Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәмуил (Самуил) (ғәр. شمويل йәки ғәр. صموئيل ) — ислам пәйғәмбәре , уның аша Талут (Сауыл) бәни Исраилдең беренсе батшаһы итеп һайлана. Библиялағы пәйғәмбәр Самуил менән тиңләштерелә. Шәмуил пәйғәмбәр тарихы Ҡөрьәндең икенсе сүрәһендә тасуирлана, әммә уның исеме телгә алынмай.
Шәмуил пәйғәмбәр бәни Исраилгә Мусанан һуң Аллаһ тарафынан ебәрелә. Сығышы менән Һарун нәҫеленән, 11 йыл дауамында халҡын Аллаһ закондарына ышанырға һәм Тәүратҡа таянырға өндәй. Шәмуил пәйғәмбәр заманында исраил улдарының әмәләкиттәр менән ҡаршылығы көсәйә. Күп исраиллеләр үлтерелә, йәки әсирлеккә алына. Бынан тыш Ғәһет Кәмәһе (Һандығы) (Табут әс-Сәкинә) баҫып алына, унда Тәүрат һәм башҡа ҡайһы бер әйберҙәр һаҡланған булған[ 1] .
Әмәликиттәрҙән еңелеү һәм Ғәһет Кәмәһен юғалтыу исраиллеләргә ҙур әхлаҡи зыян килтерә, һәм шул саҡта улар Аллаһтан пәйғәмбәр ебәреүҙәрен һорап доға ҡыла башлай. Аллаһ Шәмуилды пәйғәмбәр итеп һайлай, әммә исраилдәр тәүҙә уны танымай тора. Илгә батша итеп Талутты ҡуйғанда ла шул уҡ хәл ҡабатлана[ 1] .Был хаҡта Ҡөрьәндең «Әл-Бәҡара» сүрәһендә бәйән ителә:
Һәм уларға үҙ пәйғәмбәрҙәре: «Бына Алла һеҙгә Талутты батша итеп ебәрҙе»,—тине. Улар: «Нисек инде ул беҙҙең өҫтән хакимлыҡ итһен? Беҙ хакимлыҡ итергә унан да лайығыраҡбыҙ, уның мөлкәте лә етешле түгел бит»,— тинеләр. Ул: «Аллаһ һеҙгә уны һайланы, уны белем дә, тән дә яғынан артыҡ, киң ҡылды. Ысынлап та, Аллаһ Үҙ хакимиәтен теләгән кешеһенә бирә»,—тине. Аллаһ бөтә нәмәне ҡоса, белә! Үҙ пәйғәмбәрҙәре уларға: «Уның хакимлығының аяты шунда: һеҙгә табут килер, ул табутта Раббығыҙҙан күңел тыныслығы килер, һәм Муса, һәм Һарун ырыуҙары ҡалдырғандың ҡалдыҡтары булыр. Уны фәрештәләр килтерә. Ысынлап та, бында һеҙгә аяттар бар, әгәр һеҙ мөьмин булһағыҙ»,— тине.Әллә һин Мусанан һуң Исраил улдарының атаҡлы кешеләрен күрмәнеңме; уларҙың үҙ пәйғәмбәренә: «Беҙгә батша билдәлә, шул уаҡытта беҙ Аллаһ юлында һуғышырбыҙ!» — тигәндәрен? Ул: «Әгәр һеҙгә һуғышырға бойоролһа, бәлки, һеҙ һуғышмаҫһығыҙ?» — тине. Улар: «Беҙ үҙ йорттарыбыҙҙан ҡыуылғас һәм балаларыбыҙҙан айырылғас, ни өсөн беҙгә Аллаһ юлында һуғышмаҫҡа ти?» — тинеләр. Һуғышырға бойоролғайны, уларҙың бик аҙынан башҡалары боролоп китте. Аллаһ залимдарҙы белә!
Батша булғас, Талут бөтә дәүләт проблемаларын уңышлы хәл итә башлай. Ул әмәликиттәргә ҡаршы көслө армия туплай һәм әҙерләй, әммә яугирҙарҙың ҙур булмаған өлөшө генә дошман менән алышҡа инә. Был алышта буласаҡ исраил батшаһы һәм пәйғәмбәре — Дауыт та ҡатнаша. Дауыт пәйғәмбәр әмәликит батшаһы Йәлүт (Голиаф) менән алышҡа инә һәм уны еңеүгә өлгәшә[ 1] .В Коране эта история описана следующим образом:
Талут ғәскәр менән сыҡҡас: «Аллаһ һеҙҙе йылға менән һынай, кем шул йылғанан һыу эсһә, ул минеке түгел, ә кем уны татып ҡарамаһа, ул — минеке; әлбиттә, усы менән алып һемергән кешеләрҙән башҡаһы,— тине. Ул йылғанан эстеләр — бик аҙҙарынан башҡаһы. Ул һәм уның менән иман килтергән кешеләр йылғаны кисеп сыҡҡас: «Бөгөн Йәлүт һәм уның ғәскәре менән һуғышырға беҙҙең көсөбөҙ юҡ!» — тинеләр. Ә Аллаһты осратабыҙ тип уйлаған кешеләр: «Аллаһтың рөхсәте менән ҙур булмаған бер нисә төркөм күп кешеле төркөмдө еңде бит»,— тинеләр. Ысынлап та, Аллаһ сабыр иткәндәр менән! Улар Йәлүт һәм уның ғәскәре алдына килгәс: «Раббыбыҙ, беҙгә сабырлыҡ бир, аяҡтарыбыҙҙы нығыт, кафырҙарға ҡаршы ярҙам ит!» — тинеләр. Алланың рөхсәте менән уларҙы ҡасырға мәжбүр иттеләр, һәм Дауыт Йәлүтте үлтерҙе, Аллаһ Дауытҡа хакимиәт һәм хикмәт бирҙе һәм Үҙе теләгән нәмәләрҙе өйрәтте. Әгәр Аллаһ кешеләрҙе бер-береһенән тыйып тормаһа, ер йөҙө боҙоҡланыр ине, әммә Аллаһ — ғәләмдәр өсөн йомартлыҡ эйәһ
↑ 1,0 1,1 1,2 Али-заде, А. А. Шәмуил // Исламский энциклопедический словарь. — М . : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.) .