19 июль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
19 июль | |
![]() |
19 июль — григориан стиле буйынса йылдың 200-се (кәбисә йылында 201-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 165 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй
- Металлургтар көнө (июлдең өсөнсө йәкшәмбеһе).
- Эске эштәр министрлығының юридик хеҙмәте көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1900: Парижда метро эшләй башлай.
- 1920: Совет Рәсәйендә Наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса ғәҙәттән тыш комиссия төҙөлә.
- 1965: Өфөлә Спорт һарайы нигеҙенә тантаналы шарттарҙа тәүге таш һалына.
- 1980: Мәскәүҙә XXII Йәйге Олимпия уйындары асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлидов Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы (1860—20.07.1937), имам-хатиб, мөҙәрис. Сәйәси золом ҡорбаны. Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың атаһы.
- Янғуразова Земфира Әхмәт ҡыҙы (1945), ғалим-эколог. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1985 йылдан экология һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1985). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Илһам Вәлиев (1975), опера йырсыһы (тенор). 2002 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, бер үк ваҡытта 2010—2016 йылдарҙа Екатеринбург дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2009), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2016), «Алтын битлек» милли театр фестивале лауреаты (2012).
- Парфёнов Евгений Владимирович (1975), ғалим-инженер-электроник. 2000 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2002—2009 йылдарҙа халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, 2011 йылдан Күмертау авиация производство предприятиеһы хеҙмәткәре, 2014 йылдан — Бөйөк Британияның Шеффилд университеты менән берлектәге ғилми-тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), техник фәндәр докторы (2012). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лилиә Ишемйәрова (1976), йырсы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000), халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Будов Виктор Михайлович (1927), Салауат техник быяла заводының 1962—1976 йылдарҙағы баш инженеры, Ленин ордены кавалеры.
- Сәйетов Валерий Газиз улы (1947), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1992—2005 йылдарҙа Шаран районы хакимиәте башлығы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы (2005). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Теләүле ауылынан.
- Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы (1947), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Солтанаев Йәүҙәт Тәлғәт улы (1948), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1997). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре (2001), атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гладков Александр Тимофеевич (1899—20.09.1968), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1950—1968 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының мал аҙығы һәм техник культуралар кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1962), профессор (1963). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1952). Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһенең Борисоглебск ҡалаһынан.
- Низаев Әбүзәр Ғаяз улы (1914—7.01.1997), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар полкының разведка ротаһы командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
- Эйгенсон Александр Генрихович (1914—12.05.1979), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1947—1956 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһе «Башнефтегазразведка» тресының бүлек етәксеһе, быраулау контораһының, артабан трестың баш инженеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, РСФСР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), «Почёт Билдәһе» (1959) ордендары кавалеры.
- Ишемғужин Евгений Измайлович (1939—4.10.2014), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп эшмәкәре. 1993—2004 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу эштәре буйынса проректоры. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1991), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Пугачёв ҡалаһынан.
- Әлибәкова Флүрә Мөҙәрис ҡыҙы (1959), Бөрйән районы үҙәк дауаханаһы педиатры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 810: Әл-Бохари, мосолман ғалимы, хәҙистәрҙе йыйыусы һәм өйрәнеүсе.
- 1710: Прокофий Демидов, Рәсәй империяһы сәнәғәтсеһе, Уралдағы заводтар хужаһы.
- 1855: Александр Эртель, Рәсәй империяһының үҙөйрәнсек яҙыусыһы.
- 1895: Сюй Бэйхун, Ҡытай рәссамы, график.
- 1910: Франсиско Колоане Карденас, Чили яҙыусыһы.
- 1935: Василий Ливанов, СССР-ҙың киноактёры, кино һәм мультипликация режиссёры һәм сценарист, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1988).
- 1960: Вера Сотникова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1960: Атом Эгоян, Канада кинорежиссёры, сценарист, продюсер һәм актёр.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1944: Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 1970: Банат Батырова, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]