Эстәлеккә күсергә

Әйүп Үтәғолов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әйүп Үтәғол улы
Тыуған ваҡыты

1793({{padleft:1793|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Үтәғол ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1811—?

Хәрби звание

урядник

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Әйүп Үтәғолов (1793—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Әйүп Үтәғолов Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Үтәғол ауылында йәшәгән.

1811 йылдың 1 ғинуарынан казак булып хеҙмәт итә.

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем8-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[1]. 8-се Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 6 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара[2]. Кострома ополчение корпусы составында 8-се Башҡорт полкы Калиш ҡәлғәһенә һөжүм итеүҙә ҡатнаша[3]. 1813 йылдың 9 сентябрендә 8-се полк Глогауҙы блокадалау өсөн тәғәйенләнгән Польша армияһының корпусына индерелә һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2][4]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 8-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.

1823, 1831, 1834 һәм 1836 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығы буйында хеҙмәт итә. 1828 йылдың 7 февралендә урядник званиеһын ала.

Ҡатыны — Бәҙиғолъямал; улдары — Сәйетйәғәфәр, Исмәғил, Мөхәйҙәр, Абдулғафар[1].

  1. 1,0 1,1 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 104-105. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
  2. 2,0 2,1 Рахимов Р. Н., 2012, с. 400-401
  3. Усманов А. Н., 1964, с. 79
  4. Усманов А. Н., 1964, с. 82