Зәкәрийә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зәкәриә битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зәкәрийә
Рәсем
Заты ир-ат
Тыуған урыны Хеврон[d]
Вафат булған урыны Алеппо[d]
Иерусалим
Балалары Яхья[d]
Һөнәр төрө Пәйғәмбәр

Зәкәрийә ибн Азан (ғәр. زكريا‎) — израиль халҡына ебәрелгән Ислам пәйғәмбәре. Библиялағы рухани Захария бер тип һанала. Ҡөрьән 7 тапҡыр телгә алынған. Яхъя (Иоанн Креститель) пәйғәмбәрҙең атаһы.

Пәйғәмбәрлек эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уның тулы исеме: Зәкәрийә ибн Азан ибн Мүслим ибн Садун.Зәкәрийә пәйғәмбәр ваҡытында Әл-Ҡудс (Иерусалим) ҡорамында тәүлек әйләнәһенә ғибәҙәттәр ҡылына. Был ҡорам хеҙмәткәрҙәре Һарун затынан була. Шул осорҙа Израилдә пәйғәмбәр булмаған, исраил улдары Аллаһы тәғәләнән пәйғәмбәр ебәреүҙе ялбарып, көн-төн уҡынған, һәм Аллаһ Зәкәрийәне пәйғәмбәр итеп тәғәйенләгән. Зәкәрийә иман юлына өндәгән, тик бик күптәр уны инҡар иткән, һанламаған.Мәрйәм Инәнең улы Ғайса пәйғәмбәр тыуғандан һуң Бәни Исраил (Израиль) халҡы Зәкәрийәнең өйөнә баҫып инеп, уны Мәрйәм менән зина ҡылыуҙа ғәйепләп, үлтерәләр.

Мәрйәмде тәрбиәләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зәкәрийә Бәни Исраилдең бик тәҡүә һәм зирәк аҡыллы кешеһе булған. Ул буласаҡ пәйғәмбәр әсәһе Мәрйәмде бәләкәй сағында тәрбиәгә йәрәбә буйынса ала. Уның ярҙамында Мәрйәм Тәүратты өйрәнә. Зәкәрийә Мәрйәмдең әсәһе яғынан яҡын апаһының ире була. Шул рәүешле Яхья пәйғәмбәр менән Ғайса пәйғәмбәр туған булып сыға.

Зәкәрийә Мәрйәм менән булған бик күп тылсымлы нәмәләргә шаһит була. Мәҫәлән, йәй көнө уның табынында - ҡышҡы , ә ҡышҡыһын йәйге емештәр күрә. Ҡайҙан алдың тигән һорауға Мәрйәм, Аллаһы тәғәлә ебәрҙе, тип яуаплай торған булған (Коран, 3: 37).

Яхъяның тыуыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

100 йәшендә Зәкәрийәнең балалары булмаған һәм ул Аллаһы тәғәләнән тоҡом биреүҙе һорап ғибәҙәт ҡыла торған булған(Коран, 3: 38). Бер мәл Зәкәрийә михрабта Аллаһы тәғәләгә ғибәҙәт ҡылған ваҡытында уға фәрештәләр килеп уның Яхья тигән пәйғәмбәр улы тыуасағын хәбәр итә. Зәкәрийә быға ышанмай һәм берәй кирәмәт биреүҙе һорай. Аллаһ уны өс көнгә телһеҙ итә.

Шунын һуң Зәкәрийәнең Яхъя улы тыуа. Яхъя пәйғәмбәр Ғайса пәйғәмбәрҙән ярты йыл алда тыуа һәм уға халҡы араһында вәғәздәр һөйләргә ярҙам итә.

Зәкәрийә Ҡөрьәндә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Баһаламалар: 6:85, 19:2, 19:7-8, 21:90
  • Бала теләүе: 3:38, 19:3-6, 21:89
  • Теләге ҡабул булғаны: 3:39-40, 19:7-9, 21:90
  • Өс көнгә телдән яҙыуы: 3:41, 19:10-11

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]