Рәсүл (ислам)
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Рәсүл (ғәр. رسول — рәсүл), Рәсүлуллаһ (Аллаһтың илсеһе); рус. Расуль) — яңы Изге Китап — Ҡөрьән бирелгән һәм яңы шәриғәт килтергән ислам пәйғәмбәре.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсүл термины Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең «хаҡ иман» килтереүсе илаһи миссияһын (рисәләтен) башҡарыуын күҙ уңында тота. Рәсүлдән айырмалы рәүештә, нәби) пәйғәмбәр яңы Изге Китап һәм шәриғәт килтермәй, ә бары үҙенән алда килгән һуңғы рәсүлде иҫбатлай. Рәсүл тип Нух, Ибраһим, Муса, Ғайса һәм Мөхәммәт пәйғәмбәрҙәр һанала[1].
Ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исламда рәсүл термины Мөхәммәт Пәйғәмбәр исеменә ҡушымта сифатында ҡулланыла[2]. Уның ике титулы бар:
- Рәсүл әл-Әкрәм — пәйғәмбәрҙәрҙең иң бөйөгө.
- Рәсүл әс-Сәҡәләйн — кешеләрҙең һәм ендәрҙең рәсүле .
Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе шәһәҙәт әйтеп таныу — исламдың төп талаптарының береһе [3].
Ҡөрьәндә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әл-Хәшр сүрәһенең 7-се аятында рәсүлдәргә буйһоноу фарызлығы әйтелә:
Аллаһ һуғыштарҙан ҡайтарған табыш малы – еңелгән ҡалалар үә ауылдарҙан алынған мал Аллаһтың рәсүленә тапшырылыр һәм бирелер: Аллаһ юлына, пәйғәмбәргә, пәйғәмбәрҙең яҡындарына, йәтимдәргә, меҫкендәргә һәм малы бөткән мосафирҙарға, Хажиҙарға, Аллаһ ерҙә шулай биреләсәк урындарын күрһәтте, һеҙҙән булған байҙар үҙ-ара даулашып алып бөтөрөп, фәҡирҙәр, зәғифтәр буш ҡалмаһын өсөн. Пәйғәмбәр һеҙҙе нимәнән тыйһа – тыйылығыҙ, үә нимәне һеҙгә килтерһә – ҡабул итеп алығыҙ! Үә Аллаһуҙан ҡурҡығыҙ! Тәхҡиҡ ихтилаф ҡылыусыларға Аллаһы Тәғәләнең ғазабы ҡаты булыр. |
- төп нөсхә:
|مَا أَفَاءَ اللَّهُ عَلَىٰ رَسُولِهِ مِنْ أَهْلِ الْقُرَىٰ فَلِلَّهِ وَلِلرَّسُولِ وَلِذِي الْقُرْبَىٰ وَالْيَتَامَىٰ وَالْمَسَاكِينِ وَابْنِ السَّبِيلِ كَيْ لَا يَكُونَ دُولَةً بَيْنَ الْأَغْنِيَاءِ مِنْكُمْ ۚ وَمَا آتَاكُمُ الرَّسُولُ فَخُذُوهُ وَمَا نَهَاكُمْ عَنْهُ فَانْتَهُوا ۚ وَاتَّقُوا اللَّهَ ۖ إِنَّ اللَّهَ شَدِيدُ الْعِقَابِ}}
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ Гогиберидзе, 2009, с. 188
- ↑ Гогиберидзе, 2009
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- урыҫ телендә
- Али-заде, А. А. Расуль // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
- башҡа телдәрҙә
- Rasūl / Wensinck A. J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Расуль и наби . koranika.ru (23 февраль 2012). Дата обращения: 4 декабрь 2013.