Әйүпова Ләлә Әҙһәм ҡыҙы
Әйүпова Ләлә Әҙһәм ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 август 1951 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Аҙнай, Дим ауыл Советы (Бишбүләк районы), Бишбүләк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист, ньюсмейкер |
Әйүпова (Имашева) Ләлә Әҙһәм ҡыҙы (18 август 1951 йыл) — журналист. «Гөлистан» Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ләлә Әҙһәм ҡыҙы Имашева 1951 йылдың 18 авгусында Башҡорт АССР-ы Бишбүләк районы Аҙнай ауылында уҡытыусылар династияһы ғаиләһендә тыуған.
Аҙнай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый. Тәүҙә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Һуңғараҡ — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәбиғи-география факультетын тамамлай.
Хеҙмәт юлы һәм ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Имашева Ләлә Әҙһәм ҡыҙы хеҙмәт юлын 1970 йылда Аҙнай һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең оҙайтылған көн төркөмө тәрбиәсеһе булып башлай.
1972 йылда БАССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар Комитеты радио-телевидение үҙәгендә киң мәғлүмәт саралары секретарь-машинисткаһы хеҙмәтен башҡара. Артабан радиотапшырыуҙар цехында тауыш яҙҙырыу операторы, «Эфир Башкортостана» гәзитенең иғландар һәм баҫма программалар буйынса кесе мөхәррире, «Башҡортостан» Дәүләт теле-радиотапшырыуҙар компанияһы реклама-коммерция үҙәгенең өлкән мөхәррире булып эшләй. БАССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар Комитетында барлығы 26 йыл хеҙмәт итә[2].
1996 йылдың декабрендә «Радио-101 «Гөлистан» Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә нигеҙ һала.
2000 йылда «Гөлистан» Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Деловой мир Башкортостана» мәғлүмәти-реклама гәзитен булдыра һәм баҫтыра.
Уның етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡарата Башҡортостандың лайыҡлы кешеләренең тормошон һәм ижадын яҡтыртыуға арналған ике томдан торған „Летопись достижений к 100-летию Республики Башкортостан“ биографик-публицистик баҫма донъя күрҙе.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата „Живая память поколений“ китабы баҫылып сыҡты.
Ләлә Әҙһәм ҡыҙы Әйүпова Рәсәйҙә генә түгел, ә халыҡ-ара кимәлдәге ҙур күргәҙмәләрҙә: Шэньян йәрминкәһе (ҠХР, 2001 йыл), Төркиә (Измир ҡалаһы, 2003 йыл), „Нефть-Газ“ күргәҙмәһе (Пекин, 2006 йыл), Йыл һайын үтеүсе Инвестиция Форумы (AIM) (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Дубай ҡалаһы, 2013 йыл, 2014 йыл), Йыл һайын үтеүсе Төҙөлөш Форумы (ОАЭ, 2014 йылдың ноябре) ҡатнаша.
Ләлә Әҙһәм ҡыҙы башланғысы менән 2008 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының тәүге директоры һәм режиссёры Булат Имашевтың 100 йәшенә ҡарата артистың тыуған Бишбүләк районы Аҙнай ауылында йорт-музейын аса. Шулай уҡ Аҙнай ауылындағы Тимербулат Имашев урамын төҙөкләндереүҙе лә финанслай[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Почёт грамотаһы һәм күкрәк билдәһе(2015).
- Әйүпова Ләлә Әҙһәм ҡыҙының исеме „Who is who в России“: Биографическая энциклопедия успешных людей России» энциклопедияһына индерелә (2012).
- Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының «За заслуги в предпринимательстве» миҙалы (2021)
- БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары Агентлығының Почёт грамотаһы (2021 йыл)
- БР-ның Бишбүләк муниципаль районының Почёт грамотаһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Аюпова Ляля Адгамовна — наша гордость 2021 йыл 17 сентябрь архивланған.
- ↑ Аюпова Ляля Адгамовна — наша гордость 2021 йыл 17 сентябрь архивланған.
- ↑ Музей Булата Имашева
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аюпова Ляля Адгамовна — наша гордость 2021 йыл 17 сентябрь архивланған.
- Компания «Гюлистан» 2021 йыл 17 сентябрь архивланған.
- газета «Деловой мир Башкортостана» 2021 йыл 17 сентябрь архивланған.
- Музей Булата Имашева
- Культурный мир 2021 йыл 17 сентябрь архивланған.
- Аюпова Ляля Адгамовна