Эстәлеккә күсергә

Әс-Сәмири

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әс-Сәмири
араб. السامري
Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Муса ибн Зафар

Дине:
Ағымы:


Хеҙмәттәре:

Золотой телец[d][1]


Ҡөрьән шәхесе
Тиңләнә:

Самаэль[d]

Категория:

гонаһ эйәһе

Ҡөрьәндә телгә алыу:

3 тапҡыр: Та Һа 20:85, Та Һа 20:87, Та Һа 20:95.

Бәйле персонаждар:

Муса, Һарун

Ваҡиғалар:

Алтын буғаға табындырыу

Әс-Сәмири (ғәр. السامري‎, рус. самаритянин) — Ҡөрьәндә Муса халҡына Алтын буға (алтындан эшләнгән үгеҙ һыны) менән үәсүәсә һалған кеше. «Әс-Сәмири» һүҙе Ҡөрьәндә өс тапҡыр осрай.

Әс-Сәмири тарихы Ҡөрьәндә ике тапҡыр бәйән ителә. Беренсе хикәйәләүҙә Бәнү Исраил һәм Һарун менән бәйле гонаһ тураһында һөйләнелә, был Исход ({{Тәүрат|Исх|32}}) китабына тап килә. Унда металдан ҡойолған быҙау « мөңрәй» (хувар) тип әйтелгән[2].[3]

Икенсе хикәйәләүендә әс-Сәмири исраил улдарына ҡотҡо һалыусы булараҡ күрһәтелә[4]. Әс-Сәмири бойороғо буйынса исраилдәр үҙҙәренең биҙәүестәрен утҡа ташлай, һәм ул шуларҙан мөңрәп торған быҙау һыны эшләй. Һарун пәйғәмбәр тыйыуына ҡарамаҫтан, халыҡ уға табына башлай. Муса пәйғәмбәр әс-Сәмириҙан был хәл тураһында һорағас, ул аҡлана, йәнәһе, «улар күрмәгән нәмәне», йәғни «илсенең эҙҙәрен» күргән. Мосолман йолаһы «илсенең эҙҙәре» тигән һүҙҙәрҙе Ябраил фәрештәнең ат тояғы эҙҙәре тип аңлай. Муса уға үҙенең язаһы тураһында иғлан итә: «Был тормошта һиңә: „Ҡағылмағыҙ“, — тип әйтергә тура киләсәк. Ә һуңынан һиңә ҡотолоп ҡала алмай торған мөҙҙәт башланасаҡ»[5][3].

Ҡөрьән хикәйәһенең Алтын буға тураһындағы мәғәнәһе шунда: гонаһта ғәйепле (әс-Самири) язаға тарттырыласаҡ һәм үҙ ғәйебен ярлыҡатырға тейеш[3].

  • al-Sāmirī / Heller, B. and Rippin, A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Tafsir tradition on Kurgan, XX, 83-98; I. Goldziher, La Misdsa, in R. Afr., cclxviii (1908), 23-28;
  • H. Speyer, Die biblischen Erzählungen im Qoran, Grafenhainichen 1931, 329—333;
  • A.S. Yahuda, A contribution to Qur^dn and hadith interpretation, in S. L6winger and J. Somogyi (eds.), Ignace Goldziher memorial volume, i, Budapest 1948, 286—290;
  • H. Schwartzbaum, Biblical and extra-biblical legends in Islamic folk-literature, Beitrage zur Sprach- und Kulturgeschichte des Orients, Bd. 30, Walldorf- Hessen 1982, 14-17.