ниәтләй. Килешеү һандығын элгәре пелештиҙәр алып киткән була һәм, тәндәренә оролар үҫеп сыға башлағас, исраилдар Аллаһының үҙҙәренә төшкән ҡәһәренән ҡурҡып, һандыҡты Ғат ҡалаһына килтереп ҡуялар. Дауыт килешеү һандығын Ғаттан алып ҡайтыуҙы ойоштора (2Батш. 6:17).
Хевронда Дауыттың алты улы тыуа: баш балаһы Амнон, Далуиа, Авшалом (рус. Авессалом), Адонияһ (рус. Адония), Шефатъяһ (рус. Сафатия) һәм Итреам (рус. Иефераам).
Батша Йәрүсәлимдә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауыттың тәүге ҙур һуғышы йевүсиҙәр (рус. иевусеи) менән була (2Батш.5:6), ошо һуғышта ул Йәрүсәлимде ҡулына төшөрә һәм дәүләтенең баш ҡалаһын шунда күсерә. Дауыт Тир батшаһы Хирам менән союз төҙөй, Хирам уға Йәрүсәлимдә ағастан һарай һалырға ярҙам итә (2Батш. 5:11). Яңы баш ҡалала яңы ҡатындарынан Дауыттың күп һанлы балалары тыуа, улар араһында Сөләймән дә (рус. Соломон) була (2Батш. 5:14).
Дини реформа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исраилды берләштергәндән һуң Дауыт йевүси Йәрүсәлимен йәһүдтәрҙең изге үҙәгенә әйләндерә, Сион тауына изге сатыр ҡороп, шунда Алла менән килешеү һандығын урынлаштыра (Зәб. 73:2; 75:3). Дауыт кеше ҡорбаны килтереүҙән (Зәб. 105:38) һәм боттарға табыныуҙан ҡырҡа баш тарта (Зәб. 105:36). Аллаға ғибәҙәт ҡылыуҙар үтә ярһыулы һәм хислегә (Зәб. 99:2), өҫтәүенә йыр-моңлоға әйләнә (1Йылъяҙм. 25:6; Зәб. 150:3), сөнки шиғыр һәм көй яҙырға әүәҫ булған Дауыт дини йырҙар ижад итә.
Дауыт дини власты донъяуи власҡа буйһондора, ҡаһиндарҙы баш ҡаһиндар етәкселеге аҫтында берләштерә (2Батш. 8:17) һәм уларҙы дәүләт аппаратына индерә (кәтиптәр һәм хөкөмсөләр сифатында — 1Йылъяҙм. 26:29). Ғибәҙәт ҡылыу көнөнә ике тапҡыр үткәрелә башлай (1Йылъяҙ. 23:30), ә ҡаһиндар хеҙмәт үтәүҙә йәрәбә һалыу һәм сиратҡа ҡуйылыу юлы менән алмашынып тора (1Йылъяҙм. 25:8). Леви ырыуының (ҡаһиндар һәм башҡа дин хеҙмәтендәгеләр тик ошо ырыуҙан тәғәйенләнергә тейеш була) ҡалған вәкилдәре Иордандан көнсығыштағы һәм көнбайыштағы төбәктәргә хөкөмсөләр һәм кәтиптәр итеп ебәрелә.
Дауыт Алланың килешеү һандығын ҡуйыр өсөн Ҡорам төҙөргә ниәтләй, әммә һуғыштарҙа күп ҡан ҡойғанлыҡтан Алла уға быны эшләүҙе тыя, Ҡорамды уның улы Сөләймән төҙөргә тейеш була (1Йылъяҙм. 22:8). Дауыт төҙөлөшкә әҙерлекте башлай, аҡса һәм төҙөлөш материалдары туплай, ҡорамдың һыҙмаһын эшләй (2Батш. 7; 1Йылъяҙм. 17; 1Йылъяҙм. 22-20; 1Йылъяҙм. 28:1 — 1Йылъяҙм. 29:21-34). Ошо ваҡытта Исраил халҡының иҫәбен алған өсөн Алла Дауытҡа яза итеп халыҡҡа мыр ебәрә. Унан ҡотолоу өсөн Дауытҡа Алла мәрхәмәте менән Исраил өҫтөнә ҡанатын йәйгән ҡылыслы фәрештә туҡтатылған урынға изге ҡорбан усағы ҡуйырға ҡушыла. Алланың был бойороғон Ғад пәйғәмбәр еткерә. Ә был урын йевүси Орнандың ырҙын табағы тапҡырында булып сыға. Ошо рәүешле Дауытҡа һуңынан Сөләймән төҙөйәсәк Ҡорамдың урыны тураһында хәбәр ителә (2Батш. 24; 2Йылъяҙм. 3:1).
Яулаған ерҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исраилды берләштергәндән һуң Дауыт күрше дәүләттәрҙең биләмәләрен баҫып ала башлай. Шулай итеп, ул Моавты ала (2Батш. 8:2). Унан һуң ярым күсмә батшалыҡтары (Сува, Дамаск, Бет-Рехов) менән Сүриә ерендә йәшәгән арамиҙарҙы яулай (2Батш. 8:6). Дауыт Евфрат буйына сыға һәм бик бай баҡыр ятҡылыҡтарына хужа була (2Батш. 8:8). Көньяҡта Идумды яулай (2Батш. 8:14).
Нахаш (рус. Наас) батша ваҡытында аммондар исраилдар менән татыу була, әммә Нахаш мәрхүм булғас, уның тәхетен биләгән улы Ханун (рус. Аннон) Дауыт менән араны боҙа: атаһы мәрхүм тураһында ҡайғы уртаҡлашыр өсөн Дауыт исеменән килгән илселәрҙе мыҫҡыллап, ҡыуып ҡайтарып ебәрә. Дауыт тиҙҙән уға ҡаршы һуғыш аса һәм бер йылдан баш ҡалалары Равваны буйһондора.
Дауыттың көньяҡта Акаб ҡултығындағы Ғәсйон-Ғәвәрҙән (рус. Ецион-Гавер) төньяҡта Хамаҫ (рус. Емаф) сигенә тиклемге (яр буйҙарында пелештиҙар һәм финикиҙар биләгән тар ғына һыҙаттарҙы иҫәпкә алмағанда) биләмәләре диңгеҙҙән Ғәрәп сүллегенә тиклемге аралыҡта йәйрәп ята. Шулай итеп, Исраил Алла вәғәҙә иткән ерҙәргә тулыһынса тиерлек хужа була (Иҫәп. 34:2-12; Зөлк. 47:15-20).
Дәүләт ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҙур батшалыҡҡа идара итеүҙә һәм ғәскәрҙе ойоштороуҙа ныҡлы тәртип талап ителә. Дауыт, башлыса Мысыр өлгөһөнә эйәреп, йылъяҙмасы һәм кәтип вазифаларын булдыра (2Батш. 8:16 һәм артабан).
Баш хәрби түрә иң юғары ғәскәри чин була, ул халыҡ ғәскәренә етәкселек итә. Ғәскәр 12 ғәскәри подразделениенан тора, улар һәр береһе берәр ай хеҙмәт итә. Батшаның шәхси һаҡ начальнигы шулай уҡ иң юғары түрәләрҙән һанала (2Батш. 20:23).
Дауыттың ҡаһармандары — Талуттан ҡасып йөрөгәнендәге юлдаштары, ҡылған батырлыҡтары менән дан яулаған ирҙәр — айырым урын алып тора. Уларҙың ҡайһылары [(Йоав, Авишай (рус. Авесса), Беная (рус. Ванея)] һуңыраҡ юғары командир вазифалары биләй (2Батш. 23:8-39; 1Йылъяҙм. 11:10 — 12:22; 20:4-8).
Дауыт менән Баҫ-Шева
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бик ҙур ҡеүәткә өлгәшкән заманында, аммондар менән һуғышҡан дәүерҙә Дауыт гонаһҡа бата. Ул йортоноң яҫы ҡыйығында ял итеп йөрөгәндә аҫта һыу ҡойонған иҫ киткес гүзәл ҡатынды күреп ҡала. Уның кем икәнен белешә — ул хәрби түрә Урияның ҡатыны Баҫ-Шева (рус. Вирсавия) булып сыға. Дауыт хеҙмәтселәренә Баҫ-Шеваны алып килергә бойора һәм уның менән яҡынлыҡ ҡыла. Ҡатын балаға уҙа. Дауыт уның ирен ҡайтарырға бойора, ҡатын ире менән йоҡлар ҙа рисуай булмаҫ тип өмөтләнә. Ләкин Урия өйөнә инеүҙән бөтөнләй баш тарта. Дауыт уны, хат тоттороп, ҡабат ғәскәргә оҙата. Хатҡа былай тигән бойороҡ яҙылған була: «Урияны иң ҡаты алыш уртаһына ҡуйығыҙ ҙа уны шунда ҡалдырып китегеҙ, еңелһен һәм үлһен». Тиҙҙән батшаға Урияның һәләк булыуы хаҡында хәбәр итәләр. Матәм мөҙҙәте үткәс, ул Баҫ-Шеваға өйләнә. Баҫ-Шева малай таба.[27]
Бер аҙҙан Алла, уның зина ҡылған өсөн тәүбәгә килмәгәнен күреп, эргәһенә Натан пәйғәмбәрҙе ебәреп, хикмәтле хикәйәт һөйләтә: Бер ҡалала ике кеше булған, береһе бай, икенсеһе ярлы; байҙың эре һәм ваҡ малы бик күп булған, ә ярлының бер һарығынан башҡа бер нәмәһе лә булмаған. Уны бәрәс кенә көйө һатып алған булған, ҡарап үҫтергән, бәрәс уның балалары менән бергә үҫкән; уның икмәген ашаған, ул эсергәнде эскән, күкрәгенә ятып йоҡлаған, ҡыҙы кеүек булған; бай кешегә бер мосафир килгән, тик бай был мосафирға ризыҡ әҙерләр өсөн үҙенең һарығын йә үгеҙен алып һуйырға йәлләгән дә, ярлының һарығын алып, мосафир өсөн шуны һуйып бешергән.
Артабан: Дауыттың был кешегә бик ныҡ асыуы килгән һәм Натанға былай тигән: Раббы йәшәһен! быны ҡылған әҙәм үлемгә лайыҡ; ул һарыҡ өсөн, быны эшләгән өсөн, йәлләүһеҙ булған өсөн дүртләтә арттырып түләргә тейеш. Һәм Натан Дауытҡа әйткән: ул кеше — һин.
Шулай итеп, Дауыт үҙенә-үҙе үлем хөкөмө сығара. Дауыт тәүбәгә килә. Шунлыҡтан пәйғәмбәр уға: «Раббы һинең гонаһыңды ярлыҡаны — һин үлмәҫһен, — ти. — Ләкин һин был ҡылығың менән Алланың дошмандарына Уны хурларға һылтау бирҙең, шунлыҡтан һинең яңы тыуған улың үлер». Әммә Дауытты Алланың тағы дүрт язаһы көтә («һарыҡ өсөн... дүртләтә арттырып түләргә тейеш» тип Дауыт үҙе әйтә бит):
- Кинйә улының үлеме.
- Ҡыҙы Тамарҙың өлкән улы Амнон тарафынан көсләнеүе.
- Шул сәбәпле Амнондың бер туған ҡустыһы Авшалом тарафынан үлтерелеүе.
- Авшаломдың, хыянатҡа дусар булып, Дауыт яугирҙәре ҡулынан тарафынан үлтерелеүе.
Дауыттың аҡланыуы Баҫ-Шева менән никахына ла ҡағыла, уларҙың тағы бер улы тыуа. Был улы Сөләймән атлы булып, Дауыттың вариҫы була.[28]
Баҫ-Шева менән яҙыҡ бәйләнеш Дауыт батша ғүмеренең күп йылдарын боҙған бәләләргә сәбәпсе була.
Талмудта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Талмудта был тарих икенсе төрлөрәк хикәйәләнә. Хет милләтле Урия тигән яугирҙең ҡатыны формаль рәүештә айырылған була, сөнки Дауыт армияһында индерелгән йолаға ярашлы, һуғышҡа оҙатылған һәр ир ҡатынына гет (айырылыу хаты) биреп киткән. Әгәр ир һуғыштан әйләнеп ҡайтмаһа, ҡатыны хат тапшырылған мәлдән айырылған тип һаналған [29]. Урия һуғышҡа киткәндә ҡатынына гет биреп киткән, шунлыҡтан Дауыт менән Баҫ-Шеваның бәйләнеше Урияға ҡаршы гонаһ тип һаналмаған. Шулай уҡ Баҫ-Шеваның Дауыт батшанан данлы ул табасағы тураһында төш күреүе тураһында ла һөйләнелә.[сығанаҡ 735 көн күрһәтелмәгән]
Дауытҡа ебәрелгән ауырыу (алты ай буйы тәне эренле шеш менән ҡапланып тора) уның яҙығы өсөн яза була[30]. Баҫ-Шеваға ҡағылышлы ғәйебе булмаһа ла, «Урияны аммондар ҡылысы менән үлтерткән», йәғни уны үлемгә ебәргән өсөн гонаһлы булып тора[31]. Ә Дауытҡа тәғәйенләнгән үлем язаһы сир менән алмаштырыла, сөнки тәнен цараат шеше баҫҡан кеше үлеккә тиң була — йәғни был ауырыуҙың көсө үлем язаһына тиң була[32].
Баҫ-Шева менән никахтан Дауыттың вариҫы Сөләймән тыуа [33][34][35].
Идара итеүенең ахыры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауыт өлкән улы Амнондың бер туған һеңлеһе Тамарҙы көсләүе тураһындағы хәбәрҙе Дауыт бик ауыр кисерә, әммә улына яза бирмәй. Был ғәҙелһеҙлекте күреп, Авшалом ағаһын үлтерә, ләкин атаһының асыуынан ҡурҡып, Гешурға (рус. Гессур) ҡаса, унда өс йыл йөрөй (беҙҙең эраға тиклем 970—967 йылдар). Дауыттың ҡайғыһы баҫыла төшкәс, улы Авшаломды ғәфү итә һәм Авшалом Йәрүсәлимгә ҡайта. Әммә Авшалом үҙен яугирҙәре менән уратып ала, исраилдар араһында абруйы артҡанын күреп, бер заман үҙен батша тип иғлан итә. Библия мәғлүм итеүенсә, был ваҡиға «Дауыттың батшалыҡ итеүенә ҡырҡ йыл тигәндә» була, йәғни уның идаралығының ахырында. Был ваҡытҡа Дауыттың халыҡ араһында абруйы ҡаҡшаған була, шуға улына ҡаршылашып тормай, гвардияһы менән баш ҡаланан Иордан аръяғына ҡаса. Авшалом атаһын баҫтыра төшә һәм Әфраим (рус. Ефрем) урманында хәл иткес бәрелеш була. Дауыт еңеү яулай һәм тәхетте үҙенә ҡайтара; тик Дауыттың хакимлығы бик тотороҡһоҙ була, сөнки Шева (рус. Савей) етәкселегендә тағы бер бола ҡуба. Әммә Дауыт был боланы ла баҫтыра ала, тик уға барыбер тынғы бирмәйҙәр. Дауыттың улы Адония тәхеткә дәғүәләшә башлай. Натан пәйғәмбәр менән ҡатыны Баҫ-Шева Дауытты артабан хакимлыҡты Сөләймәнгә тапшырырға өгөтләп күндерә.
Дауыт ҡырҡ йыл батшалыҡ иткәндән һуң 70 йәшендә вафат була һәм Йәрүсәлимдә Сион тауында ерләнә.
Дауыттың тарихи шәхес булыуы-булмауы тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауыт тигән батша ысынлап та булғанмы тигән һорау, берҙәм Исраил дәүләтенең ысынлап та булғанмы-юҡмы икәнлеге тураһындағы һорау кеүек, тарихсылар һәм археологтарҙың бәхәстәре үҙәгенән төшмәй. Дауыттың һәм берҙәм Исраил батшалығының булғанлығын туранан-тура раҫлаған дәлилдәр табылмаһа ла һәм Библиялағы хикәйә нығыраҡ риүәйәткә тартым булһа ла, Дауыттың власҡа килеү тарихы дөйөм алғанда археологтарҙың тикшеренеүҙәре менән яраша. Атап әйткәндә, элекке пелешти һәм ҡәнғән ҡалаларының юҡ ителеүен Дауытың баҫҡынсы һуғыштары менән бәйләйҙәр, ә Исраилда һаҡланған бер нисә боронғо бик ҙур һарайҙың харабаларын Сөләймән төҙөлөштәренеке тип иҫәпләйҙәр.
80-се йылдарҙа барлыҡҡа килгән Библия минимализмы мәктәбе, киреһенсә, Дауыт, Сөләймән һәм берҙәм Исраил монархияһы тураһындағы Библия хикәйәләре беҙҙең эраға тиклем VI быуатта (бәлки, унан һуңыраҡ) Йәрүсәлимдә жрецтар даирәһе уйлап сығарған идеологик конструкция тип ҡарай. Был мәктәп вәкилдәре фекеренсә, Дауыт тарихи шәхес түгел.
Израилдең Тель-Авив университетының археология кафедраһы етәксеһе Исраэль Финкельштейн Дауыт менән Сөләймән батшаларҙы ысынбарлыҡ персонаждары тип һанай, ләкин берҙәм Исраил дәүләте булмаған, ти. Тель-Авив университетының археология профессоры Зеэв Херцог фекеренсә, Дауыт менән Сөләймән кескәй генә төбәктәрҙе биләп торған ҡәбилә башлыҡтары булған.[36] [37]
Дауыттың булғанлығын раҫлаған дәлилдәрҙең береһе — Тель-Данда табылған беҙҙең эраға тиклем IX—VIII быуаттарға ҡараған стелалағы яҙмалар (Төньяҡ Исраил дәүләте осоро). Арами телендәге яҙмалы стела Дан ҡалаһында Арам батшаларының береһе, бәлки, Азаил батша, тарафынан Исраил батшаһын еңеү хөрмәтенә ҡуйылған [38]. Тель-Дан стелаһы тексында Дауыт йорто (ырыуы) телгә алына; был яҙманы ҡайһы бер тикшеренеүселәр Дауыттың булғанлығына дәлил тип ҡарай [39]. Тель-Дан стелаһынан тыш, 2015 йылға Дауыт батшаны телгә алған тағы ике яҙма була, әммә уларға ҡаршылар күп. Йәнә Дауыт батша заманында берҙәм Исраил дәүләте булғанлығына өҫтәмә шаһитлыҡтар тип йәһүд ҡалаһы Кирбет-Ҡыяҫа (рус. Хирбет-Кияфа) ҡаҙылдыҡтары һанала[40].
Диндәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иудаизмда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәһүд традицияһына ярашлы, Дауыт ырыуынан Мәсих (машиаһ бен Дауд, йәғни Дауыт улы мәсих) килеп, кәмселекле был донъяны камилға әйләндерергә тейеш, һәм бөтә ер йөҙө Аллаға һәм кешеләргә һөйөү менән туласаҡ.
Христианлыҡта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Ғәһед авторҙары Дауытты пәйғәмбәр һәм дин ҡаһарманы, Ғайса Мәсихтең ата-бабаһы тип күрә.
Христиан тәғлимәтенә ярашлы, пәйғәмбәрлек итеүҙәр раҫланған, Дауыт ырыуынан көтөлгән Мәсих — Ғайса Мәсих килгән.
Православиела Дауыт батша, Иҫке Ғәһедтең пәйғәмбәрҙәре һәм тәҡүәләре менән бер рәттән, тәғлимәттең үҙәк урындарының береһен биләй. Дауыттың йырҙарынан торған Зәбүр парвославие дин хеҙмәтен башҡарыуҙың мөһим элементы һәм Библияла Иҫке Ғәһедтең бер өлөшө булып тора. Ғибәҙәт ҡылыу йолалары ваҡытында Изге Яҙмаларҙан нәҡ Дауыттың йырҙары күпләп уҡыла[41][42].
Исламда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауыт (ғәр. داودداود) — ислам динендә — пәйғәмбәр, уның аша изге Зәбүр китабы тапшырылған. Исламдағы Дауыт иудаизмдағы Дауыт батшаға бәрәбәр. Дауыт пәйғәмбәр күп ваҡытын доға ҡылып үткәргән, шуның өсөн уны Алла пәйғәмбәр генә түгел, ерҙәге хаким да иткән.
Сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауытҡа төрлө дәүерҙәрҙә бик күп әҫәрҙәр бағышланған. Мәҫәлән:
- Микеланджелоның танылған скульптураһы
- Тициан һәм Рембрандт картиналары
- француз композиторы Артюр Онеггерҙың «Дауыт батша» ораторияһы.
2008 йылдың 7 октябрендә Сион тауында Дауыт батшаға бронза һәйкәл ҡуйыла, уны Израилгә Рәсәйҙең Святитель Николай Чудотворец хәйриәлек фонды бүләк иткән була[43].
Кинематограф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1985 — «Царь Давид» (ингл. King David), режиссёр Брюс Бересфорд фильмы, төп ролдә Ричард Гир.
- 1997 — «Царь Давид: Идеальный властитель» (ингл. David) — режиссёр Роберт Марковицтың телевизион фильмы.
- 2005 — «Давид» (ингл. The King) — режиссёр Санг Джин Кимдың анимацион фильмы
- 2012 — «Царь Давид» (порт. Rei Davi) — бразиль телесериалы.
- 2016 — Цари и пророки (ингл. Of Kings and Prophets) — АҠШ сериалы.
Төшөрмәләр һәм сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.timelineindex.com/content/view/3041
- ↑ https://catalogo.pusc.it/cgi-bin/koha/opac-authoritiesdetail.pl?marc=1&authid=118203
- ↑ http://www.poemhunter.com/king-david-of-israel/
- ↑ 22 // רוּת (билдәһеҙ)
- ↑ (unspecified title) — Б. 91a.
- ↑ ΒΑΣΙΛΕΙΩΝ Β (билдәһеҙ)
- ↑ группа авторов Еврейская энциклопедия (урыҫ): Свод знаний о еврействе и его культуре в прошлом и настоящем — СПб.: Брокгауз — Ефрон.
- ↑ 8,0 8,1 14 // ΒΑΣΙΛΕΙΩΝ Β (билдәһеҙ)
- ↑ 9,0 9,1 3 // ΒΑΣΙΛΕΙΩΝ Β (билдәһеҙ)
- ↑ 10,0 10,1 4 // ΒΑΣΙΛΕΙΩΝ Β (билдәһеҙ)
- ↑ 2 // ΒΑΣΙΛΕΙΩΝ Β (билдәһеҙ)
- ↑ 15 // ΒΑΣΙΛΕΙΩΝ Β (билдәһеҙ)
- ↑ Никифор (Бажанов) Иефераам (урыҫ) // Иллюстрированная полная популярная библейская энциклопедия в 4-х выпусках. Выпуск II — М.: 1892. — С. 86.
- ↑ 5 // ΒΑΣΙΛΕΙΩΝ Β (билдәһеҙ)
- ↑ 15,0 15,1 5 // (unspecified title)
- ↑ Давид, царь израильский // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Эрлихман В. В. I. ДРЕВНИЙ ВОСТОК И АНТИЧНОСТЬ. // ПРАВИТЕЛИ МИРА. — Москва, 2002. — Т. 1.
- ↑ Давид — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Э. Шульман. Седер а-корот беталмуд (порядок событий в Талмуде) = סדר הקורות בתלמוד. — «Коль Мевасер», 2003. — 211 с.
- ↑ Шульман Э. Седер а-корот беТанах аль пи Раши (порядок событий в Танахе согласно Раши) = סדר הקורות בתנ"ך ע"פ רש"י. — «Коль Мевасер», 2001. — 104 с.
- ↑ Шульман Э. Седер Олам Раба ла-тана раби Йосей бар Халафта (порядок событий в мире по таннаю р. Йосей бар Халафта) = סדר עולם רבה להתנא רבי יוסי בר חלפתא. — Нехалим: «Мофет», 1999. — 170 с.
- ↑ 1Цар. 16:1, 10 и след.; 1Пар. 2:13-16
- ↑ Руфь. 4:18-22
- ↑ 1Цар. 17:42
- ↑ 1Цар. 16:12,18; 17:34-36
- ↑ В синодальном переводе — «гусли». Псалтерий (נֵבֶל, цитра) — басовая разновидность этого инструмента.
- ↑ 2Батш. 11:1-27
- ↑ 2Цар. 12:1-25
- ↑ (Раши, Шабат 56а)
- ↑ Йома 22б
- ↑ I Мелахим 15:5; Шабат 56а, Раши; Зоар 2, 107а
- ↑ Июн Яаков, Йома 22б
- ↑ 2Цар. 11:2 — 12:25
- ↑ Давид. Женитьба на Бат-Шеве и рождение Шломо 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Вопросы раввину. Мировоззрение
- ↑ Израиль Финкельштейн и Нил Ашер Зильберман. «Раскопанная Библия. Новый взгляд археологии». Гл. 5 — Воспоминания о Золотом Веке?
- ↑ «Тайны библейских царей» 2014 йыл 3 май архивланған. // National Geographic
- ↑ The Tel Dan Stela and the Kings of Aram and Israel 2017 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ King David kills Biblical Minimalism 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ ОБНАРУЖЕН, ВОЗМОЖНО, ОДИН ИЗ ДВОРЦОВ ЦАРЯ ДАВИДА 2014 йыл 8 май архивланған.
- ↑ Псалтирь . azbyka.ru. Дата обращения: 23 сентябрь 2016.
- ↑ (инг.)(инг.)
- ↑ NEWSru.co.il — Дар России: бронзовый Царь Давид на горе Сион. Раввин Гольдштейн: проблема в ухе
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Легенды и сказки о библейских царях Давиде и Соломоне. [Пересказал X. Н. Бялик]. Перевод с английского А. С. Рапопорт. М., Муравей, 2000.
- Пински, Роберт. Жизнь Давида. М., Текст, 2008.
- Israel Finkelstein, Neil Asher Silberman. David and Solomon: In Search of the Bible's Sacred Kings and the Roots of the Western Tradition. — Free Press, Simon and Schuster, 2007. — 352 с. — ISBN 978-0-7432-4362-9. (инг.)(инг.)
- Милена Кирова. Давид, великия. История и мъжественост в еврейската Библия. Кн. 1. София, Сиела, 2011. (болг.)
- Никольский, Николай Михайлович. Царь Давид и псалмы. СПб.: типография ЮН Эрлиха, 1908.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Давид — царь и пророк // Православная Богословская Энциклопедия. Том 4. Издание Петроград. Приложение к духовному журналу «Странник» за 1903 г.
- А. П. Лопухин. Давид, царь израильский // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
- Давид — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- Давид — статья из «Православной энциклопедии» — т. XIII, 2006.
- Давид (1004—965 г. до н. э.) — на сайте «Мир истории»
- Царь Давид в изобразительном искусстве
- King David kills Biblical Minimalism 2016 йыл 4 март архивланған. (инг.)(инг.)