Эстәлеккә күсергә

Усманов Әбүбәкер Нурийән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбүбәкер Нурийән улы Усманов
Тыуған көнө

24 апрель 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) или 1910[1]

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Киҙгәнбаш улусы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Балтас районы) Имән ауылы

Вафат көнө

13 июнь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) или 1982[1]

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Ғилми даирәһе

тарих

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре кандидаты

Усманов Әбүбәкер Нурийән улы (24 апрель 1910 йыл — 13 июнь 1982 йыл) — ғалим-тарихсы һәм фольклорсы, дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1937—1971 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1939 йылға тиклем һәм 1943 йылдан институт директоры, 1951 йылдан директор урынбаҫары; 1940 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре идаралығы начальнигы, 1941—1943 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1948 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1960). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). 1946—1948 йылдарҙа Ағиҙел журналының редколлегия ағзаһы.

Әбүбәкер Нурийән улы Усманов 1910 йылдың 24 апрелендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Балтас районы) Имән ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1926-1930 йылдарҙа Бөрө педагогия техникумында уҡый, 1930 йылдан ВЛКСМ-дың Бөрө ҡала комитетының пионерҙар бюроһы рәйесе булып эшләй[2].

1933 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай, шунда уҡытыусы итеп ҡалдырыла[3].

1932—1937 йылдарҙа ВЛКСМ Өлкә комитетының мәҙәниәт һәм пропаганда бүлеге мөдире була.

1937 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, Тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1937—1940 һәм 1943—1951 йылдарҙа ошо институттың директоры була.

1940—1941 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Светының Сәнғәт буйынса идаралығы начальнигы.

1941—1943 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты секретары була.

100-сө Баҡалы һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1971 йылға тиклем СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

1982 йылда вафат була. Өфөлә Мосолман зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Усманов Әбүбәкер Нурийән улы — 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы, башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы мәсьәләләрен өйрәнә.

Шулай уҡ башҡорт фольклорын йыйыу, өйрәнеү, баҫтырыу менән шөғөлләнә.

  • Салауат батыр. — Өфө, Китап — 1945. (баш.)
  • Дружба русского, украинского и башкирского народов. — пер. с украинск., — Киев: Витчизна, 1954.
  • Башҡортостан Россияға ҡушылған осорҙағы тарихи шарттар. // Башҡортостан уҡытыусыһы. Өфө, 1957. — № 6. (баш.)
  • Присоединение Башкирии к Московскому государству. — Уфа, 1960.
  • Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. Уфа, 1964.
  • Кинзя Арсланов — выдающийся сподвижник Пугачева: исторические записки. — М.: 1961, № 71.
  • По страницам «Отводной книги». // Вечерняя Уфа. — 1970. — № 55, 59, 69, 71, 72.
  • Развитие земледелия в Башкирии в третьей четверти 18 века.// «Из истории феодализма и капитализма в Башкирии». — Уфа, 1971. С.22—74.
  • Добровольное присоединение Башкирии к Русскому государству. Уфа, 1982.
  • Өфөлә ғалим йәшәгән йорттоң стенаһына иҫтәлекле таҡтаташ эленгән.
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — С.199.
  • Докучаева А. Ученый, писатель и журналист. // Вечерняя Уфа. — 1984. — 7 мая.
  • Зарипов Н. Т. Тарих катламнарын актарып. // Кызыл таң. — 1985. — 26 мая.
  • Иҙелбаева М. Фәндә ҡалған эҙ. // Советская Башкирия. — 1985. — 24 апреля.
  • Осотова В. В память об историке. // Вечерняя Уфа. — 1987. — 1 октября.
  • Хаҗиев Н. Мәшһүр тарихчы. // Балтач таңнары. — 2005. — 16 апреля.
  • Узиков Ю. А. Ю. Книги идут к людям. // Вечерняя Уфа. — 1985. — 27 марта.
  • Әминев Ә. Ғалимға хөрмәт йөҙөнән.// Советская Башкирия. — 1987. — 9 октября[4].
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  1. 1,0 1,1 Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.
  2. Статья в Литературной карте Башкортостана
  3. Ағиҙел, 2000 йыл, №4. - 177-се бит.
  4. А. Н. Усманов 2013 йыл 11 декабрь архивланған.