Эстәлеккә күсергә

Барсиса

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Барсиса

Барсиса (ғәр. برصيصا‎) — ғәрәп-мосолман риүәйәте персонажы, ярымлегендар дәрүиш, шайтан ҡотортоуы буйынса Аллаһтан баш тартҡан .

Риүәйәт буйынса, Барсисаға ауырыу ҡыҙ тураһында хәстәрлек күреүҙе ышанып тапшыралар. Шайтан Барсисаға Аллаһтан баш тартҡан осраҡта ярҙамлашырға вәғәҙә итә. Барсиса ҡыҙҙы көсләй, ә һуңынан үлтерә. Ҡыҙҙа алырға ағалары килгәс, Шайтан уларға Барсисаны фашларға һәм яза бирергә ярҙам итә[1].

Мөфәссирҙәр Ҡөрьән Барсисаны әл-Хәшр сүрәһендәге исемһеҙ персонаж менән тиңләштерә:

« Улар кешегә: «(Аллаһҡа) ышанма!» - тип өндәгән Иблискә оҡшаш. Ә инде Аллаһҡа ышанмай башлағас, ул былай ти: «Минең һиңә ҡатнашым юҡ! Мин Аллаһы Тәғәләнән - донъялар Хакимынан ҡурҡам»
»

Текстың үҙенсәлеге — аныҡ хәл һәм тура телмәрҙең булыуы — уның буйынса Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең замандаштарына билдәле булған риүәйәтте фаразларға мөмкинлек бирә[1].

  1. 1,0 1,1 Пиотровский М. Б. Коранические сказания. — Наука, ГРВЛ, 1991. — 219 с. — ISBN 5-02-017250-2.
  • Barṣīṣā / Abel, A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Arsanjani, Homeira and Negahban, Farzin, «Barṣīṣā», in: Encyclopaedia Islamica, Editors-in-Chief: Wilferd Madelung and, Farhad Daftary
  • Abel А., Barsisa, le moine qui defia le Diable, Brux., 1959.
  • Мифы народов мира. Энциклопедия в 2-х томах. — М.: Советская энциклопедия, 1987—1988.