Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы
Тыуған көнө 19 июль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Учалы районы, Наурыҙ ауылы
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы (19 июль 1947 йыл) — дәүләт, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017). Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова 1947 йылдың 19 июлендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған.

1964 йылда урта мәктәпте, 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусы булып башлай.

Ошо уҡ йылда республиканың комсомол органдарына эшкә тәҡдим ителә: ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында лектор итеп саҡырыла. Артабан өлкә комитеттың инструкторы итеп тәғәйенләнә, бер нисә йылдан бүлек мөдире итеп раҫлана.

1979 йылда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профессиональ союзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе итеп һайлана.

1985 йылдан Рәшиҙә Солтанова партия эшендә. 1991 йылға тиклем КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитеты секретары.

1991 — 1994 йылдарҙа — «Мәрхәмәт» хәйриә йәмғиәтенең идара рәйесе.

1994 — 1999 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының социаль-гуманитар бүлеге мөдире.

1999 — 2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы ЗАГС идаралығы начальнигы.

2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитетының рәйес урынбаҫары.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе (1998 йылдың апреленән).

«Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы» төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең 2018 йылдың 15 декабрендә үткән унынсы отчет-һайлау конференцияһында Рәшиҙә Солтанова йәнә ойошма рәйесе итеп һайланды[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]