Лут

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лут
ғәр. لُوط
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған урыны Нимруд
Вафат булған урыны Хижәз
Телгә алынған хеҙмәттәр Ҡөрьән
 Лут Викимилектә

Лут (ғәр. لوط‎) — ислам пәйғәмбәре, Библиялағы Лот менән тиңләштерелә . Ҡөрьәндә 27 тапҡыр телгә алына. Ибраһим пәйғәмбәр менән бер осорҙа йәшәгән. Лут Ибраһимдың ир туғанының улы була, хатта уны оҙайлы сәйәхәт этаптарының береһендә оҙатып йөрөй.

Лут тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лут Ибраһим менән бергә Нимрод батша иленән китә (Месопотамиянан). Улар Левантҡа (Шамға) килгәс, Аллаһ садумлыларға Лутты пәйғәмбәр сифатында ебәрә. Был халыҡ аҙғын тормош алып барған, гомосексуализм (ливата) менән шөғөлләнгән[1]. Лут вәғәздәр һөйләй, был халыҡты гонаһтарҙан арындырырға, уларҙа Бер Аллаһ булыуына ышаныс тәрбиәләргә тырыша[2]. Садумлыларҙың күпселеге, шул иҫәптән Луттың ҡатыны ла, пәйғәмбәрҙе тыңлауҙан баш тарта. Лутҡа һәм уның менән иман килтергәндәргә үҙҙәренең ҡалаһынан ҡыуып сығарыу менән янайҙар[3]. Хатта Луттың Раббынан яза бирелеү ихтималы тураһында янауы ла уларға йоғонто яһамай[4].

Садумлыларға яза биреү өсөн Аллаһ кеше ҡиәфәтендәге фәрештәләр ебәрә. Тәүҙә фәрештәләр Ибраһим пәйғәмбәргә килә һәм уны Исхаҡтың тыуыуы тураһында хәбәр менән ҡыуандыра[5]. Шунан һуң фәрештәләр Садумға китә һәм Лут йортонда туҡтай. Ҡала халҡы, ҡунаҡтарҙың килеүе хаҡында белгәс, Луттың йортон уратып алып, уларҙы уйнашҡа биреүҙе талап итә. Лут был кешеләргә сыға һәм уларға ҡатын-ҡыҙ алырға тәҡдим итә, әммә садумлылар тап ҡунаҡтарҙы биреүҙе талап итеп, уларҙан баш тарта[6]. Шул саҡта фәрештәләр: «Эй, Лут, беҙ — Раббыңдың рәсүлдәре, улар һис ваҡытта һиңә килеп етә алмаҫ. Төндөң бер өлөшө үткәс, ғаиләң менән юлға сыҡ һәм һинең ҡатыныңдан башҡа бер кем дә артына әйләнеп ҡарамаһын тип ҡуш, ысынлап та, уларға ҡағылған нәмә ҡатыныңа тейер. Уларға билдәләнгән ваҡыт — таң. Таң яҡын түгелме ни?» — тиҙәр.[7]. Ҡунаҡтар араһында урынлашҡан Ябраил фәрештә пәйғәмбәргә ишекте асырға һәм уларҙы йортҡа индерергә ҡуша[1]. Садумлылар инеү менән фәрештәләр уларҙы һуҡырайта[8].

Ошо уҡ төндә Лут иман килтереүселәрҙең ҙур булмаған төркөмө менән ҡаланан сығып китә. Улар киткәндән һуң Аллаһ халҡы менән бергә ҡаланы тулыһынса юҡ итә[9]. Ҡала урынында ҙур күл барлыҡҡа килә, уны Лут Күле йәки Үле диңгеҙ тип атайҙар[1]. Риүәйәттәргә ярашлы, Лут пәйғәмбәр бер йыл Ибраһим пәйғәмбәрҙә йәшәгән, шунан һуңМәккә янына (Хижазға) күсеп киткән һәм унда һикһән йәшендә вафат булған[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Пиотровский М. Б. Лут // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 148. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде А. А. Лут // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8. (CC BY-SA 3.0)
  • Lūṭ / Heller, B.; Vajda, G. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)