Әҙәм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Әҙәм (йәһ. אָדָם‎)
Albrecht Dürer - Adam and Eve (Prado) 2.jpg
«Адам һәм Ева»
Заты: Ир
Йәшәгән дәүере: Донъя яралғандан алып 1—930
Исеменең мәғәнәһе: «кеше»; אדמה — ер һәм אדום –кеше һүҙҙәре менән бер тамырҙан
Исеме башҡа телдәрҙә: грек. Ἀδάμ  
Төбәк: Эдем
Шөғөлө: ер эшкәртеү

Телгә алына:

[[|Быт. ]]2:85:5
Атаһы: булмаған
Әсәһе: булмаған
Ҡатыны (ире): Ева
Балалары: Каин, Авель, Сиф
Бәйле төшөнсәләр: Эдем баҡсаһы | | Тыйылған емеш
Төп һыҙаттары: тәүге кеше

Әҙәм (йәһ. אָדָם‎, кеше йәһ. אדמה‎, ер һәм אדום, ҡыҙыл һүҙҙәре менән бер тамырҙан; грек. Ἀδάμ, ғәр. آدم‎), Бишкитап һәм Ҡөрьәндә Аллаһ тарафынан яралтылған беренсе кеше, кешелектең нәҫел атаһы. Һауаның (Еваның) ире, Каин, Авель һәм Сифтың атаһы. Йәһүҙилектә Әҙәм һәм Һауа мөнәсәбәттәрендә бөтә кешелек сағылыш тапҡан, уларҙың тарихы бөтә кешелек образы булып тора.

Ҡөрьәндә бәйән ителгәнсә, Аллаһ Әҙәмде тупраҡтан һәм «йән өрөлгән» балсыҡтан үҙенең Ерҙәге «урынбаҫары» (хәлифәһе) сифатында, барлыҡ фәрештәләрҙән өҫтөн итеп яралта һәм уларга Әҙәмгә буйһонорға бойора. Фәрештәләрҙең береһе Иблис Әҙәмгә буйһөноуҙан баш тарта һәм күктән ергә төшөрөлә. Аллаһҡа үс итеп, Иблис Әҙәм менән беренсе ҡатын-ҡыҙ заты Һауаны йәннәттәге тыйылған емеш менән һыйлап, гөнаһ ҡылдырта. Әҙәм менән Һауа, был эштәре өсөн йәннәттән һөрөлөп, бер-береһенән айырым рәүештә ергә төшөрөләләр. Риүәйәттәрҙә һөйләнгәнсе, улар Мәккә янындагы Ғәрәфә тауында табышалар, Аллаһ ихтыяры менән шунда Аҙәм Кәғбә төҙөй. Аллаһтың ярлыҡауына ирешә һәм беренсе пәйғәмбәр була.

Мосолман дини әҙәбиәтендә Әҙәм — кешенең илаһи аҫылы кәүҙәләнеше.

«Әҙәм яралыуы»,
фреска в Сикстин капеллаһында Микеланджело төшөргән фреска.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]