Эстәлеккә күсергә

Һауа (персонаж)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ева битенән йүнәлтелде)
Һауа
йәһ. חַוָּה‬
ғәр. حَوَّاء‎
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө б. э. т. 3760[1]
Тыуған урыны Эдем[d][2][3]
Вафат булған көнө билдәһеҙ
Ерләнгән урыны пещера Патриархов[d]
Могила Евы[d]
Хәләл ефете Әҙәм[4]
Балалары Каин[d][5], Авель[d][6], Сиф[d][7][8], Азура[d][9], Аван[d][9] һәм Люлюва[d][9]
Һөнәр төрө помощник
Праздник святого 24 Декабрь
Партнёр в спорте или профессии Әҙәм[10]
Ҡатнашыусы грехопадение[d][11]
Производная работа Ева[d]
Булдырыусы Хоҙай[12]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Ҡабырға
Телгә алынған хеҙмәттәр Потерянный рай[d], Бытие 4[d], Ҡөрьән, Божественный принцип[d] һәм Книга Юбилеев[d]
 Һауа Викимилектә

Һауа (йәһ. חַוָּה‎, бор. йәһ. әйтелеше: хawwͻ:h, хәҙерге йәһ. әйтелеше: Хава — һүҙмә-һүҙ «тормош биреүсе», грек. Εὔα, урыҫ. Ева) ибраһими диндәрҙә — бөтә кешеләрҙең тәүинәһе, беренсе ҡатын-ҡыҙ, Әҙәмдең үҙ ҡабырғаһынан хасил ителгән ҡатыны, Ҡабилдың (урыҫ. Каин), Һабилдың (урыҫ. Авель) һәм Шеҫтең (урыҫ. Сиф) әсәһе.

Традицион этимология буйынса Һауа (Хавва) һүҙе хай («тормош») тигән йәһүд һүҙенә барып тоташа. Хәҙерге тикшеренеүселәр финики телендәге хвт" һәм арами телендәге Хевъя (икеһе лә — «йылан», йәки йыланға оҡшаш алиһә)[13] бәйләнеше булыу ихтималлығын да күҙҙә тота.

Һауаны хасил итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Создание Евы, средневековая рукопись.

Библияның Башланмыш китабында Донъя һәм кеше яратылыу тураһында ике хикәйә бар.

  • Беренсе хикәйә: 1:1 — 2:3;
  • Икенсе хикәйә: 2:4 — 3:24.

Беренсеһе буйынса кешелектең тәүатаһы менән тәүәсәһе булған ир менән ҡатын донъя яратылғандың алтынсы көнөндә «Алла рәүеше буйынса» бар ителгән һәм уларға бөтә ерҙә, бөтә тереклек өҫтөнән хакимлыҡ итеү бирелгән.

Икенсеһенә ярашлы, Алла әҙәмде «балсыҡтан» (әҙәмдән) әүәләгән, танауына тын өргән һәм Йәннәт баҡсаһына ебәргән. Һуңыраҡ Алла Әҙәмде йоҡлатҡан да, бер ҡабырғаһын алып, шунан Һауаны яралтҡан, ул беренсе кешенең ҡатыны булған.

Һауа ерләнгән урын

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәһүд традицияһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Махпела мәғәрәһе (йәһ. מְעָרַת הַמַּכְפֵּלָה‎, Ме‘ара́т а-махпэла́ — һүҙмә-һүҙ «Ике яҡлы мәғәрә»; ғәр. الحرم الإبراهيمي‎‎, Хара́м-әл-Ибраһи́ми) — Хеврондың боронғо өлөшөндә ата-бабалар кәшәнәһе. Йәһүд традицияһында был мәмерйә Әҙәм менән Һауа, Ибраһим менән Сарра, Исхаҡ менән Рабиға, Яҡуп менән Лиә ерләнгән урын тип һанала.[14]

Мосолман традицияһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һауаның ҡәбере (ғәр.مقبرة أمنا حواء — Мукбарат умна Һауа) — мосолман традицияһы буйынса, тәүинәбеҙ Һауа ерләнгән урын. Джиддә ҡалаһында урынлашҡан. Риүәйәт буйынса, гонаһ ҡылғандан һуң Һауа Джиддә йәки Мәккә тирәһенә эләккән. Ғәрәп һәм көнбайыш тарихсылары Джиддә ҡалаһы диуары буйындағы ҡәберҙе Һауа ҡәбере тип һүрәтләй.

Ҡөрьәндә Әҙәмдең ҡатыны исемләп аталмай, ул Әҙәмдең ҡатыны сифатында ғына телгә алына. Уның Һауа тигән исемен тик хәҙистәрҙә осратырға була. Ҡөрьәндә Әҙәм менән Һауаның балалары тураһында ла, Әҙәмдең нисә йәшкә тиклем йәшәгәне тураһында ла бер ни ҙә юҡ.

Әҙәм менән Һауа тураһындағы тарихтар хәҙистәрҙә һәм башҡа дини китаптарҙа хикәйәләнә. Татар яҙыусыһы һәм ғалимы Фәрит Яхин «Пәйгамбәрләр тарихы»[2] 2017 йыл 24 октябрь архивланған.[15] тигән китабында Әҙәм менән Һауаға тотош туғыҙ битте арнаған, тәүге әҙәмдең нисек яратылыуы, уларҙың нисек гонаһ ҡылыуы, ҡайҙа ҡыуылыуы (Әҙәм — Һиндостанға, Һауа — Ғәрәп ярымутрауына), ҡабат осрашыуҙары, бергә йәшәүҙәре, балалары һәм вафаттары тураһында һөйләй.

Хәҙистәрҙә әйтелеүенсә, Һауа 20 тапҡыр бала тапҡан, һуңғыһынан башҡа һәр осраҡта балалары игеҙ булған. Иң һуңғы тапҡыр бушанғанда ир бала тыуҙырған. Тимәк, Һауа йәмғеһе 39 бала тапҡан[16].

Һауа һүҙе «йәшәү сығанағы» тигән мәғәнәне бирә. Исламда шулай уҡ был һүҙҙең ҡоңғорт ҡыҙғылт-ерән төҫтө белдереүе тураһындағы версия ла бар. Ҡөрьәндәге Һауа образы артабан донъяла ҡатын-ҡыҙҙың урыны тураһындағы фекерләшеүҙәргә нигеҙ бирә. Хәҙистәрҙең береһендә, мәҫәлән, былай тиелә: «Ҡатын-ҡыҙҙарға яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ, ҡатын-ҡыҙ ҡабырғанан яһалғанлыҡтан, ә ҡабырғаның өҫкө яғы — иң бөгөлөп торған урыны, уны төҙәйтергә тырышһағыҙ, ул һыныр; ә уны нисек бар шулай ҡалдырһағыҙ, ул бөгөлгән көйө торор. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙарға яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ».

Антропогенез терминологияһында митохондриялы Һауа — гипотезаланған ҡатын-ҡыҙ индивиды, уның митохондриаль ДНК-һы был төр ҡатын-ҡыҙҙарының бөтәһендә лә бар. Был уның кешелектең берҙән-бер «тәүинәһе» булғанын аңлатмай (уның менән бергә башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йәшәгән һәм кешелек генофондына үҙ өлөшөн индергән). Хәҙерге заман кешеләренең бөтәһенең митохондриаль Һауаһы яҡынса 140—280 мең йыл элек йәшәгән.

1876 йылда асылған Һауа (164) астероидына Һауа исеме бирелгән.

  1. Kantor M. (unspecified title) (ингл.) — 2004. — P. 7. — ISBN 978-0-87668-229-6
  2. http://onlinelibrary.wiley.com/doi/10.1111/1094-348X.00053/pdf
  3. http://fineartamerica.com/art/drawings/garden+of+eden/canvas+prints
  4. Бытие 2:25
  5. 1 // Genesis, בְּרֵאשִׁית, Första Moseboken (билдәһеҙ)
  6. 2 // Genesis, בְּרֵאשִׁית, Första Moseboken (билдәһеҙ)
  7. Никифор (Бажанов) Иллюстрированная полная популярная библейская энциклопедия в 4-х выпусках, Enciclopédia bíblica popular completa ilustrada em 4 edições (урыҫ)М.: 1891.
  8. 25 // Genesis, בְּרֵאשִׁית, Första Moseboken (билдәһеҙ)
  9. 9,0 9,1 9,2 Книга Юбилеев — 0150.
  10. Бытие 2:18
  11. Бытие, 3 глава
  12. Бытие 2:22
  13. Ева. Мифы народов мира, под ред. С. А. Токарева
  14. Талмуд, Сота 13а; Эрувин 53а
  15. Âdem aleyhisselâm Hindistan’da Seylan (Serendib) Adasına, Havvâ ise Cidde’ye indirildi.[1] 2017 йыл 24 октябрь архивланған.
  16. Хава — Женщины в Исламе — Биографии — Ask Imam 2011 йыл 29 октябрь архивланған.

Кинола Һауа образы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ной / Noah (2014; США) режиссёр Даррен Аронофски, Һауа ролендә Ариан Райнхарт.
  • Ева // Православная Богословская Энциклопедия. Том 5. Издание Петроград. Приложение к духовному журналу «Странник» за 1904 г.
  • Ева // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
  • Ева — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  • А. Штейнзальц. Хава // Библейские образы / Пер. с англ. Адин Штейнзальц (Эвен Исраэль). — 2-е изд. — М.: Ин-т изучения иудаизма в СНГ Ассоц. «Шамир», 1998.