Эстәлеккә күсергә

Әйүп

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Әйүп (Әйүб, Әюп) — боронғо йәһүд һәм ғәрәп сығанаҡлы башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ингән ир-ат исеме.

Әйүп (Әйүб, Әюп) — «эҙәрләнеүсе, үкенеүсе»; «тәүбә итеүсе»; «сабый пәйғәмбәр исеме» мәғәнәләрен аңлатҡан ир балаларға ҡушылған мосолман исеме[1].

Әйүп Ҡәйепов - хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 2-се Башҡорт атлы полкының поход старшинаһы, подпоручик (1812).

Әйүп Үтәғолов (1793—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Әйүпова Ләлә Әҙһәм ҡыҙы (18 август 1951 йыл) — журналист. «Гөлистан» Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.

Әйүпова Зилара Ғайса ҡыҙы(15 июнь 1933 йыл — 20 сентябрь 2014 йыл) — бейеүсе, 19551975 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1959). «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.

Әйүпов Хәмит Вәли улы (15 ғинуар 1914 йыл — 26 март 1987 йыл) — ғалим-ветеринар, юғары мәктәп эшмәкәре. 1964—1983 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1978—1985 йылдарҙа кафедра мөдире. Башҡорт АССР-ының VIII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ветеринария фәндәре докторы (1969), профессор (1970). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1964) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).

Әйүпов Риф Сәлих улы (2 сентябрь 1939 йыл — 28 ғинуар 2015 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1995), Рәсәй Федерацияһы Хәрби фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы. Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Әйүпов Вадим Рәмил улы(13 октябрь 1974 йыл) — спортсы, тренер. 1995—2005 йылдарҙа фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 2006—2009 йылдарҙа рапира менән фехтование буйынса Рәсәй үҫмер спортсылар йыйылма командаһының өлкән тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996).

Әйүпов Рим Шәрип улы (4 июль 1938 йыл2 февраль 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. 1965—1996 йылдарҙа Киров ҡалаһындағы драма һәм өлкә йәш тамашасы театрҙары хеҙмәткәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1984).

Әйүпов Мансур Әнүәр улы (8 июль 1947 йыл) — ғалим-политолог, партия, дәүләт, матбуғат һәм юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, вице-президенты һәм президиумы ағзаһы, философия фәндәре кандидаты, сәйәси фәндәр докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының элекке ректоры (1998—2003, 2007—2011).

Әйүпов Рәфғәтдин Талип улы (15 март 1914 йыл — 19 декабрь 1987 йыл) — нефтсе, 1949—1978 йылдарҙа Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының «Собханғол» нефтте һурҙырып бушатыу станцияһы машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Әйүпова Руфина Рифат ҡыҙы (17 март 1999 йыл}}, Ишембай) — Рәсәй спортсыһы (рус һәм халыҡ-ара шашка). 2012 йылда халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы (Белоруссия).

Әйүп Солтан мәсете Истанбулдын Әйүп районында урынлашҡан мәсет. Османдар Константинополды баҫып алғас беренсе төҙөлгән мәсет. 1458 йылда төҙөлгән. Мәсеттә Абу Айюб аль-Ансари ҡәбере, Мөхәммәдтен әйберҙәре һаҡлана.

Митрәй-Әйүп (рус. Митро-Аюповское) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ