Эстәлеккә күсергә

Яҡуп (пәйғәмбәр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яҡуп
ғәр. يعقوب
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

Дин таратыусы

Тыуған көнө:

Б.Э.Т 18 быуат

Тыуған ере:

хәҙерге Сүриә йәки Мадьяна

Үлем көнө:

Б.Э.Т. 17 быуат.

Үлгән ере:

хәҙерге Мысыр

Ерләнгән ере:

Хеврон[d]

Йыл йәшәгән

147 йәш тирәһе

Дине:
Ағымы:


Атаһы:

Исхаҡ (пәйғәмбәр)[1][2]

Әсәһе:

Ревекка[d]

Балалары:

Йософ (пәйғәмбәр)

Исеме башҡа телдәрҙә:

йәһ. יַעֲקֹב‎,
бор. грек. Ἰακώβ

Тиңләнә:

христ.Иаков
иуд. — Яаков

Категория:

Пәйғәмбәр (нәби)

Ҡөрьәндә телгә алыу:
Кәрәмәт һәм билдәләр:

Һуҡыр кешенең күреү һәләтен тергеҙә

 Яҡуп Викимилектә

Яҡуп[3], Йа ' ҡуб (ғәр. يعقوب‎), Исраил[4] — ислам пәйғәмбәре, Ибраһим пәйғәмбәрҙең кинйә улы Исхаҡтан тыуған ейәне. Яҡуптың 12 улы була, уларҙан Исраилдең 12 быуыны тарала һәм пәйғәмбәрҙәрҙең күбеһе - Муса, Дауыт, Сөләймән, Ғайса һ.б. донъяға килә. Библиялағы Иаков менән тиңләштерелә.

Яҡуп Ҡөрьәндә телгә алына:

« . Беҙ уға Исхаҡ менән Яҡупты ебәрҙек. Пәйғәм​бәрлек һәм Китаптарҙы (Тәурат, Инжил, Зәбур, Ҡөръәнде) уның тоҡомона васыят иттек. Донъяла уға бүләктәр бир​ҙек. Хаҡтыр, ул Әхирәттә лә һәр хәлдә изгеләрҙән һаналасаҡтыр.
»

Яҡуп пәйғәмбәр төштәргә аңлатма бирә алған. Яратҡан улы Йософ ун бер йондоҙҙоң, ай менән ҡояштың уға табыныуы тураһында төш күргәнен һөйләгәс, Яҡуп уға пәйғәмбәрлек биреләсәге һәм ҙур игелектәр ҡыласағы тураһында әйтә. Яҡуптың Йософҡа һөйөүе һиҙелмәй ҡалмай һәм башҡа улдары уға көнләшә башлай. Бер ваҡыт Яҡуптың улдары үҙҙәре менән Йософто алып китә лә, уны ҡоҙоҡҡа ташлай. Йософтоң күлдәген ҡанға буяп, атаһына алып киләләр һәм уны бүре ашаны, тип әйтәләр. Яҡуп үҙен алдарға теләүҙәрен аңлай һәм яратҡан улын кире ҡайтарыуҙы талап итә. Күҙ йәштәре һәм улын юғалтыуҙан йылдар буйы ҡайғырыуҙары арҡаһында Яҡуп һуҡырайған. Йософто иһә үтеп барған каруансылар ҡотҡара һәм ул Мысырға эләгә. Унда финанс эштәре менән етәкселек иткән етәксе вазифаһына өлгәшә. Йософтоң тырышлығы арҡаһында ете йыллыҡ ҡоролоҡ ваҡытында Мысыр ҙур бәлә-ҡазаларҙан ҡотолоп ҡала. Бер ваҡыт Яҡуптың улдары Мысырға сәфәр ҡылғанда, Йософ уларҙы күреп ҡала. Артабан ағаларын ғәфү итә. Яҡуп улының яҙмышы тураһында белгәс, башҡа улдары менән бергә Мысырға күсенә[5].

Яҡуптың күрә башлауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йософ ағаларын ғәфү иткәндән һуң, уларҙың береһенә биреп, атаһына күлдәк ебәрә. Күлдәкте Яҡуп йөҙөнә ҡаплағас, күрә башлай. Был хаҡта Ҡөрьәндең "Йософ" тип аталған12 сүрәһендә хәбәр ителә.

« Барығыҙ ошо минең күлдәгем менән ҡайтығыҙ һәм уны атайымдың йөҙөнә ҡаплағыҙ — ул күрә башлар, һәм үҙ ғаиләләрегеҙ менән барығыҙ ҙа миңә килегеҙ!» Каруан юлға сыҡҡас, аталары: «Мин Йософтоң еҫен һиҙәм. Минең һүҙҙәремде дөрөҫ түгел тип әйтмәһәгеҙ ине!» — тине. Улар: «Аллаһ менән ант итәбеҙ, ысынлап та, һин үҙеңдең иҫке яңылышыуыңда!» - тинеләр. Ә һөйөнсөләүсе килгәс, күлдәкте уның йөҙөнә ҡапланы, һәм был яңынан күрә башланы. Ул: «Әллә мин һеҙгә әйтмәнемме Алланан һеҙ белмәгәнде белеүемде?» — тине. Улар: «Эй, атай! Беҙҙең гонаһыбыҙҙан беҙгә ярлыҡау һора. Беҙ бит гонаһлыларҙан булдыҡ»,— тинеләр.
»
  1. Али-заде А. Йакуб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.
  2. Али-заде А. Исхак (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.
  3. А. Наумов Поэты Узбекистана. — 1977, С. 24.
  4. Введение в востоковедение. Общий курс. 2019, С. 246.
  5. Али-заде, 2007

Энциклопедик мәҡәләләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Пиотровский М.Б. Йа’куб // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 119-120. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. [386 Йакуб] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Yaʿḳūb / Firestone, R. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)