Эстәлеккә күсергә

Уад

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Уад (ғәр. ود‎, рус. Вадд) — боронғо ғәрәп мифологияһында ай һәм һуғарыу илаһы исеме. Рәсми пантеонда ул Астарҙан һуң икенсе урынды биләгән. Оазис ғибәҙәтханаһында боронғо ғәрәп илаһтарының төрлө һындары йыйылған, улар араһында ҡылыс, һөңгө, йәйә һәм уҡ-һаҙаҡлы кеше рәүешендәге Уад һыны ла бар[1]. Уад Нух пәйғәмбәр халҡы табынған илаһтарҙың береһе булараҡ, поттар Суағ, Йағус, Йағук и Насра менән бер рәттән, Нух сүрәһендә телгә алына. Ҡөрьәндә Йағуҡ Нух пәйғәмбәр[2] халҡы табынған пот итеп телгә алына:

« Ҡәүемдең олуғтары мәкер ҡылдылар һәм әйттеләр: “Үҙ поттарығыҙға табыныуҙы ташламағыҙ! Уад, Суағ, Йәғуҫ, Йағуҡ һәм Нәсер исемле поттарға табыныуҙы ташламағыҙ”.
»

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең көрәштәше Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс аятҡа биргән аңлатмаға ярашлы, был поттар Нух халҡының тәҡүә кешеләре хөрмәтенә төҙөлгән булған[3]

Уадҡа бағышланған ғибәҙәтхана Мөхәммәт пәйғәмбәр бойороғо буйынса Хәлид ибн Әл-Вәлид отряды тарафынан һүтеп алына. Быға ҡаршылашҡандар үлтерелә[4][5].

  1. Лундин, 1987
  2. Лундин, 1988, с. 203
  3. Аль-Бухари, 4920
  4. William Pickthall, Marmaduke. Islamic culture, Volume 9. — Islamic Culture Board, 1967. — С. 191. — ISBN 978-1-142-49174-1. Original is from the University of Virginia
  5. ibn al Kalbi, Hisham. The book of idols: being a translation from the Arabic of the Kitāb al-asnām. — Princeton University Press, 1952. — С. 48.
  • Али-заде, А. А. [175 Вадд] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Вадд / Лундин, А. Г. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987. — Т. 1 : А—К. — С. 207.